Бөгөн, III Китап байрам Халыҡ-ара китап-йәрминкәһе сиктәрендә өс билдәле ҡыҙ үҙҙәренең бөйөк аталары тураһында һөйләне. «Династиялар» – ул үҙ туғандары тураһында ғына түгел, ә бөтә совет осоро тураһында ла хәтирәләр спектакле. Екатерина Рождественская, Илзе Лиепа, Александра Захарова сиратлап сәхнәгә сығып, үҙҙәренең аталары: Роберт Рождественский, Марис Лиепа һәм Марк Захаров тураһында тетрәндергес итеп һөйләне.
Екатерина Рождественская Лужникиҙағы концертҡа нисек эләгеүен хәтерләй. Рождественский шиғырҙар уҡый. Өсөнсө шиғырында һүҙҙәрен онота. Ҡапыл өҫкө рәттәрҙән шыбырлай башлайҙар һәм аҫҡы трибуналарға еткәс шыбырлау гөрләүгә әйләнә. Атаһы шиғыр уҡыуын дауам итә. Екатерина сығып китә һәм атаһының, ул уйлағанса, әрәмтамаҡ булмауын аңлай. Сөнки мәктәптә балалар ата-әсәләренең һөнәрҙәре тураһында һөйләй. Ә уның атаһы гел өйҙә, үҙенең кабинетында ултыра.
Екатерина Рождественская: «Ата-әсәйем тураһында һөйләгәндә, һәр кем үҙенең ата-әсәһен дә иҫенә төшөрһөн ине. Бәлеш бешергән өләсәһен, төнөн әкиәт уҡыған әсәһен, бәләкәй сағыңда иңбашына күтәргән атаһын. Бала саҡтың тәмен, еҫен, бөтә нәмә ябай һәм аңлайышлы булған ваҡытты иҫегеҙгә төшөрөп йылмайығыҙ. Хәтирәләргә сумып алығыҙ. Һәм бер аҙға булһа ла мәрхәмәтле булығыҙ. Бөгөн тап шул етмәй».
Илзе Лиепа Марис Лиепаның Ҙур театрҙың «алтын быуынын» тәшкил итеүен хәтерләй. Уларҙың ғаиләһендә бер ҡасан да: «Беренсе бул. Барыһынан да яҡшыраҡ бул!» тип талап итмәгәндәр. Ә йыш ҡына: «Тырыш! Эшлә! Сабыр ит!» тигәнде ишеткәндәр.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Илзе Лиепа: «Атайыбыҙ беҙгә, ағайым Андрисҡа һәм миңә: «Балалар! Әгәр һеҙ әҙ генә тырышһағыҙ, тормошоғоҙ шундай ҡыҙыҡлы булыр!» – тиер ине. Атайыбыҙ беҙгә балет донъяһына ғына түгел, ә Ижад донъяһына ишек асты. Беҙ уға һәм әсәйебеҙгә ижад менән тулы ҡыҙыҡлы тормош өсөн рәхмәтлебеҙ.
Александра Захарова атаһы Марк Захаровтың театр булдырыуын, бер нисә быуын актёрҙар үҫтереүен һөйләне. Уның ата-әсәһе ГИТИС-та таныша. Әсәһенә стенгазета өсөн рәссам кәрәк була, уға Маркты тәҡдим итәләр. Ҡыҙ карикатура төшөрөргә һорағас, Маркты ток һуҡҡан кеүек була. Ул ҡаршыһында буласаҡ һөйгәне тороуын аңлай. Маркка режиссёр булырға нәҡ ҡатыны кәңәш итә.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Александра Захарова: "Ғаилә... беҙҙең ғаилә – бик ҙур донъя, бәхет, мөхәббәт һәм яҡлау. Барыһынан да нығыраҡ мин ҡабаттан атай-әсәйемде ҡосаҡларға теләр инем. Улар 60 йылдан ашыу бергә йәшәнеләр. Бәхетле һәм бик ябай булмаған тормош кисерҙеләр. Улар уникаль кешеләр ине, төрлө, әммә бер-береһенә бик оҡшаш, бер-береһен бик яратҡан кешеләр ине. Мөхәббәт, ышаныс, ижад һәм театрға хеҙмәт итеү Захаровтар ғаиләһенең нигеҙе булды. Һәм мин беләм, был хаҡ ҡиммәттәр минең менән мәңгегә ҡаласаҡ. Минең ҡәҙерле атай-әсәйем миңә ҡалдырған мөхәббәт бер ҡасан да һүнмәйәсәк".
«Династиялар» спектакленең идеяһы "Кобзон" мәҙәни фонды директоры Антон Собяниндыҡы.
Спектаклдең һәр күренеше хәтирәләр менән тулы, ул сәхнәләге күренештәргә үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Спектакль сәнғәткә һөйөү, быуындар бәйләнеше һәм Ватандың мәҙәни мираҫы менән ғорурланыу кеүек мөһим темаларҙы күтәрә. Был хәтирә-спектакль тамашасылар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы, улар илде данлаған һәм уны яратҡан өс бөйөк сәнғәт әһеле тураһында белде. Уларҙың ҡыҙҙары хатта үҫеп етһәләр ҙә, аталары өсөн һаман бәләкәй булып ҡалды.