2001 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йоркта һәм башҡа ҡалаларҙа булған фажиғәлә өс меңгә яҡын кеше һәләк булған, алты меңдән ашыу кеше йәрәхәтләнгән. Террористик акттар масштабы һәм ҡанһыҙлығы менән хайран итте. Нью-Йоркта самолеттар бәрелгәндән һуң, данлыҡлы игеҙәк небоскребтар – Халыҡ-ара сауҙа үҙәгенең 100-әр ҡатлы биналары емерелеп төштө. Улар урынында хәҙер мемориал булдырылған. Ваҡиға өсөн яуаплылыҡты “Аль-Каида”террористик төркөмө үҙ өҫтөнә алған.
АҠШ Президенты Дональд Трамп ҡатыны Мелания менән ошо урында булып, һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Әммә был хәл күңелһеҙ тамамланған. Мелания Трамп социаль селтәрҙә ире менән икеһенең фотоһын баҫтырған. Унда Американың төп ғаиләһе камераға арҡаһы менән тора. Ҡатындың плащ итәгендәге биҙәкле юлдарҙы иһә бәғзеләр террористик акт һөҙөмтәһендә емерелгән башняға оҡшатҡан, уның эргәһендәге төймәне бәрелгән самолет менән сағыштырған.
Интернет ҡулланыусылар: “Был һәләк булғандарҙың иҫтәлегенән көлөү”, – тип яҙа башлаған, бының менән бик күптәр килешкән.
Мелания Трамп беренсе тапҡыр ғына бындай уңайһыҙ хәлгә ҡалмай. Мәҫәлән, Техастағы иммигрант балаларҙы яҡлау үҙәгенә барғанында, кейгән курткаһында “Миңә барыбер, ә һеҙгә?” тигән яҙыу торған. Президент ҡатынын шунда уҡ битарафлыҡта ғәйепләгәндәр.
Кенияға иһә Мелания ҡол тотоусыларҙың кейемен кейеп юлланған булған.