+13 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
9 Апреля 2025, 11:02

"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:

Рәзифә Әхмәтйән ҡыҙы МӨХӘМӘҘИЕВА (хәҙер ӘМИРХАНОВА) Саҡмағош районының Рапат ауылынан.

"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:
"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:

Беҙ туғыҙ бала булғанбыҙ. Һуғышҡа тиклем дүртәүһе үлгән. Мин иң бәләкәсе. Олоһо Рәйсә апайым Сайран еҙнә менән Пермь өлкәһендә ниндәйҙер хәрби заводта эшләгән. Һуғыш сыҡҡас та еҙнәне алып киткәндәр. Апайым Рафаэль исемле ике йәшлек улы менән һалҡын баракта тороп ҡалған. Заводта ун икешәр сәғәт эшләгәндәр. «Баланы ҡалдырып китергә кеше юҡ, – тип һөйләгәне иҫемдә апайымдың. – Ишеккә тиклем, итәгемә тотоноп, илап килә. Мин уны этеп тигәндәй ҡалдырып, ишекте бикләп китәм. Бик оҙаҡ ишетелеп тора ҡолағымда баламдың илаған тауышы. Йөрәгем әрней. Әҙерәк бара биргәс, түҙмәй, кире килеп тәҙрәнән ҡараһам, ыштаны ла юҡ килеш, иҙәндә туңҡайып йоҡлап киткән була ине».
Ун ике сәғәт буйына ул бала ни эшләгәндер ҙә апайым үҙе ни хәлдәр түҙгәндер. Хәрби завод булғас, эштән ебәрмәйҙәр, ти. Эшләргә кешеләр етешмәгәндер инде, бөтөнләй китергә лә рөхсәт итмәгәндәр. Әсә кешенең күрәләтә балаһын үлтерер хәле юҡ бит инде.
Беҙҙең яҡтарға ҡайта торған өс балалы ҡатынға эйәреп ауылға ҡайтырға булған. Заводтан эшләгәне өсөн аҡса ла алмаған. Ете көн буйына ҡайҙа ат менән, ҡайҙа йәйәү аслы-туҡлы ҡайтып йығылғандар.
Инде тыуған яҡҡа ҡайттыҡ, үлмәбеҙ әле, тип ҡыуанырға ла тура килмәне апайыма. Атайыбыҙҙың үлеүенә ҡырҡ көн тулмағайны әле. Атайҙы һағынып ҡайтып та күрә алмағанына әсе күҙ йәштәре менән илағаны хәтеремдә.
Рәйсә апайым ҡайтып әҙ генә ваҡыт үтеүгә, Өфөләге Фатима апайым ике йәшлек ҡыҙы Лилиәне етәкләп ҡайтып килде. Ул йылды яҙ ташҡын бик ныҡ булған. Фатима апайымдар Нижегородкала йәшәгән. Уларҙың торған өйҙәрен, тағы байтаҡ кешеләрҙекен ташҡын ағыҙып алып киткән. Бер нәмәһеҙ тороп ҡалғандар. Һуғыш башланып, ире Әбелнәғимде оҙатҡас, үҙе Өфөләге бер туғандарыбыҙҙа йәшәгән, шуға ҡыҙын беҙгә ҡайтарып ҡуйҙы.
Фатима апай фанера заводында эшләгән. Самолёттар өсөн һәйбәт фанералар эшләй инек, сит илгә лә оҙаттылар шикелле, тип һөйләй ине.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең өс бәләкәй бала ҡырына Рәйсә һәм Фатима апайымдарҙың балалары ла өҫтәлде. Өс ата балалары бергә үҫтек.
Былай бик татыу йәшәнек. Тик ныҡ асҡа интектек. Серек бәрәңге лә, ашарға ярай торған бер үлән дә ҡалманы. Тәүлектәр буйы ауыҙға бер нәмә лә ҡапмаған саҡтар булды.
Рәйсә апай беҙгә атай урынына ҡалды. Әсәйем менән икәүләп улар ғаиләне астан үлтермәҫ өсөн төрлө эштәргә йөрөнө. Хәллерәк кешеләрҙең иҫке кейемдәрен алыр өсөн уларға ер ҙә ҡаҙҙылар. Һабанда йөрөнө, трактор ҙа ҡарауылланы, сусҡа ла, һарыҡ та көттө.
Бер ваҡыт ошо апайымдың малайы Рафаэль бригадир малайы менән бергә баҫыуға барған. Асыҡҡан булғандыр инде. Арыштың өлгөрөп тә етмәгән сағы. Йәшел генә башаҡтарын кепкаларына һалғандар. Сәлихйән исемле ағай баҫыу ҡарауыллаған. Быларҙы күргән. Баштарына кейгән кепкаларының ҡалҡып тороуынан башаҡ алғандарын белгән. Икеһен дә етәкләп, кәнсәләргә алып барған. Бригадир балаһын өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр, ә туғанымды төнгөлөккә бер үҙен шунда ҡалдырғандар. Әсәйемдең: «Концлагерҙағы кеүек, торғаны бер скелет инде, шул баланы нисек йәлләмәй бер үҙен һалҡын кәнсәләрҙә ҡалдырырға ни йөрәктәре етте икән. Кейеме лә юҡ бит ул баланың. Ә председатель Хамматтың үҙенең балалары урам буйлап икмәк ҡайырып ашап йөрөй», – тип ҡайтып илағаны хәтеремдә.
Иртәгәһен әсәйем Гөлтуташты РОМ-ға (районное отделение милиции) ебәрҙеләр. Шунан алда ғына әсәйебеҙ баҡсанан бер тәрилкә бәрәңге алып кергәйне. «Былай булғас, асыҡмайбыҙ инде, балаҡайҙарым, бәрәңге уңған быйыл, бер төптән генә күпме алдым», – тип бешерергә йыуып әҙерләп кенә тора ине. Бәрәңге ҡайғылары китте. Беҙ илашып тороп ҡалдыҡ. Шул килеш ул бәрәңгене лә бешермәнек. Көн буйы ас ултырҙыҡ.
Әсәй кискә генә ҡайтып инде. Күрәһең, рәхимле следователь булғандыр. «Бар, апай, балаларыңды ҡара», – тип ҡайтарып ебәргән. Шунан һуң ғына әлеге бәрәңгене бешереп , бергә ашап, ятып йоҡланыҡ.
Ул заманда ҡыштар шул тиклем һыуыҡ булды. Яғырға утын юҡ. Урман беҙҙән ете саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл янында. Кистәрен ҡышҡы һыуыҡта Рәйсә апай менән Зәйнәп апай бәләкәй сана һөйрәп урманға утынға китә. Йүнле кейемдәре лә юҡ. Өшөп-туңып, хәлдән тайып ҡайтып килгәндә урман ҡарауылсыһы Ғәбит ағай күреп ҡалһа, утындарын бушаттырып, саналарын ватып, балталарын тартып алып китә. Ҡатыны һәйбәт кеше булған, иртәгәһенә апайымдар теге балтаны өйөнән кире барып ала ине.
Бер тапҡыр шулай алып ҡайтҡан утындарын өйгә индереп тормай, тышта ҡалдырып йоҡларға ятҡандар. Иртән торһалар – утын юҡ, ти. Төндә кемдер алып киткән.
Ауылда бер уғры ҡатын бар ине. Бөтәһе лә белә ине уның ниндәй икәнлеген. Шуға апайымдар тура бының өйөнә киттеләр. Барһалар, утынды турап, баш аҫтына йәшереп һалып ҡуйған, ти.
Башта бер нисә кәзәбеҙ бар ине. Һөтө, ҡатығы, ҡайһы саҡта ҡаймағы ла була торғайны. Һуйып та ашағанбыҙҙыр инде. Иң аҡтыҡ кәзәбеҙҙе, налог түләмәгәнһегеҙ, тип алып сығып киттеләр. Һарығыбыҙ булманы, уға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәк. Ә беҙ, береһенән-береһе бәләкәй балалар, ундай эшкә ярамайбыҙ. Апай менән әсәй колхоз эшенән бушамай. Һәр кеше 260 көн эшләргә тейеш йылына. Шуға көнөнә 50 грамм иҫәбенән көҙгә, уңыш йыйып алғас, иген таратып бирәләр. Кеше башына – 12,5 килограмм. Әсәй менән апайҙың икеһенә – 25 кило. Нисәмә кешегә ул күпмегә генә еткәндер инде. Бәрәңге ҡотҡарғандыр. Уныһы ла етмәй. Сөнки фронтҡа ебәрергә тип киптереп тапшыралар.
Ике апайымдың да ирҙәре һуғыштан ҡайтманы. Сайран еҙнәнән бөтөнләй хәбәр булманы, бер хаты ла килмәне. Рәйсә апайым башҡа кейәүгә сыҡманы. Бер бөртөк балаһы Рафаэлде ҡарап аяҡҡа баҫтырҙы.
Фатима апайыма башта хаттар килеп тора, аҙаҡ унан да хәбәр килеүҙән туҡтай.
Һуғыш бөткәндә кешеләр илашты, ҡыуанды. Ә беҙҙең өйгә ҡайтыр кеше булмағас, ныҡ иҫтәлекле булып хәтерҙә ҡалмаған.
Шул йылды мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. Һуғыштан һуң да беҙҙең Рапат ауылында икмәк ашаған кеше булманы. Мин 1955 йылда Өфөгә киткәндә лә беҙҙең К. Маркс колхозында икмәк юҡ ине әле. Өфөгә килеп, апайымдар ярҙамында ашханаға эшсе булып урынлашҡас ҡына, һуғыш бөтөп, ун йыл үткәс, беренсе мәртәбә туйғансы икмәк ашаным.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:
"ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ — ТАРИХ ЯРАЛАРЫ" китабынан өҙөк:
Автор:
Читайте нас