+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
7 Май 2021, 20:27

АҠБӘКӘЛ (ХИКӘЙӘ)

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мәрхүм атайымдың бала саҡ хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған хикәйә. Атайымдың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Исемдәр, атамалар үҙгәртелгән.

Сабырйән оҙаҡ йоҡлай алмай ятты, башынан төрлө-төрлө уйҙар юүгерҙе, йоҡоно ҡасырҙы. Йәйҙең йылы төнөндә, лапаҫ башындағы ҡыуышта, яңы сапҡан бесән өҫтөнә ятыуы менән йоҡлап китә торған ине малай, юҡ, йоҡо алмай. Нисек йоҡлап ятаһың инде, иртәгә бит һабантуй! Сабырйән күпме хыялланды һабантуйҙың ат сабышында ҡатнашырға, аттарҙы үлеп яратһа ла, аттары булманы шул уларҙың.
Ат алыр өсөн күп тырышлыҡ һалды атаһы, Ғәҙелйән ағай: балта оҫтаһы булараҡ, ауылдарында ғына түгел, күрше ауылдарға йөрөп тә, ялланып, йорт-ҡуралар төҙөнө, көҙөн-ҡышын һөйрәп утын ташып кәсип итте. Һуңғы ике йылда Сабырйән дә ҡул араһына инеп ҙур ярҙам булды атаһына, утын әҙерләште, а бесән әҙерләгәндә бигерәк тә күп тырышлыҡ һалды, һарыҡтары ишле бит уларҙың, тағы ла атаһы ат алырға вәғәҙә итте, нисек тырышмайһың?!? Ғәҙелйән ағай май айының урталарында Трөски (Троицк) баҙарына барып, мал-тыуарға хаҡтар белешеп ҡайтҡас ҡатыны менән кәңәш ҡорҙолар: ат алыуҙы киләһе йылға ҡалдырырғамы, әллә бәрәсле 2-3 һарыҡты ғына ҡалдырып, ҡалғандарын һатып, хыялдарын был йылда тормошҡа ашырырғамы? Әйткәндәй, һарыҡтарының үрсеүенә күптәрҙең күҙҙәре ҡыя, Хәмит бай бер нисә тапҡыр һатып алырға үтенде. Ата-әсәһенең һөйләшкәнен ишетеп ултырған Сабырйән, "атты быйыл һатып алайыҡ" - тип урынлыҡтан һикереп төштө һәм кәңәшмәгә нөктә ҡуйҙы, һарыҡтарҙың күп өлөшөн һатырға булдылар. Әйткәндәй, был кәңәшмәнең һөҙөмтәһе Сабырйәнде ғына түгел, Хәмит байҙы ла ҡыуандырҙы, тәү әйткән хаҡынан да күберәк хаҡ бирҙе ул һарыҡтарға.
Киләһе баҙар көнө, таң менән, Ғәҙелйән ағай Трөскигә юлланды, улы ялбарып һораһа ла алманы: " Өйҙә хужа булып ҡалаһың, әсәйеңә ярҙам ит, ҡалған бәрәсле өс һарыҡҡа күҙ- ҡолаҡ бул"- тип юлға сыҡты. Ул көндө Сабырйән, атлап түгел, юүгереп йөрөнө, ә күҙен баҙар юлынан алманы. Трөски баҙарының юлы, алыҫта, Сусаҡ тау битенән үк күренә лә урман араһына инеп юғала, шунан ауылға 3-4 саҡрым ҡалғас ҡына тағын абайларға була. Ҡояш көн уртаһын байтаҡ ауғас, баҙарҙан ҡайтҡан аттар ылауы үтә башланы, сөнки урамдарынан бер нисә ауыл баҙарға юл тота ине шул. Байтаҡ ваҡыт үтте, көн кискә ауырға ла уйлай башланы, шул ваҡытта ғына Сусаҡ тау битендә ике ҡара нөктә күренде, береһе бәләкәй генә, икенсеһе ҙурыраҡ. Дөп - дөп типте Сабырйәнлең йөрәге, түҙмәне ул, юүгерҙе юлаусының ҡаршыһына, атаһы бит ул, атаһы ат алып ҡайтып килә!?! Ә атаһы булһа, ни эшләп атҡа атланып килмәй икән, тигән уй ҙа борсоно малайҙы? Был уйҙан юүгереүенән туҡтаны, әммә кире боролманы, алға атланы. Урманға етеп килгәндә юлаусы күренде, ат етәкләгән, был атаһы ине. Сабырйәндең ҡыуанысынан күҙенән йәштәр атылып сыҡты, юүгереп барып атаһын ҡосаҡланы, " атаһы ҡайтҡан, ат алып ҡайтҡан, ат!!!" Быға тиклем был хәҙәрлем ҡыуанғаны юҡ ине малайҙың, шатлығы эсенә һыйманы, ауылына ғына түгел, бөтә донъяға белдергеһе килде уға ҡыуанысын.
Шул көндән алып лапаҫ башында йоҡлап йөрөй башланы Сабырйән, ҡыуыш эшләп тә алды, сөнки ялан кәртәлә, уға күренеп кенә аттары, Аҡбәкәле көйшәп тора. Көндөҙ генә түгел, төндә лә аттан айырылғыһы килмәне малайҙың. Матур ҙа шул аттары, ике артҡы бәкәлдәре аҡ ҡына, шуға ла атаһы менән Аҡбәкәл тип исем ҡушырға булдылар улар. Аҡбәкәл ауылдың башҡа аттарынан айырылып тора: төҫкә ҡыҙғылтыраҡ, кәүҙәгә әҙ генә бейегерәк тә кеүек һәм һиш сикһеҙ оҙонораҡ. Ә ялдары, ҡойроғо нисек әле ул уның, ҡап-ҡара, оҙон, ҡуйы, көлтә кеүек. Көндә атының ялдарын, ҡойроғон тараны Сабырйән, көнөнә бер нисә тапҡыр матур бесән һалды, әйләнгән һайын һыуын яңыртты, әсәһе үҙенә ашарға биргән икмәк, көлсә менән дә уртаҡлашты ул аты менән, шәкәрен дә ашамайынса атына бирҙе. Шуғалыр ҙа йонсоу ғына аттары көндән көн матурайҙы, малайҙы кешнәп ҡаршы алды, әллә ашарға һорап, әллә яратып йомшаҡ мороно менән малайҙың битен, ҡулын ҡапшаны. Тик атаһын да, Сабырйәнды ла бер нәмә борсоно, аттары ни эшләптер алғы уң аяғына бер аҙ аҡһай ине. Күптән ат тотҡан, белгән кешеләргә лә күрһәтеп ҡаранылар, әммә сәбәбенең төбөнә төшә алманылар.
Атаһы әллә атты, әллә улын йәлләп Сабирьянға һыбай йөрөргә рөхсәт итмәне. Ат менән уртаҡ тел тапҡандарын күргәс, атаһы йылғаға һыу эсерергә етәкләп алып барырға риза булды, аттары йыуаш ҡына, малҡай. Шулай көндәрҙең бер көнө, атаһы урманға бура бурарға киткәндә, Сабырйән йылғаға атҡа атланып барырға булды: атын етәкләп һайғауҙан яһалған ялан кәртәһенең эргәһенә алып килде, алдан әҙерләп ҡуйған шәкәрен ҡаптырҙы, юүгәненең теҙгендәрен аттың башы аша өҫкә күтәрә- күтәрә үҙе лә һайғауҙарҙан өҫкә ынтылды, атына маҡтап хәбәр һөйләй-һөйләй муйынынан, ҡабырғаһынан, һыртынан һыйпап яратты. Аты малайҙың нимә эшләргә теләгәнен аңлағандай бышҡырып, башын һелкеп урынында тик кенә торҙо, Сабырйән батырайып, ипләп кенә атҡа атланды, аты кинәт башын күтәреп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, күңелле итеп бышҡырып ебәрһә лә урынынан ҡуҙғалманы, хужаһының ымлап хәбәр (команда) әйтеүен көтә ине ул. "Әйҙә малҡай йылға буйына" - тип әйтеүе менән Аҡбәкәл йылдам ғына урынынан ҡуҙғалды. Ниндәй ғорур атлай бит әле ул, баш күтәренке, муйынлары йәйғор кеүек бөгөлгән, алғы тояҡтарын күтәреп һалдаттар кеүек атлай. Сабырйән тынысланғас, тирә яғына күҙ ташланы, әсәһе күрмәһә ярар ине, атаһына еткерһә... Юҡ, күренмәй әсәһе, ә башҡалар күрһә лә ярай, тип маңлайын күкҡә сөйөп, шатлығы эсенә һыймай йылғаға юлланды ул атҡайы менән.
Шулай итеп Сабырйән көндә, йәшереп кенә, атҡа атланып йылғаға йөрөй башланы. Тәүҙә, 2-3 көн атлатып йөрөгәс атын юрттырып ҡараны, ниндәй йомшаҡ бара Аҡбәкәл, кәмәлә йөҙөп барған кеүек, теҙгенде ныҡлап тартырға ла кәрәкмәй, алдан уҡ аңлаған кеүек хужаһын. Аҡыллы, шәп өйрәтелгән ат булып сыҡты Аҡбәкәл.
Ғәҙелйән ағай бер көндө, улының һыбай йөрөгәнен һиҙһә лә, улына белдермәй генә атын менеп йөрөргә рөхсәт итте. Атаһының был һүҙҙәрен генә көтөп торған малай шул көндән атын юрттырып ҡына түгел, саптырып йөрөй ҙә башланы, тик атының ҡайсаҡ ныҡ сатанлап китеүе генә бошондора ине уны.
Бына шул уйҙарҙы башынан тағы бер тапҡыр үткәреп йоҡлай алмай ятты Сабырйән, иртәгә һабантуй. Атаһының һабантуйҙа Аҡбәкәлдә сабырға рөхсәт итмәҫен һиҙеп, бәйгелә ҡатнашырға ҡарар итте Сабырйән. Ни булһа ла булыр, ни булһа ла булыр...
Шул уйҙарҙы уйлай, уйлай, һандуғастарҙың шашып һайрауҙарына йоҡлап китте Сабырйән. Кемдәрҙер тәбиғәттә булып, ауылда йәшәп тә таң алдынан һайраған һандуғастарҙы ишетмәһә, донъяла булған иң матур, нескә тауыштарҙы ишетмәгәндер ул. Таң һандуғастарының һайрауын һөйләп тә, яҙып та килештерерлек түгел: бер- береһе менән ярышып, төрлө- төрлө тауыштар сығарып йөҙәрләгән ҡоштар бер юлы йырлайҙар, иҫ киткес, ожмах тауышы шулайҙыр тип уйларға ғына ҡала. Һандуғастарҙың йырын бүлергә баҙнат итмәгән кеүек тәуҙә ҡыйыуһыҙ ғына әтәс тауыштары ишетелә башланы, тимәк ҡояш ҡалҡа, яңы көн тыуа. Һандуғастар
яйлап тынысланды, ә әтәстәрҙең тауыштары көрәйгәндән көрәйҙе, тирә яҡ яҡтырҙы. Йылға өҫтөнән ап аҡ мамыҡ кеүек томан күтәрелә. Ағас, үләндәрҙең йәм йәшел япраҡтары ҡояш нурына йым-йым итә, әйтерһең дә гәүһәр таштар йәбешкән, бына шунлай матур ысыҡ төшкән шул ергә. Ә таңдың һалҡынса саф һауаһын һулап туйғыһыҙ. Шуғалыр ҙа бер ни һиҙмәй, ишетмәй, тыныс ҡына, ҡаты йоҡланы Сабырйән...
Аҡбәкәлдең кинәт бышҡырғанына иҫкәнеп уянып китте Сабырйән: " уян, тор, ярышҡа һуңлайбыҙ" - тип әйтергә теләгән кеүек булды атҡайының. Ауылда тынлыҡ, әйтерһең ауыл йоҡонан уянмаған, ә ҡояш байтаҡ өҫкә күтәрелгән. Малай һарайҙың кыйығы башына менеп ауыл урамына, ауылдан алыҫ булмаған һабантуй майҙанына күҙ юүгертте: урамдан бераҙ кеше һабантуй яғына ыңғайлай, ә майҙанда халыҡ шығырым тулы. " Йоҡлап ҡалғанмын, һуңлағанмын" - тигән уйҙарҙы башынан ҡыуып, һикереп төшөп атына атланды. " Әйҙә малҡай, өлгөрәбеҙ, өлгөрәбеҙ" - тип һабантуй майҙанының эргәһендәге ҡуйы туғайға ышыҡланып, ат сабышы башлана торған ергә, Ҡайынҡабаҡ тауы һыртына сапты. Ат ярышы башлана торған был ер, һабантуй майҙанынан 5 саҡрым ерҙә ята, шул ерҙән байрам урынына тиклем сабыш.
Алыҫтан абайланы Сабырйән, аттар теҙелгән, ярышҡа иғлан ғына көткәндәре билгеле. " Көтөгөҙ, мине көтөп тороғоҙ" -тип ҡысҡырғыһы килде, ҡысҡырманы, барыбер ишетмәҫтәр ине, атын ҡыуалай бирҙе. Һыбайлылар ҙа ярышҡа килгән атты шәйләп ҡалып көтөп, көлөшә-көлөшә ҡаршы алдылар. " Аҡһаҡ аты менән ни эшләп йөрөй икән был" - тигән һүҙҙәр ҙә салынды Сабырйәндең ҡолағына. Шулай ҙа ярышсылар малайға, атына бер аҙ тын алырға бирҙеләр ҙә, ярһыу аттарын тынысландыра алмай, оҙаҡ ҡына ярыш һыҙығына теҙелделәр, күп тә шул аттар, күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Сабырйән аты менән иң ситкә барып баҫты. Бына кинәт ярышҡа ығлан таралды, бөта аттар, кем уҙарҙан, саң борҡотоп алға ынтылдылар. Аҡбәкәл дә йылдам ғына саба башлаған ине, кинәт ныҡ ҡына аҡһай башланы, теҙгенен ҡайырып юлдан ситкә ынтылды. " Булманы, иң артта ҡалдыҡ" -тигән уй юүгерҙе малайҙың башынан, бөтә аттар әллә ҡайҙа, алда сабалар ине инде. Сабирйән атын үҙ яйына ҡуйҙы, ни булһа ла булыр. Шул саҡ атының йомшаҡ сиҙәмгә сыҡҡас тағы ла оҙонайыбыраҡ киткән һымаҡ тойҙо, ергә һылашып тигәндәй алға осто ғына Аҡбәкәл, малай ҙа аттың ялына йәбешеп, башын аттың муйынына терәне. Бер аҙҙан артта ҡалған атты ҡыуып еттеләр, ә ҡалғандарын урман юлынан барғанда ағастар йылпылдап ҡалған шикелле уҙып киттеләр улар. Сабырйән алға күҙ һалды, арыу ғына ер алда Хәмит байҙың, йыл да беренселекте бирмәгән, Ҡашҡа бейәһе саба ине. Һабантуй майҙанына ла алыҫ ҡалмаған, " Аҡбәкәл әйҙә инде, әйҙә малҡай" - тип өндәште лә малай, башын атының муйынына нығыраҡ терәне, атҡайы тағы ла дәртләнеп алға ынтылды. Аҡбәкәл һабантуй майҙанының һыҙығын үткәндә Ҡашҡа бейә уның ҡойроҡ төбөнә ҡалған ине.
Сабырйән халыҡҡа күтәрелеп тә ҡараманы, күҙҙәре йәш менән тулды, атын муйынан ҡосаҡлап, тынысландырып, маҡтау һүҙҙәре әйтә- әйтә ауыл яғына юлланды. Ҡайтып еткәс аты туҡтап та тормай лапаҫ аҫтына ( кәртә, һарай эсенә) күләгәгә ынтылды, Сабырйән күтәрелеп, саҡ лапаҫ башына менеп өлгөрҙө лә, ҡыуышының эсенә инеп ауҙы. Йомшаҡ бесән өҫтөндә үҙен болот өҫтөндәге кеүек хис итә ине ул, бына исмаһам шатлыҡ, ысын шатлыҡ.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, һабантуйҙың бөткәнен көтмәйенсә, атаһы менән әсәһе ҡайтып килделәр. Алыҫтан уҡ тауыштарын таныһа ла, өндәшмәй генә ята бирҙе Сабырйән ҡыуышында. Бәлки атаһы, рөхсәтһеҙ ярышҡа ҡатнашҡаны өсөн, улын шелтәләргә ҡайҡандыр.
- Эй, егет, Сабырйән, улым! Төш әле бында кәртә башынан - тигән атаһының яғымлы тауышын ишеткәс ишек алдына күҙ ташлаһа әсәһе Сабырйәнгә ярарлыҡ ялтырап торған хром итек тотҡан, атаһы бына тигән өр яңы эйәр ҡосаклап, йылмайып баҫып торалар ине. Сабырйәнгә беренсе тапҡыр егет тип өндәште атаһы, юүгереп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Өсәүләшеп оҙаҡ ҡына ҡосаҡлашып торҙорлар, әсәһе шатлығынан илап та алды шикелле. Шул ваҡыт ат кешнәгәнгә һарай яғына әйләнеп ҡараһалар, лапаҫ аҫтынан башын сығарып, " мине лә ҡосаҡлағыҙ" -тигән кеүек кешнәп Аҡбәкәл баҫып тора ине.

Аҙнабай Бәҙәмшин.

Читайте нас: