-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Май 2021, 16:00

Трезор аслыҡтан алып ҡалды

1960 йылдың урталарында Ленинград ҡалаһының Парголово районында яңы йорттар төҙөр өсөн иҫке ағас өйҙәрҙе һүтә башлайҙар. Шундай өйҙәрҙең бер урамында эшселәр сәйер обелискҡа тап була. Фотоһүрәте лә бар – унан ҙур, аҡыллы күҙле эт ҡарап тора. Аҫтында “Ҡәҙерле дуҫ – Трезорға ул һаҡлап ҡалған хужаларынан (1939–1945 йй.)” тигән яҙыу ла була. Һис шикһеҙ һәйкәл блокада ваҡиғалары менән бәйле и к ә н л е г е н аңлап, уға теймәйҙәр, ә паспорт өҫтәле аша өйҙөң элекке хужаларын эҙләргә тотоналар.Б е р аҙнанан урамға сал сәсле бер ир килә һәм ҡәҙерләп кенә фотоны обелисктан ысҡындырып ала. Уны уратып алған төҙөүселәргә:

– Был – беҙҙең Трезор! Ул беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы. Мин уның фотоһүрәтен фатирымда элеп ҡуям, – ти һәм аптырап ҡалған төҙөүселәргә ир кеше ғәжәп тарих бәйән итә:
“Трезорҙы урамыбыҙҙа барыһы ла яратты. Ул аҡыллы эт булды. Балалар менән уйнар ине. Тик аслыҡ башланғас, уның һауытына һыуҙан башҡа ашарға бер нәмә лә һала алмай башланыҡ. Бер көн ул юҡ булды. Беҙ еңел тын алып ҡалдыҡ – ас эттең күҙҙәренә ҡарауы ауыр ине. Тик ул оҙаҡҡа юғалманы: ҡуян тешләп, кисен ҡайтып инде. Төшкө ашҡа – дүрт ғаиләгә етте ҡуян. Төп туйындырыусыбыҙҙы ла өлөшһөҙ ҡалдырманыҡ, әлбиттә.
Шул ваҡыттан алып Трезор көн һайын ҡуян алып ҡайта башланы. Сөнки ҡала ситендәге совхоз баҫыуҙарында йыйылмаған уңыш ятып ҡалды. Кәбеҫтә, кишер, картуф, сөгөлдөр ашап, ҡуяндар күп үрсеп китте.
Күптәр ҡуян һурпаһы бешерҙе. Ҡатындар тиреһенән бейәләй тегергә өйрәнеп алды. Уларҙы тәмәкегә алмаштырҙылар, тәмәкене – аҙыҡҡа.
Блокада осоронда был өйҙәрҙә бер кем дә үлмәне. Яңы йылда балаларға шыршы ҡуйҙыҡ. Уны ысын шоколад кәнфиттәр менән биҙәнек хатта. Тәмлекәстәрҙе тылдағы һалдаттарҙан, әрме тыловиктарынан Трезор тотҡан ҡуяндарға алмаштырып алдыҡ.
Шулай блокаданы йырып сыҡтыҡ. Еңеүҙән һуң, 1945 йылдың июнендә, Трезор, ғәҙәттәгесә, һунарға сығып китте. Бер сәғәттән, урам буйлап ҡанлы эҙҙәр ҡалдырып, кире әйләнеп ҡайтты. Минаға баҫҡан. Аҡыллы эт, һиҙеп ҡалып, һикереп ө л г ө р г ә н д е р күрәһең, шундуҡ үлмәгән. Тыуған урамына ҡайтып йән бирҙе, бахыр.
Яҡын кешеләрен юғалтҡан кеүек илашты халыҡ. Урамыбыҙҙа ерләнек, һәйкәл ҡуйҙыҡ”.
Ир төҙөүселәргә бер үтенесен белдерә:
“Әгәр мөмкин булһа, Трезорҙың ҡәбере өҫтөнә өй төҙөмәгеҙ. Был ергә шыршы ултыртығыҙ. Яңы өйҙәрҙә йәшәйәсәк балаларҙың Яңы йылда үҙ шыршылары булыр. 1941 йылдың 31 декабрендәге кеүек. Трезорҙың иҫтәлегенә.”
Бейек өйҙә йәшәүселәр подъезд алдындағы ҙур матур шыршыға өйрәнеп бөткән инде. Уны 900 көнлөк блокада мәлендә 16 ленинградлыны аслыҡтан ҡотҡарған эт иҫтәлегенә ултыртҡандарын күптәре белмәй ҙә.
Илшат ЗАРИПОВ.
Читайте нас: