Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө алдынан Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы бейеү флешмобын иғлан итте. Флешмобҡа ҡушылыу өсөн үҙеңдең образыңа милли кейем элементтарын өҫтәү, этник музыкаға бейеп йәки төрлө хәрәкәттәр яһап, ҡыҫҡа видео төшөрөү талап ителә.
Роликты #этномодалы хештегы менән «Бәйләнештә» социаль селтәренә һалыр, шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығын билдәләргә кәрәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ведомстово иң яҡшы видеояҙмаларҙы билдәләй.
0+