Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып...
Башҡорт халыҡ йыры
Башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Ул күҙгә күренеп бармаған матур тауышлы кәкүк ҡошона арналған. Был йола Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, көньяҡ-көнбайышында һәм үҙәк райондарҙа таралған булған. Ошоға оҡшаш календарь байрамдары Көньяҡ Урал һәм Волга буйының урта өлөшө халыҡтарында танылыу тапҡан.
«Башҡортостан энциклопедияһы»нда ошо байрам менән яҙҙы ҡаршылауҙары тураһында яҙылған. Был йола борондан «кәкүк айында», апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып килгән мәлдә үткәрелгән. Орнитологтар әйтеүенсә, аяҙ һәм тымыҡ көндө кәкүктең серле моңо ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа ишетелеп торорға мөмкин. Йыл һайын кәкүк тауышы яңғыраған аҡлан-болондарға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, балалар йыйылған, ирҙәр иһә байрамда ҡатнашмаған. Тәбиғәткә сығыусылар уйын уйнап, йырлап, киләсәкте юрап ҡайтҡан. Тап шул мәлдә ҡырҙа ашарға яраҡлы үләндәр: ҡуҙғалаҡ, балтырған, оҫҡон йыуаһы, йыуа, ҡаҡы баш күтәргән. Байрамға сығыусылар шуларҙы тәмләп, ритуаль йырҙар йырлап йыйғандар.