-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Март 2023, 18:00

"Егеттәребеҙгә рухи яҡтан терәк буласаҡбыҙ"

-

– Һөйләшеү генә түгел, улар менән күнекмәләр ваҡытында бер казармала йәшәнек, бер ашханала туҡландыҡ, полигонда нисек атҡандарын күҙәтеп ҡарап торҙоҡ. Бындай күнекмә майҙандарында, әлбиттә, төрлө хәлдәр булыуы ихтимал, шуға ла, бер-береһен яралай күрмәһендәр, бәлә-ҡаза килеп сыҡмаһын, тип доғалар ҡылдыҡ. Батальондарҙа барлыҡ дин вәкилдәре лә, шул иҫәптән дин ҡағиҙәләрен теүәл үтәп еткермәгәндәре лә Аллаһ Тәғәләгә ышана.

Беҙ егеттәр менән чатта һәр ваҡыт аралашабыҙ. Унда төрлө һорауҙарын да ебәрәләр. Ике батальондың да аралашыу өсөн төркөмдәре бар. Һорауҙарға Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр нигеҙендә яуап бирергә, төрлө мәсьәләләрҙе динебеҙгә ярашлы аңлатырға тырышабыҙ.

– Батальон хәрбиҙәре һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? Уларҙың рухи торошо нисек? Махсус хәрби операцияға инергә әҙер инеләрме?

– Егеттәргә һоҡланырға ғына ҡала. Командование уларҙы “заманыбыҙҙың Төньяҡ амурҙары” тип атаны. Наполеонға ҡаршы халҡыбыҙ 28 полк индергән, һәм улар бөгөн дә беҙҙең өсөн данлыҡлы Төньяҡ амурҙары булып ҡала. Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең тарихында ла һаҡланған улар. Бөгөнгө егеттәребеҙ ҙә рухи яҡтан көслө һәм ныҡ. Беҙ, дин әһелдәре, уларҙың иманын тағы ла нығытырға бурыслыбыҙ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр бит. Егеттәребеҙ менән еңеп ҡайтҡанға тиклем бергә булырға тырышасаҡбыҙ. Амин!

– Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух тигәндә нимәне күҙ уңында тотаһығыҙ?

– Улар физик яҡтан ҙур әҙерлек үтте. Тәүлек әйләнәһенә ҡырҡ килограмға яҡын ауырлыҡ күтәреп йөрөйҙәр. Физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө булырға тейеш хәрбиҙәребеҙ. Патриотлыҡ – ул Ватанды һөйөү. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө” тигән хәҙисе лә бар.

– Егеттәр янына барырға йыйынғанда алдығыҙға ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуяһығыҙ?

– Беҙҙең маҡсат билдәле – егеттәргә рухи терәк булып барабыҙ, Улар менән еңеп ҡайтҡансы бергә булырға, ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә үтергә Аллаһ насип итһен.

– Хәрбиҙәрҙең туғандарына, яҡындарына ниҙәр теләйһегеҙ?

– Әлбиттә, ғаиләләренә, айырыуса әсәләренә “балаларығыҙ өсөн доға ҡылығыҙ” тиер инем. Пәйғәмбәребеҙ, бигерәк тә әсәйҙәрҙең доғаһы тиҙ ҡабул була, тигән. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәребеҙҙең бар яҡындары доғалар ҡылһын ине. Егеттәребеҙгә Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ, сәләмәтлек, ныҡлыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт бирһен!

– Рухи яҡтан ҡарағанда, махсус хәрби операцияның мөһимлеге һәм кәрәклеге нимәлә?

– Билдәле булыуынса, әле Рәсәй, донъя кимәлендә саммит бара. Кисә генә Иран беҙҙең саммитҡа ҡушылды. Һәм унда әйтелде: бөгөн Америка бөтә ер йөҙөндә жандарм ролен үтәргә тырыша, бөтәһен ҡурҡытып, бар байлыҡты үҙенә туплап, кинәнеп йәшәргә самалай. Ошоға беҙҙең Президентыбыҙ В.В. Путин ҡаршы сыҡты, ҡурҡмайынса, халҡыбыҙҙы күтәрҙе. Донбасс ерендә инде туғыҙ йылға яҡын һуғыш бара, шул ваҡыт дауамында Америка НАТО көсө менән был ике республиканы иҙеп маташа. Беҙ уларҙы яҡлашабыҙ, шуның өсөн дә хәрби операция алып барыла. НАТО-ның илебеҙ сиктәренә яҡын булмауы хәйерле. Уларға беҙ түгел (беҙ – тик биологик материал), ә ер-һыуҙарыбыҙ, байлығыбыҙ кәрәк. Рәсәй – иң бай дәүләт. Беҙ байлығыбыҙҙы бирмәҫбеҙ, һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырырбыҙ. Илебеҙ элек-электән көслө, ошо ҡеүәтебеҙҙе ҡаҡшатырға тырышалар. Көнбайыштағы ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, беҙҙең Рәсәй шул тиклем көслө һәм күтәрелгәндән-күтәрелә бара, әгәр ул берәй ваҡыт һуғыш башлар булһа, башҡа бар дәүләттәр ҙә ҡеүәтен юғалтасаҡ.

Тормош алға бара, һәм шулай булһын да. Еңеү беҙҙең яҡта булыр, иншаллаһ!

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор: Дилбәр Ишморатова
 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты. 18 сентябрь, 2022 йыл.
 
 
"Егеттәребеҙгә рухи яҡтан терәк буласаҡбыҙ"
"Егеттәребеҙгә рухи яҡтан терәк буласаҡбыҙ"
Автор:
Читайте нас: