1943 йылдың декабрь айы... Һуғыш осоронда икмәк норма менән талонға бирелә ине. Беҙгә, өс кешегә, 900 грамм алыр инек. Булған аҡсаны, талондарҙы бик ҙур документ итеп кеҫәлә үҙем тегеп алған бумажникта йөрөтәм. Декабрь айының талондарын барып алдым. Юлда малайҙар менән шаяра-шаяра ҡайттыҡ. Бына ҡаза – кеҫәмдәге теге шыма ғына бумажнигым төшкән дә ҡалған бит! Илай-илай юлымдан кире барып, магазин тирәләрен эҙләгән булам, юҡ. Көнөнә ҡустым менән миңә 350-шәр грамм, әсәйемә 200 грамм икмәк, башҡа бер ерҙән дә килем юҡ. Әсәйем нишләһен инде, мине әрләү, туҡмау менән листок буламы ла, икмәк буламы? Өндәшмәне, ҡайғы уртаҡ булды.
Тик бер ай буйы нисек йәшәргә? Аҙыҡҡа алмаштырыла торған әйберҙәр бөттө. Өйҙөң түбәһендәге мөйөштә әсәйем һәр ваҡыт ҡарап, һаҡлап ҡына йөрөгән төргәк элеүле тора торғайны. Декабрҙең уртаһы ла булып китте, ярай, һыйыр бар – ҡоролай һәм бешереп эсеп тә ҡарайбыҙ, тик «көйөшкә» бер нәмә лә юҡ, асыҡтыра. Дәрескә бара алһам, миңә 50 грамм икмәк бирерҙәр ине. Уны ашау ҡайҙа – өйгә алып ҡайтып, өскә бүлеп, ҡустыма, әсәйемә биргән булам, тик әсәйем ашамайса, беҙгә бирер ине.
Бер көн әсәйем мөйөштә торған төргәкте төшөрҙө, үҙенең күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. Селтәрендәге көмөш тәңкәләрен һыйпап: «Һуғыш бөткәнсе һаҡлай алманым инде, һин ҙурайғас, киленемә бүләк итермен, тигәйнем. Мин иткә алмаштырырға һөйләштем, улым. Ярар, һау булһаҡ, нәмә табылыр әле», – тип кемгәлер алып китте.
Шул көмөш тәңкәләргә әсәйем өс килограмм ит алып ҡайтты. Уны һурпалап, бер нисә көнгә еткерҙе. Ә артабан нишләргә? Һарайҙа майҙа тыуған быҙауҙан башҡа йән эйәһе юҡ, һыйырға әле тейергә ярамай. Күптәр яңғыҙ һыйырҙарын да ашап бөттөләр.
Беҙҙән өй аша Ғәлиастан исемле ағай йәшәне. Ул нишләптер һуғышҡа барманы, иҫемдә, хатта эшләмәне лә. Күп ваҡыттар ас була торғайны. Уны «ҡараҡ» тип тә йөрөттөләр. Булһа булғандыр, бер килеп урағанда яңғыҙ ат менән килер ине, икенсегә пар ат менән күренә торғайны. Шул Ғәлиастан ағай әсәйгә балаларға өтөп ашат тип, бер һыйыр тиреһе тоттороп ҡайтара. Туң тирене өйҙә иретеп, әсәй бысаҡ менән буйға оҙон итеп телеп сыҡты, шунан теге тире таҫмаһын таяҡҡа урап, мейестә өттө, йәмкәне баҙлатып, өҫтөн ышҡып таҙартты. Йыуғас, һап-һары йомшаҡ ҡына ашамлыҡ барлыҡҡа килде. Шулай итеп, ҡойҡа һурпаһы эсеп, саҡ-саҡ декабрь аҙағына барып еттек... Талонды 29-30-ҙарында тарата башлайҙар. Бынан һуң әсәйем уларҙы бумажникка һалмаҫҡа, күлдәккә кеҫә тегеп, булавка менән эләктереп йөрөргә ҡушты.