Фольклор һәм ижади коллективтарға ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм музыкаль-бейеү композицияларын ҡуйыу буйынса ҙур эш башҡарылды, Ырымбур башҡорттарының традицион кейеме, сәсәнлек сәнғәте буйынса репетиция һәм консультация үткәрелде. Бәйгеселәр өсөн ғәҙәти уҡтан атыу буйынса семинар ойошторолдо. Ғәбдрәфиҡ ауылында "Айҙарғынайым", "Марш", "Тартыш" йә "Ыҙма һыҙыу" тип аталған Ырымбур өлкәһе милли уйындарын тергеҙеү буйынса фольклор ансамбле менән оҫталыҡ дәресе үтте
Сара «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарын этномәҙәниәтен үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҙғарылды.
Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-orenburgskoj-oblasti-sostoyalis-master-klassy-po-zhanram-narodnogo-tvorchestva