+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Ғинуар 2022, 12:39

17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә.

Был байрамдың ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгәнен беләһегеҙме?

17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә. Бөгөн күптәребеҙ студенттар көнө тип 25 ғинуарҙы ғына һанай.
Ә нилектән тарихта 17 ноябрҙе нәҡ Халыҡ-ара студенттар көнө тип яҙып ҡалдырҙылар икән?
Тарихи китаптарҙан асыҡланыуынса, был көн Чехословакияның баш ҡалаһында барған хәл-ваҡиғалар менән бәйле. 1939 йылдың 28 октябрендә Прага ҡалаһы студенттары үҙҙәренең уҡытыусылары менән берлектә Чехословакия дәүләте барлыҡҡа килеүгә теүәл бер йыл тулыу уңайынан байрам ойоштора. Тик байрам немец илбаҫарҙары тарафынан баҫтырыла. Байрамда Ян Оплетала исемле медицина университеты студенты һәләк була. Уның үлеме бик күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Студенттарҙың күбеһе төрмәгә эләгә, ҡайһы берҙәре ҡаты язаға тарттырыла. Ошо хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Лондонда нацизмға ҡаршы йыйылыш үткәрелә. 17 ноябрь көнөн Халыҡ-ара студенттар көнө тип иғлан итәләр.
Студенттар көнө – киң таралған байрам. Португалияла ул Кейма тип атала. Кейма байрамы бөтә студенттар йыры менән башлана. Уның иң үҙенсәлекле өлөшө студенттарҙың ҡала буйлап үтеүелер, моғайын. Финляндия студенттары 1-се майҙа байрам итә. Унда  лицей сығарылышы уҡыусыларына, оло юлға аяҡ баҫыуҙары менән студент фуражкаһы бирелә. Үҙенсәлекле йоланы әле лә дауам итәләр. Бельгияла студенттар үҙҙәренең таныштары, дуҫтары менән йыйылып ресторанда йырҙар  тыңлауҙы йолаға индергән.
25 ғинуар көнө тураһында тарихи сығанаҡтарҙан бына нимә белергә мөмкин: 1755 йылда батшабикә Елизавета ҡарары буйынса Мәскәүҙә дәүләт университеты асыла. Шул көндән алып ул тәүҙә – Татьяна көнө, һуңынан университеттың тыуған көнө йәки Студент көнө тип атала башлай.
17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә.
17 ноябрҙә – Халыҡ-ара, ә 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары көнө тип билдәләнә.
Автор:
Читайте нас: