-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
30 Ноябрь 2025, 12:20

АҠЪЮЛАЙ

Декабрь – унынсы ай (латинса decem – december). Аҡъюлай – боронғо башҡорт атамаһы.

АҠЪЮЛАЙ
АҠЪЮЛАЙ

Ерҙең ҡояшҡа иң яҡын ваҡыты декабрь айында (перигелий). Июль айындағы торошо (афелий) менән сағыштырғанда 5 млн км-ға яҡыныраҡ. Киреһенсә булһа, йәй күпкә эҫерәк, ә ҡыш һалҡыныраҡ булыр ине.

ХХI быуатта Рәсәйҙә иң ҡояшлы декабрь 2015 йылда булды. Ә инде 2017 йылдың аҡъюлайы метеонаблюдениеларҙың 139 йыллыҡ тарихында етенсе иң йылы декабрь булып тарихҡа ингән!

2011 йылдың ҡышы беҙ йәшәгән быуаттың 25 йылында иң һалҡын ҡыштарҙың береһе тип иҫәпләнә.

Быйылғы ҡыш нисек булыр?
Ниндәй юрауҙар, күҙәтеүҙәр, һынамыштар бар?

Автор:
Читайте нас