-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
21 Август , 23:00

«Йыр, музыка аша кешеләрҙең рухын күтәреү – минең миссиям» «Әсән» позывнойлы яугир шулай ти.

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән Советтар Союзы Геройы генерал Таһир Күсимов исемендәге өсөнсө батальондың медвзводына хеҙмәт итергә киткәйне. Яраланғандан һуң ул 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтты. Ошо осорҙа Радик Биктимер улы осрашыуҙарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашып, яу ҡырындағылар менән тылдағылар араһында рухи күперҙе тағы ла нығытты тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Яугир сәнғәт әһеле Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә көнөнә өсәр осрашыуҙа ҡатнашты.

«Йыр, музыка аша кешеләрҙең рухын күтәреү – минең миссиям» «Әсән» позывнойлы яугир шулай ти.
«Йыр, музыка аша кешеләрҙең рухын күтәреү – минең миссиям» «Әсән» позывнойлы яугир шулай ти.

Танылған музыкант, популяр йырсы Радик Динәхмәтовтың махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китеүен ишеткәс, күптәр ғәжәпләнде, кемдер ғорурланды, кемдер һоҡланыуын йәшермәне. Шәхсән мин был хәбәрҙе ишеткәс, Радик Биктимер улы менән булған осрашыу күҙ алдына килде. «Ихлас» мәсетендәге осрашыуҙа ул бик тулҡынланып яугирҙарыбыҙҙы оркестр составында һуғышҡа оҙатыуын һөйләне һәм йөрәге әрнеүен әйтте... Ә инде оҙаҡламай үҙе лә илебеҙ һағына баҫты. Күрәһең, уның һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә әҙер тороусы иманлы һәм нескә күңеле башҡаса ҡарар ҡабул итә алмағандыр.

Үҙе яраланып та, башҡа яугирҙарҙы хәстәрләп, Оборона министрлығы бүлгән компенсацияны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждарына бирергә ҡарар итеүе билдәле булғас, барса халыҡ «ах» итте. Был йәнә бер тапҡыр уның оло йөрәкле, мәрхәмәтле икәнлеген, ысын ир-егеттәрсә эш итеүен күрһәтте.

«Түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү форматындағы сара Бөтә донъя татар конгресының Башҡортостандағы вәкиллегендә уҙҙы.

Радик Динәхмәтов һүҙен «Сабырлыҡ» доғаһын уҡып башланы. Әйтергә кәрәк, осрашыу ваҡытында ул үҙе тураһында түгел, күберәк яуҙаштары, алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙҙең батырлығы, ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне. Радик Биктимер улы, шулай уҡ, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың бихисап һорауҙарына ихлас һәм ентекле яуап бирҙе.

– Балалар яҙған хаттарҙы уҡып, күңелдәр тула, улар рухты күтәрә, ышаныс бирә. Ә инде тыуған яҡтарҙан килгән посылкаларҙы алыу айырыуса тулҡынландыра. «Сәхибьямал» ойошмаһының да яугирҙарға посылкалар ебәреүен беләм. Еңеү хаҡына үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Беҙ берҙәм булырға тейеш! – тине Радик Биктимер улы.

Осрашыуҙа Роза Яҡупова Дилә Булгакова һүҙҙәренә ижад ителгән мөнәжәтте әйтте. Резида Шәрәфетдинова Венера Шәрипова һүҙҙәренә Флера Шәрипова көй яҙған «Балаҡайым иҫән ҡайтыр» йырын башҡарҙы. Радик Динәхмәтовтың яҡташы, шағир Эльверт Хәмәтшин шиғырҙар уҡыны.

«Һуғышта йырлап буламы?» тигән һорауға Радик Динәхмәтов былай тип яуап бирҙе: «Йыр, музыка аша кешеләрҙең рухын күтәреү – минең миссиям. Блиндажда, окопта, госпиталдә булыуға ҡарамаҫтан, кәрәк икән – йырлайым».

Осрашыу аҙағында ойошма вәкилдәре МХО-ға ебәреү өсөн кәрәк-яраҡ, бал һәм Радик Биктимер улының үҙенә йоҡо ҡапсығы, портретын бүләк итте.

Күңелдәрҙе тулҡынландырған, йәшәүҙең мәғәнәһен аңлауға, тормошҡа башҡаса ҡарарға этәргән осрашыу Радик Динәхмәтовтың мөнәжәт башҡарыуы менән тамамланды.

Теләктәрҙе ихлас күңелдән теләһәң, ул, һис шикһеҙ, ысынға аша, тиҙәр. Кисәлә Радик Биктимер улының тыуған яғына иҫән-имен ҡайтыуын, киләсәктә матур осрашыуҙар насип булыуын теләнек.

 

Зөһрә ИСЛАМОВА

Автор:
Читайте нас: