-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Май 2025, 08:50

#ПесниПобеды флешмобы

️Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан иғлан иткән #ПесниПобеды флешмобына Ҡадир Даян һүҙҙәренә, Заһир Исмәғилев көйөнә яҙылған "Шайморатов генерал" йыры менән ҡушыла.

#ПесниПобеды флешмобы
#ПесниПобеды флешмобы

Билдәле патриотик йырҙың һәр аккорды, һәр юлы Еңеү яулаған батырҙарға оло рәхмәтебеҙ символына әйләнһен. Ошо хәтерҙе киләсәк быуындарға еткерер өсөн уларҙың исемдәрен, батырлыҡтарын, ҡорбандарҙы иҫкә төшөрәйек.

Еңеү йырҙары – көй-моң ғына түгел, улар – беҙҙең именлек, азатлыҡ сүкелгән тотош дәүер сағылышы. Был йырҙарҙа юғалтыу әрнеүе лә, еңеү шатлығы ла, яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс та бар.

Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған флешмобҡа ҡушылырға саҡырабыҙ.

Автор:
Читайте нас