-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Март 2023, 15:53

"Эш үткән инде..."

-

Бер ғашиҡ егет һөйгән ҡыҙының ата-әсәһе менән һөйләшергә бара, ризалыҡтарын һорай. Әммә тегеләргә егет оҡшамай, төрлө сәбәптәр табып уларҙың никахына ҡаршы булыуҙарын әйтә. Шул саҡта буласаҡ кейәү, ҡыҙҙары менән алдан һөйләшеп ҡуйғанса, ошо һүҙҙәрҙе әйтә: "Эш үткән инде..."
Зирәк ата-әсә эштең нимәлә икәнлеген шундуҡ аңлап ҡалалар һәм ризалыҡтарын бирә. Гөрләп туйҙары үтә. Бәхетле егет яҡын дуҫына ҡыҙға нисек өйләнеүе хаҡында серен сисә. "Бирәм тигән ҡолома, сығарып ҡуйырмын юлыма" тигәндәй дуҫы ла шундай уҡ хәлдә тороп ҡала яҙа. Бәхеткә күрә, ул "Эш үткән инде..."не әйтеп өлгөрмәй, буласаҡ ҡайныһы менән ҡәйнәһе алдараҡ ризалығын белдерә.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
834-се күҙәтеү

Әхмәр Үтәбай.

"Эш үткән инде..."
"Эш үткән инде..."
Автор:
Читайте нас: