-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
7 Июнь , 11:08

Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын

Федоровка районы Юлдаш ауылынан Филюз Юлдашбаевты белмәгәне һирәк. 

Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын

Тик тормаҫ егет. Билдәле, әлеге ауыр осорҙа ла ил кисергән хәлдәрҙән ситтә ҡалмай. Яңыраҡ ул егеттәр янына барып ҡайтҡан. Әлбиттә, артист кеше булараҡ, гармунын да алып барған, йырҙар йырлаған. Был турала үҙе бына нимә һөйләй: 

- Өфө ҡалаһының "Еңеү өсөн "волонтерҙар төркөмөнөң гуманитар конвойы составында Луганск, Донецк, Запорожье өлкәләренә һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам алып барып ҡайттыҡ. Юлыбыҙ алдан уңышһыҙыраҡ башланһа ла, (Татарстандың сигендә машинабыҙ ватылып, икенсе машина килеп уға йөктө яңынан тейәп кире ҡуҙғалғансы 17 сәғәт ваҡыт юғалды) аҙағы яҡшы тамамланды һәм ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Был йөктә районыбыҙҙың "Һалдаттар өсөн бәйләйбеҙ "цехынан да селтәрҙәр, тәм-том, төрлө кәрәкле нәмәләр ебәрелгәйне.
Иң тәүҙә штурм бригадаһы егеттәренә сканерҙар, маскировка селтәре ,аҙыҡ-түлек кеүек әйберҙәрҙе ҡалдырып, бүтән подразделениеларға юл тоттоҡ, бер нисә нөктәлә шулай уҡ егеттәргә ярҙамды тараттыҡ. Конвойҙың аҙаҡҡы тәғәйенләнеш нөктәһе тотош Башҡортостан егеттәренән генә тейерлек торған полкта булды. Яҡташтарыбыҙ бик йылы ҡаршы алды, һый-хөрмәт, мунса әҙерләп ҡуйғайнылар. Беҙ ҙә буш ҡул бармағайныҡ - яралы һалдаттарыбыҙға гармун менән бәләкәй генә концерт ойошторҙоҡ. Яугирҙарыбыҙҙың күҙҙәрен, күңел халәтен, нисек ваҡ ҡына ваҡиғаға ла ҡыуанғанын күреү беҙҙең эшебеҙҙең юҡҡа эшләнмәгәнен, беҙҙең ярҙамыбыҙҙың улар өсөн нисек ныҡ мөһим икәнлегенә тағы ла нығыраҡ ышандыҡ. Сәфәребеҙҙең иң күңелле моменты булып, урыҡ-һурыҡ ҡына мәғлүмәттәрҙән әллә ҡайҙағы минең ҡәйнеште табып, нарядтан һөйрәп сығарып, беҙҙең янға ҡунаҡҡа алып килеүҙәре булды. Иҫ киткес сюрприз, ҡыуаныс булды был икебеҙ өсөн дә.
Юлыбыҙҙың уңышлы үтеүе экипаж буйынса напарнигым, 20-се тапҡыр конвойға барыусы элекке именлек хеҙмәткәре Э.... ныҡ бәйле ине. Сөнки уның белмәгән кешеһе, кем әйтмешләй, кермәгән тишеге юҡ. Мин үҙемә шундай тәжрибәле напарник тура килгәне өсөн рәхмәтлемен. Шулай уҡ 1 йыл буйы ошо конвойҙарға эләгә алмай йөрөп, әле ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!
Йөктө таратып бөткәс, Луганск ҡалаһына килеп, машинабыҙҙы "Халыҡ фронты" хәрәкәте исеменән танкистарға тапшырып, икенсе машинаға ултырып Башҡортостанға ҡайтып киттек. (Билдәле сәбәптәр арҡаһында һалдаттар менән төшкән күп кенә фотоларҙы, видеоларҙы ҡуя алмайбыҙ ).


Егеттәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, еңеп ҡайтыуҙарын теләйек!

"Юшатыр" гәзите сайтынан.

https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2024-06-05/ber-aytma-am-s-y-ber-aytyrmyn-3798682

 

 

Автор:
Читайте нас: