-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Июнь 2021, 12:22

1989 йылдың 4 июнендә булған катастрофа Рәсәйҙә иң ҙуры тип иҫәпләнә.

Ике поезд: береһе Новосибирскиҙан – Адлерға, икенсеһе ҡаршы йүнәлештә төнгө ҡараңғылыҡта елдерә. Улар Әшә һәм Оло Тәләк араһындағы 1710-сы километрҙа осраша һәм шартлай. Күп тонналы вагондар юнысҡы һымаҡ урман буйлап оса. 38 вагондың етеһе тулыһынса янып бөтә, 26-һы эстән дә, тыштан да яна, 11-ен тулҡын юлдан ситкә алып ырғыта. Поездар был урында элек бер ваҡытта ла осрашмай. Әле иһә Новосибирскиҙан сыҡҡаны һуңлай, Адлерға барғанында бала тыуа. Яҡындағы станцияла әсә менән сабыйҙы ҡалдырыу өсөн поезд 15 минутҡа туҡтай... (Оло Теләк фажиғәһе тураһында сайтта -

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ике поезда 1284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. Ләкин ул йылдарҙа билеттарға исем-шәрифтәрҙе яҙмайҙар, “ҡуяндар” вагондарға еңел инә, биш йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй билетһыҙ йөрөй. Шуға күрә пассажирҙар күберәк булғандыр тип фаразлана. Һәләк булыусылар исемлегендә бер үк фамилиялар йыш осрай – берәүҙәр ғаилә менән ял итергә бара, икенселәр ҡайта.
Фажиғә урынында 258 мәйет табыла, 806 кеше бешә һәм йәрәхәтләнә, уларҙың 317-һе дауаханаларҙа үлә. Барлығы 575 кеше вафат була, шул иҫәптән 181 бала.
Шартлау көслө булғанлыҡтан, 10 саҡрым алыҫлыҡтағы Әшә ҡалаһындағы өйҙәрҙең тәҙрә быялалары ҡойолоп төшә. Ялҡын бағанаһы 100 км алыҫлыҡтан күренә. 350 метр тимер юл емерелә, 17 км оҙонлоҡтағы һауа элемтә линияһы сафтан сыға. Янғын 250 гектар урманды солғап ала.
Фажиғәнән дүрт йыл элек тимер юлдан 900 метр ситтә газ үткәргес һуҙалар. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, талаптарҙы боҙоп, газ үткәргес уйһыулыҡтан, урман араһынан һуҙыла, ә тимер юл бейек тупраҡ өҫтөндә. Торбала ярыҡ барлыҡҡа килә, уйһыулыҡта әкренләп газ туплана, тимер юлға үрмәләй башлай. Шартлауға ни сәбәпсе булғандыр, әле булһа билдәһеҙ. Бәлки, тамбурҙан ташланған тәмәке төпсөгөлөр, бәлки, тәгәрмәстәр аҫтынан сыҡҡан осҡондор?
Әйткәндәй, оло фажиғә алдынан бер йыл элек был торба шартлаған була, бер нисә эшсе үлә. Әммә саралар күрелмәй.
Газ ҙур майҙанға тарала. Ҡайһы бер шаһиттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә насар еҫте һиҙгән. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙлекте булдырмау сараһы күрелмәй.
Катастрофаға өс сәғәт самаһы ҡалғас, приборҙар газ үткәргестә баҫымдың түбәнәйеүен күрһәтә. Газ сығып торған урынды эҙләү урынына, баҫымды арттырыу өсөн газ биреүҙе арттыралар. Тегеләй ҙә, былай ҙа үткән поезд машинистары перегонда газ еҫе аңҡыуын хәбәр итһә лә, быны бер кем дә иғтибарға алмай. Һөҙөмтәлә...
1989 йылдың 4 июнендә урындағы ваҡыт менән 1 сәғәт 15 минутта булған катастрофа Рәсәйҙә иң ҙуры тип иҫәпләнә. Көндөҙ бында СССР Юғары Советы рәйесе М. С. Горбачев һәм хөкүмәт ағзалары килә. 5 июндә илдә бер көнлөк матәм иғлан ителә.
Шаһиттар һөйләй.
– Төнгө сәғәт икенселә Башҡортостан яғынан сағыу ҡыҙыллыҡ күтәрелде, – ти Әшәлә йәшәүсе Геннадий Верзян. – Ут бағанаһы юғарыға йөҙҙәрсә метрға атылды, шунан шартлау тулҡыны килеп етте. Гөрһөлдәү өйҙәрҙәге тәҙрәләрҙе алып осорҙо.
Шулай ҙа була икән – Новосибирскиҙан килгән поезд һуңлай. Ул үҙ ваҡытында үтһә йәки башҡа ерҙә осрашһалар – бер нәмә лә булмаҫ ине. Фажиғәнең сәбәбе – поездар осрашҡан мәлдә составтарҙың береһе тормозға һалыуҙан осҡон сыға, уйһыулыҡта йыйылған газ шартлай. Тәҡдир. Беҙҙең тәртипһеҙлек тә, әлбиттә...
Валерий Михеев, “Стальная искра” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары:
– Йоҡларға ятыуым булды, мине ҡот осҡос яҡтылыҡ уятты. Офоҡта ҡыҙыллыҡ дөрләне. Бер аҙҙан Әшәгә шартлау тулҡыны килеп етте. Тиҙҙән ҡаланың милиция бүлегендә инем инде, егеттәр менән яҡтылыҡ яғына елдерҙек. Күргәндәребеҙҙе күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Ағастар олоғара май шәмеләй яна, сейә-ҡыҙыл вагондар юл буйында төтәй. Йөҙҙәрсә кеше ауыртыныуҙан һәм ҡото осоп ҡысҡыра. Урман дөрләп яна, шпалдар дөрләп яна, кешеләр дөрләп яна. Беҙ сәбәләнеүсе “тере факелдарҙы” тоторға ташландыҡ, уларҙы ялмаған утты һүндерергә тырыштыҡ, ут янынан юлға яҡыныраҡ килтерҙек. Ахырызаман... Балаларҙың күплеге! Беҙҙең арттан машиналарҙа медиктар килә башланы. Тереләрҙе – бер яҡҡа, үлеләрҙе икенсе яҡҡа ташыныҡ. Кескәй генә бер ҡыҙҙы алып барғаным иҫемдә, ул минән туҡтауһыҙ әсәһен таптырҙы. Уны таныш табипҡа тапшырҙым – бәй һал! Ул: “Валерка, һуң инде...” “Нисек һуң, әле генә һөйләште лә баһа?!” – “Шаңҡып һөйләшкәндер”.
Владислав Загребенко, Силәбе өлкә клиник дауаханаһының табип-реаниматологы: Әшәләр хаҡында айырым әйткем килә. Һәр ауырыу янында үҙҙәре теләп дежурҙа торҙолар, ул ҡәҙәр шәфҡәт туташын ҡайҙан еткерәһең, тағы ла был урынды биләр өсөн сират барлыҡҡа килде. Улар кәтлит, картуф, яралылар һораған бөтә нәмәне килтерҙе. Бындай ауырыуҙарға шыйыҡлыҡты күп эсергә кәрәклеге билдәле. Был тиклем компотты мин күҙ алдына ла килтерә алмайым: тәҙрә төптәре, иҙән туп-тулы. Корпус алдындағы майҙан ирекмәндәр менән тулған. Бөтә Әшә ярҙамға күтәрелде.
– Беренсе сиратта балаларҙы сығарырға тырыштыҡ, – тип һөйләй Рәмил Хәбибуллин. – Өлкәндәрҙе уттан тартып алдыҡ. Ә улар ыңғыраша, илай, өҫтәренә ябыуҙы һорай. Ә ни ябаһың? Кейемдәребеҙҙе һалдыҡ. Шаңҡыған яраланыусылар йығылған ағастар араһында шыуыша, уларҙы ыңғырашыуҙарынан, ҡысҡырыуҙарынан эҙләнек.
– Кешене ҡулдарынан, аяҡтарынан тотаһың, ҡулдарыңда уның тиреһе тороп ҡала, – ти Красный Восходтан шофер Виктор Титлин. – Таң атҡансы зыян күреүселәрҙе Әшәгә дауаханаға ташыныҡ.
– Һуңынан хәрбиҙәр шартлау ҡеүәте 20 мегатонна тәшкил итеүен билдәләне, был американдар Хиросимаға ташлаған атом бомбаһының яртыһына тиң, – тип һөйләй Красный Восход ауыл советы рәйесе Сергей Космаков. – Беҙ шартлау урынына килгәндә ағастар вакуумдағы кеүек ауҙы. Шартлау тулҡыны 12 саҡрым радиуста бөтә өйҙәрҙең дә тәҙрә быялаларын бәреп төшөрҙө. Вагон киҫәктәре хатта 6 км ситтә лә табыла.
Өфөлә, Силәбелә, Новосибирскиҙа, Һамарҙа дауаханаларҙа урындарҙы бушаталар. Әшә һәм Иглин дауаханаларынан яралыларҙы Өфөгә килтереү өсөн, вертолет училищеһын йәлеп итәләр. Машиналар ҡала уртаһында цирк артындағы Ғафури паркына төшә. Был урынды Өфөлә “вертолет майҙансығы” тип атайҙар. Техника өс минут һайын оса. Иртәнге 11-гә зыян күреүселәрҙең барыһы ла ҡала дауаханаларына килтерелә.
Иң ауыр эште яугир-интернационалистар үҙ өҫтәренә ала. Афғандар хатта күпте күргән, күпте кисергән та биптар ҙа түҙә алмаған махсус хеҙмәттәргә ярҙамлаша. Мәйеттәр мәйетханаға ғына һыймай, шуға күрә кеше ҡалдыҡтарын рефрижератор машиналарына ла һалырға мәжбүр булалар. Урамда сыҙай алмаҫлыҡ эҫелек, тиҙ арала әҙерләнгән боҙлоҡтарҙан түҙеп торғоһоҙ еҫ тарала, тирә-йүндә себендәр оса. Был эш афғандарҙан сыҙамлылыҡ һәм физик көс талап итә, мәйеттәрҙе ашығыс яһалған кәштәләргә урынлаштырырға, биркалар тағырға, сорттарға айырырға кәрәк.
Үҙ балаларын эҙләп аҡылдан шашҡан туғандар күмерләнгән кәүҙә киҫәктәрен диҡҡәт менән ҡарап, тирә-йүндәге бер нәмәне лә күрмәй. Әсәйҙәр һәм атайҙар, өләсәйҙәр һәм олатайҙар, апайҙар һәм ағайҙар сәйер һөйләшә:
– Был беҙҙең Леночка түгелме? – ти улар ҡара ит киҫәге янында йыйылышып.
Ата-әсәләрҙең ит киҫәк тәрен нисек таныуы башҡалар өсөн сер булып ҡала. Ҡәрҙәштәрҙең күңелен йәрә хәтләмәҫ һәм мәйетханаларға барыуҙан ҡурсалау өсөн штабтарға биттәренә танылмаған кәүҙә киҫәктәрен төрлө яҡлап төшөрөп һүрәттәр йәбештерелгән ҡурҡыныс фотоальбомдар таратыла. Ҡот осҡос үлем йыйынтығында “танылды” тигән штамп һуғылған биттәр ҙә була. Шулай ҙа күптәр һүрәт тәр алдай тип өмөтләнеп, барыбер рефрижераторҙарға юллана. Яңыраҡ ҡына ысын һуғыштан ҡайтҡан егеттәргә дошмандарға ҡаршы көрәшкәндә лә күрмәгән ғазаптар ябырыла. Уларға йыш ҡына һушын юғалтып йығылыу сыларға, аҡылдан яҙыу сигенә етеүселәргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә. Йәки бошмаҫ ҡиәфәттә ҡәр ҙәштәргә күмерләнгән кәүҙәләрҙе әйләндерергә булышалар.
1992 йылда фажиғә урынында һигеҙ метрлыҡ мемориал ҡорола. Йыл һайын һәйкәл янында матәм митингылары үтә. 2009 йылда Новосибирск станцияһында фажиғәнең егерме йыллығы көнөндә ҡорбандар иҫтәлегенә һәйкәл асыла. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе 1710-сы километрҙа яңы туҡталыш төҙөй. Өфөнән Әшәгә юлланыусы бөтә электричкалар бында туҡтап китә. Монумент нигеҙендә Адлер – Новосибирск поезының бер нисә маршрут таҡтаһы ята.
Читайте нас: