+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
25 Декабрь 2020, 17:00

АСЫҠ ХАТТАР

Яңы йыл да яҡынлашып килә, дуҫтар. Күңелле мәшәҡәттәр – бүләктәр һайлау – башлана. Тик яҡындарыбыҙға асыҡ хаттар – открыткалар – ебәреү онотолоп бара бит! ММС, СМС-тар, әлбиттә, тиҙ ҙә, уңай лы ла. Ә борондан килгән йола, төрлө иллюстрациялы открыткаларҙың иң оҡшағанын һайлап, хатта үҙең эшләп, үҙ ҡулдарың менән ҡотлау-теләктәр яҙып ебәреү – һиңә лә, уны алыусыға ла ҙур һөйөнөс, иҫтәлек.

Француздарҙа тәүге асыҡ хаттар франк-прусс һуғышында күренә башлай. Һалдаттарҙың яҙырға ҡағыҙҙары, конверттары йыш бөтөү сәбәпле улар картонды дүрткел ҡырҡып, туғандарына сәләмдәрен шунда яҙып ебәрә башлай. Окоптарҙа тик ятҡандарында насар уйҙарҙан арынырға тырышып, үҙҙәренең дүрткел картондарына һүрәт төшөрәләр, биҙәйҙәр. Ошондай һүрәтле картондың береһе китап һатыусы Британия эшҡыуары Леон Бенардтың күҙенә салына. Открыткалар эшләп һатыу шулай башланып киткәндер ҙә.
Ҡытайҙарҙың үҙҙәренең ҡарашы бар. Уларса, открыткалар визит карталарынан үҫеш алған. Визит карталары боронғо Ҡытайҙа киң таралған булған. Ул ваҡыттағы ҡытай этикеты буйынса, ҡотларға килгән кешене өйөндә тап итә алмаһалар, өй тупһаһында, байрамға ҡарата теләктәрен яҙып, визит картаһын ҡалдырғандар.
1869 йылда почта открыткаһы үҫеше тарихында мөһим ваҡиға була. Австро-Венгрия хөкүмәте Вена Хәрби Академияһының иҡтисад профессоры Эммануил Германдың конвертһыҙ ебәрелә торған “корреспондент карталары” тураһында тәҡдимен ҡабул итә. 1871 йылда Австро-Венгрия башланғысына Англия, Швейцария, Люксембург, Бельгия, Дания, Голландия почта ведомстволары ҡушыла. Бер йылдан был исемлеккә Швеция, Норвегия, Цейлон өҫтәлә, ә 1873 йылдан – Франция, Испания, Румыния, Сербия һәм Чили. Йәғни открыткалар бөтә донъя буйлап тарала.
Рәсәйҙә тәүге асыҡ хаттар 1872 йылда күренә башлай. Улар иллюстрацияһыҙ була. Төрлө төҫтәге ҡағыҙҙарҙа. Һоро төҫтәгеләре ҡала буйынса ғына ебәрелергә ҡаралған булһа, йәшел төҫтәгеһе – тирә-яҡҡа.
1894 йылда Рәсәйҙә открыткалар яңы һулыш, азатлыҡ ала. Эске эштәр министры асыҡ хат бланкыларын шәхсән етештереүҙе рөхсәт итә. Быға тиклем иһә уларзы эшләүзә почта ведомствоһының ғына хоҡуҡғы булған.
Революциянан һуң Советтар Союзында открыткалар буржуаз ҡалдыҡ тип иғлан ителә. Шулай ҙа байрамдарҙың төп атрибутына әүерелеп өлгөргән открыткалар бер нисә йылдан һуң халыҡты ҡыуандырыуын дауам итә. СССР заманындағы Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, Еңеү көнө, 1 май байрамдарына арналған матур открыткаларҙы әле лә иҫләйбеҙ.
Илшат ЗАРИПОВ.
Читайте нас: