Нәжип Юлдашбаев — «Ҡош юлы» хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Былтыр, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының мәҙәниәт йортонда “Яҙҙар килә шаулап, тағы яҙҙар!” хәйриә концертын ойоштора.
Концерттан алынған бөтә аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяжына йүнәлтелә.
«Ҡош юлы» быйыл буламы, тип һораусыларға:
Күптән башланды, йырҙар менән видеояҙмалар ҡабул ителә.
Кемдәр ҡатнаша ала? 18 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала.
Нисек үтә? Конкурс ике этаптан тора.
Беренсе этап: ҡатнашыусылар гитарала башҡорт телендә уйнап-йырлаған эштәрен видеоға төшөрөп Вконтакте социаль селтәрендә “Ҡош юлы” төркөмөндә булдырылған плейлистҡа һалырға (йә төркөмгә хәбәр/сообщение аша mp4 форматында ебәрергә) тейеш. Плейлистҡа һылтанма: vkvideo.ru/playlist/-36833092_5...
Видео форматы: MP4, мотлаҡ горизонталь 16:9, 4:3.
Икенсе этап: жюри ағзалары ярышты дауам итәсәк ҡатнашыусыларҙы һайлай.
Баһалау системаһы:
Гитарала уйнап йырлаусылар ике йүнәлешкә бүленәсәк:
- бары тик башҡарыусы (башҡа ижадсының йырын башҡарыусы)
- автор-башҡарыусы (йырҙың һүҙҙәре, көйө - үҙенеке).
Йола буйынса, башҡорт һүҙ йорлоғон үҫтереү маҡсатында “ҠОШ ЮЛЫ – 2025” фестивале сиктәрендә ике этапта уҙасаҡ “Ҡош Юлы" республика шиғриәт конкурсын ойоштороу ҡаралған. Тимәк, шиғыр ижад итәһең икән, әйҙә, ҡыйыу бул, сәхнә тот!
Иғтибар! Һайлап алыу этабы 2025 йылдың 21 майына тиклем дауам итә! Жюри ағзалары силәге аша үткән гитарасы-йырсылар “ҠОШ ЮЛЫ – 2025” фестиваленең төп сәхнәһендә 11-13 июлдә сығыш яһап, шәптән-шәп махсус бүләктәр менән бүләкләнәсәк!
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/wall-36833092_15116