-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Июнь , 16:16

"Хөсәйен" моңло сәләм әйтә

Уның ҡурай уйнауын, гармун тартыуын тыңларға алыҫ блиндаждарҙан да киләләр.

"Хөсәйен" моңло сәләм әйтә
"Хөсәйен" моңло сәләм әйтә

- Башҡортостанға "Башҡортостан" полкынан ҡайнар сәләм! - ти Әбйәлил батыры "Хөсәйен". "Яуҙан туҡтаған арала ошолай ҡурай һәм гармун моңо менән рухты күтәрәбеҙ", - тип тә өҫтәй яугир. Тыуған яғын һағынған яҡташтары уның көйҙәрен тыңларға тип хатта күрше подразделениеларҙан да килеп етә икән. Бында, ғөмүмән, яҡташлыҡ көсө ныҡ сағыла. Моң эйәһе, мәҫәлән, "Башкир" менән бер райондан, бергә эшләгәндәр, икеһе лә Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Ил алдына һынау килгәс улар йәнә бергә яуға күтәрелгән. Барлыҡ яугирҙәребеҙгә Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Махсус хәрби операцияһы биләмәһенән "Башҡортостан"дың үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуровтың яҙмаһы.

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2024-06-01/h-s-yen-mo-lo-s-l-m-yt-3794304?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

"Хөсәйен" моңло сәләм әйтә
"Хөсәйен" моңло сәләм әйтә
Автор:
Читайте нас: