-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
11 Ноябрь , 17:40

“Сәлим” йәки Минең яҙғанды уҡыһаң, әкиәт, тимә, ҡоҙа.

Полигонда үткән бер нисә сәғәт эсендә бөгөнгө хәрби операцияның илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ни тиклем ауыр һынау икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инанаһың. Бигерәк тә инструкторҙың егеттәргә һөйләгәндәрен тыңлағас. “Сәлим” – туғыҙ һуғышты үткән яугир. Уның һәр һүҙе ауыр һалдат тормошоноң әсе тире менән һуғарылғаны тойола. 

“Сәлим” йәки Минең яҙғанды уҡыһаң, әкиәт, тимә, ҡоҙа.
“Сәлим” йәки Минең яҙғанды уҡыһаң, әкиәт, тимә, ҡоҙа.

 “Сәлим” менән танышыуыбыҙ ҙа ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Вәдүт дуҫ, махсус хәрби операцияла булғандарға сало алып барһаң, һис артыҡ булмай, тигәс, баҙарҙан иң һәйбәтен һатып алғайным. Шуны “Сәлим”гә тапшырҙым. “Эй, брат, мин дуңғыҙ майын ашамайым шул, минең йәшәгән еремә уны алып килмәҫкә тырышалар. Ә былай күстә­нәсеңә рәхмәт, артыҡ булмаҫ ул, егеттәргә бирербеҙ”, – тип һалып ҡуйғас, тағы уңайһыҙ хәлгә ҡалдым.
Батальон командиры менән “Сәлим” бергә хеҙмәт юлын башлай. Бына ни­мәләр бәйән итте ул әлегә тиклем махсус хәрби операция ваҡытында кисер­гәндәре хаҡында: “Медведь” менән батальон  ойошторолған мәлдә таныштыҡ. Ул –  рота, ә мин – взвод командиры. Шунан алып бергәбеҙ. Тәүҙә уның хәрби тәжрибәһе юҡ ине. Минең быға тиклем төрлө һуғышта туплаған тәжрибәм беҙгә эште дөрөҫ ойошторорға ярҙам итте. Бөгөн күрҙең бит, егеттәр ай ярым тиерлек әҙерлек үтеп килгән. Әммә береһе лә ысын һуғышты күрмәгән. Инструкторҙар психологик яҡтан бер нисек тә әҙерләй алмай. Беҙ һөйләштек тә, ЧВК (шәхси хәрби компания) тәжрибәһен фай­ҙаланырға булдыҡ. Егеттәр тәү сиратта штурмға барырға тейеш ине. Тик “укроп”тарҙың тәүге һөжүме ваҡытында уҡ ике яугирыбыҙҙы юғалттыҡ. Төп сәбәп нимәлә, тип уйлайһыңмы? Уларҙы саҡырып алып, окопты тәрәнәйтеп ҡаҙырға, тип әйттем, запас урын, аҫта йәшенер өсөн ләхет тә  булырға тейешлеген белделәр. Тик ни хәл итәһең. Ялҡаулыҡ үҙҙәренең башына етте. Улар билгә тиклем генә окоп ҡаҙған да  шуның менән тынысланғандар. 
Дошман беҙгә әҙерләнергә өс көн ваҡыт бирҙе. Беҙ тыныс йәшәнек, сәй ҡайнатып эстек, тапочкалар ғына кейеп йөрөнөк. Аҙаҡ танктар һөжүм итте, миномет уты яуҙырҙылар, яндырҙылар. Ике көн буйы “үтекләнеләр”. Баяғы ике егетебеҙҙең окобы янына ғына танк снаряды эләгеп, уларҙы урталай өҙгән. Шунан һуң ҡалған егеттәр, әйткәнде лә көтмәй, окопты еренә еткереп ҡаҙа башланы. 
Башҡа һуғыштарҙа булғандар, бында ла шулай булыр, тип уйлағайны. Тик МХО-ла бөтөнләй башҡа хәл. Беҙ үҙенең регуляр армияһы, үҙенең авиацияһы, артил­лерияһы булған, бөтә донъя тиерлек ярҙам иткән ил менән һуғышабыҙ. 
Шуны аңлатырға тырышам яугирҙарға. Тәүге һөжүмде күргән ун кешенең өсәүһе тәүге алыштан һуң ҡасырға әҙер, бишәүһе ҡабат алғы һыҙыҡҡа барыуҙан ҡурҡа, тик икәүһе генә профессионал булып китә. 
Баяғы хәлдән һуң “Медведь” менән кәңәшләштек тә, командалыҡ итеүҙе үҙ яуаплылығыма алып, позицияны үҙгәр­тергә булдыҡ. Артҡараҡ күсеп, посадка буйында нығындыҡ. Күп тә үтмәне, элекке окоптарыбыҙҙы ер менән тигеҙлә­неләр. Шулай итеп кенә егеттәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Һуңынан беҙҙе сигенеүҙә ғәйепләп маташтылар. Әгәр позицияны алмаштырмаһаҡ, бишенсе ротанан бер кем дә ҡалмаҫ ине. 
Бында төрлө һалдатты күрергә тура килә. Кемдер матур итеп кейенеп йөрөргә, маҡтанырға ярата. Тик ысын яугир бер ваҡытта ла матур булмай.
Һуғыштың бер ҡағиҙәһе – яугир баш­ҡаларҙан айырылып торорға тейеш түгел. Һөжүм ваҡытында кемде тәүге үлтерәм? Әлбиттә, башҡаларҙан айырылып тор­ғанды. Ул йә офицер, йә кәрәкле белгес, тип уйлайым.
Ошо бәрелештән һуң “Медведь” менән яҡын дуҫтарға әйләндек. Тәүге мәл менән сағыштырғанда, хәҙер комбат – ҙур тәж­рибәһе булған командир. Уның бик яҡшы һыҙаттары бар – һәр әйткәнде тиҙ һеңдерә һәм башҡаларҙы тыңлап, үҙенсә хәл итә белә. Бөгөн тотош бригада менән командалыҡ итә, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Эргә-тирәләге бөтә ба­тальон командирҙары уның ни әйтерен көтә.
Беҙҙе күп тапҡыр айырырға маташтылар. Яраланғандан һуң әҙерлек үҙәгендә бөтә бригадаға килгән егеттәр менән дә эшләнем. Биләгән урыным да насар түгел ине –начальниктың хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары. Тик урын бушау менән, батальонға ҡабат ҡайттым.
Беҙҙең арала “500”-ҙәр ҙә (йәғни ҡасып ҡайтыусылар, дезертирҙар) булманы түгел. Улар үҙҙәренең ҡурҡаҡлығында командирҙарҙы ғәйепләп маташа. Тик һин күңелеңдә яугир түгел икән, башҡаларҙан сәбәп эҙләмә. Тыныс тормошта һин һәйбәт белгестер. Ҡайһы берәүҙәр, бында килеп, еңел генә аҡса эшләмәксе булғайны. Ысын һуғышты күргәс, ҡасыу яғын ҡаранылар. Уларҙың береһен дә ғәйепләмәйем. Был тормошта һәр кемдең үҙ урыны. 
Яраланғандан һуң үҙеңде нисек тоторға? Был да - һуғышта бик кәрәкле дәрес. Мәҫәлән, бер алыш мәлендә дуҫымдың елкәһенә пуля эләкте. Күреп торам, хәле насар. Мин үлерменме икән, ти был, ялбарыулы ҡарап. Пүстәк һинең яраң, тип ебәргән булдым. Шулай итеп, уны тынысландырҙым. Бәйләп, сани­тарҙарға тапшырҙыҡ. Шуныһы һөйө­нөслө, дуҫым, яраһы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тере ҡалды”.
Быйыл “Сәлим” дә ауыр яраланып, госпиталдә ята. Тыуған Туймазыһына ҡайтып китер өсөн бөтә мөмкинлек булыуына ҡарамаҫтан, ул ҡабат ба­тальонға юллана.
“Бер алыш ваҡытында эсемде ниҙер һыҙып үткәнен тойҙом, – тип хәтерләй яугир. – Пуля эләккән икән. Иҫемә кил­гәс, егеттәрҙең минең эргәлә ни эшләргә белмәй торғанын күрҙем. Баҡтиһәң, пуля арыу ғына йыртҡылаған. Ярай, яраны бәйләргә була, ә бына туҙырап ятҡан эсәктәр менән нимә эшләргә икәнен беҙҙең санитарҙарға өйрәтмәгәндәр шул. Үҙемде ҡулға алып, эсәктәремде урынына тултырҙым да, тиҙерәк бәйләүҙәрен үтенеп, иҫтән яҙғанмын”. Артабан уны бер нисә госпиталь аша Мәскәүгә оҙаталар. 
“Күрше палатала ишетелгән доға тауышына иҫемә килдем, – ти “Сәлим”. – Госпиталь буйлап мулла йөрөй икән. Бына ул минең янға килде. Морат хәҙрәт икән. Доға ҡылайыммы, тигәс, риза­лығымды белдереп, баш ҡаҡтым. Ул ҡулын минең яра урынына ҡуйҙы ла уҡый башланы. Ни ғәжәп, шул мәлдә яра урынында йылыныу тойҙом. Аҙағыраҡ бөтөнләй ҡыҙҙыра башланы. Бер ниндәй ҙә ауыртыу булманы. Хәҙрәт минең янда байтаҡ булды, дини китаптар, бетеү, тиҫбе ҡалдырҙы. Ул китеү менән ҡа­раһам, операция урыны бөтәшә башлаған кеүек. Иртәнсәк табип килеп ҡарап, аптыраны. Шунда түҙеп кенә ятһам, була бит, юҡ, операция урынына, башҡа еремә көпшә аша тоташтырылған шешәләрҙе күтәреп, тиҙерәк туалетҡа йүгерәм инде. Бөтәшә башлаған ярамдың асылғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Урыныма кире килеп, ҡанһыраған ярамды табиптарға күрһәтмәй, ҡаплап яттым. Торғанымды белһәләр, эләгәсәк. Иртә­гәһенә Морат хәҙрәт тағы килде. Ҡулы менән ярамды ҡаплап, оҙаҡ ҡына доға ҡылды. Ул киткәс, шул хәтле татлы йоҡоға талғанмын. Уянғас, асылған ярамдың ҡабат бөтәшеүен күрҙем. Бына шунан һуң илаһи көскә нисек ышанмайым инде?! Хәҙер инде үҙем дә доғалар ятлайым. Тәүҙә бик ҡыйын булды, әйтерһең, ниндәйҙер шайтан беҙҙең араға торған кеүек. Яйлап еңелерәк ятлай башланым.
Дуңғыҙ итенән баш тартыуымдың да тарихы бар. Сираттағы бер һуғышта ике чечен, ике тыва, татар, урыҫ егеттәре менән ҡамауҙа ҡалдыҡ. Ҡотолор әмәл юҡ кеүек. Шунда чечендар уҡына башланы. Мин белмәйем, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ әле, тип һорайым. Тегеләр, бының өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә әйтергә тейешһең, тиҙәр. Ни эшләйем инде, былай баш тартырлыҡ насар ғәҙәттәрем дә юҡ кеүек. Дуңғыҙ ите ашайһыңмы, тип һорайҙар былар. Эйе, тим. Шулай итеп, ошо ҡамауҙан иҫән сыҡһам, сусҡа итен ауыҙыма ла алмайым, тип тәүбә ҡылдым. Шөкөр, барыбыҙ ҙа ҡотола алдыҡ мәхшәрҙән. Шунан бирле әйткән һүҙемдә торам. Һуғышта, дауаханала Алланы иҫкә төшөрәһең. Ул һиңә яҡыная. Үҙеңә яҡшы булғанда, һин уны иҫләмәйһең дә. Егеттәргә лә гел әйтәм, мәсеткә инеп саҙаҡа бирегеҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә, улар тере ваҡытта шылтыратып тороғоҙ, тием. Тыңлайҙар, ысынлап та, еңел булып китте, тиҙәр. Беҙгә һәр саҡ Хәмзә хәҙрәт менән Виктор протоиерей килә. Шундай изге күңелле кешеләр. Улар ҙа һәр һалдат менән һөйләшеп, аралашып, күңелгә ышаныс орлоҡтары һалып китә.
Һалдаттарҙы өйрәткәндә, күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышам. Күпмеһен алғы һыҙыҡҡа оҙаттыҡ, күпмеһен юғалттыҡ... Әгәр күҙҙәренә ҡараһам, мәрхүм булғандар ошо ҡараш аша миңә үпкә белдерер төҫлө. Былай бергә фотоға төшәбеҙ, уларҙы телефонымда һаҡлайым. Йыш ҡына фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап, һәр яугирҙың иҫәнлеге өсөн доға ҡылам.

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ.

"Йәшлек" гәзите сайтынан. "Өфө - Луганск араһы, тәүлек ярым бараһы..." яҙмаларынан өҙөк. Тулыһынса уҡырға - https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-02-29/f-lugansk-ara-y-t-lek-yarym-bara-y-3587094

 

Автор:
Читайте нас: