+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Март 2023, 18:44

«Атай, ҡурай ебәрсе!»

-

Алмас ҒАФАРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, “АНТ” төркөмө етәксеһе:

– Абхаз АССР-ының Мерия ҡалаһы эргәһендә хеҙмәт иттем. 1987 йылда һалдат бутҡаһы ашай башланым. Самолеттарҙы авария мәлендә туҡтатыу өсөн ҡоролманың операторы булдым.

Иртән марш-бросокка сыға инек. Таулы урын. Бер иртә айырыуса боҙло, һыуыҡ ине. Батальонда дүрт взвод. Йүгереп төшөп барғанда дүртенсе взводтан берәү ҡоланы ла, артынан башҡаларҙы эйәртеп, шул тауҙан домино һымаҡ теҙелешеп барыбыҙ ҙа шыуып төштөк. Был ваҡиға беҙҙе нисектер яҡынайтып, дуҫлаштырҙы.

Бейек ят тауҙарға ҡарап, тыуған Ирәндекте, Уралды һағындым. Сираттағы хатымда: «Атай, ҡурай ебәрсе!» тип яҙҙым. Ҡәҙерле посылка килеп төшкәс, шатлыҡтың сиге булманы. Тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар ҡурай тауышына күмелде. Туған моңдарҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген аңлар өсөн шулай алыҫҡа китергә кәрәк булғанмы? Шул йылдарҙан алып ҡурай – айырылмаҫ юлдашым.

Хәрби хеҙмәт егетте ир кеше булараҡ сыныҡтыра. Танау аҫты кибеп етмәгән малай булып хәрби хеҙмәткә алынаһың, ир төҫө инеп ҡайтып инәһең. Ысын дуҫлыҡҡа һынау, үҙеңде ир-егеттәр коллективында тоторға өйрәнәһең. Ике йыл хеҙмәтемде әле булһа һағынып иҫкә алам. Был ике йыл күпкә өйрәткән икән тип һығымта яһайым.

Һағыныуымды баҫыр өсөн Наил Ғәлиев (Николай Голов) көйөнә, Әнғәм Атнабай шиғырына яҙылған “Һалдат йыры” тигән йырҙы репертуарыма индерҙем. Унда “Һалдат итеге кеймәгән, оҙон юлдар үтмәгән һалдат һалдат буламы, егет егет буламы?” – тигән һүҙҙәр бар.

Әле махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға һаулыҡ теләйем! Рух ныҡлығы, саялыҡ юлдаш булһын! Тиҙерәк тыуған яҡтарға имен-аман ҡайтып етһендәр!

Фото: шәхси архивтан.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-02-23/atay-uray-eb-rse-3155674?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

 

«Атай, ҡурай ебәрсе!»
«Атай, ҡурай ебәрсе!»
Автор:
Читайте нас: