-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Февраль , 12:32

Махсус хәрби операция тураһында нисек бар шулай

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән...” спектакленең премьераһы уҙа. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Көнүҙәк темаға арналған сәхнә әҫәрен Мөнир Сәхиулла улы махсус хәрби операция биләмәһенә ҡылған сәфәрҙәре йоғонтоһонда яҙған, шуға ла спектаклдәге ваҡиғалар һәм яҙмыштар ысынбарлыҡтан алынған. “Алдашмайынса яҙҙым, ҡабартманым”, – ти автор. Шулай уҡ ул үҙен премьера менән ҡотламауҙы һораны һәм быны шулай тип аңлатты:

Махсус хәрби операция тураһында нисек бар шулай
Махсус хәрби операция тураһында нисек бар шулай

– Әҫәрҙе тетрәнеп, һыҙланып яҙҙым, сөнки бөтәһен дә үҙем барып күрҙем. Һалдаттар менән сәғәттәр буйы блиндаждарҙа, окоптарҙа, яу яландарында һөйләшеп ултырҙым. Күңелдәренә инеп һөйләшкәс, холоҡтарын да, нимә уйлағандарын һәм кисергәндәрен дә беләм. Бер уйлаһаң, белгән теманы яҙыуы еңел булырға тейеш кеүек, әммә шул тойғоларҙы яңынан кисереүе ауыр булды. Илай-илай яҙғас, хәҙер ҡарарға ҡурҡыңҡырап торам. Репетицияларға бармауым да шуға бәйле.

– Махсус хәрби операцияға һәм яугирҙәргә арналған очерктарығыҙ, юлъяҙмаларығыҙ халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәр өлөшөн матбуғат биттәренән һәм интернет селтәренән көтөп алып уҡынылар. Ҡатмарлы теманы икенсе жанрҙа яҡтыртыуға нимә этәрҙе?

– Үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ нисек бар шулай яҙырға һәм күрһәтергә тейешбеҙ, сөнки башҡа илдәр юрғанды үҙҙәренә ҡарай тартырға ярата. Ә мин алдашмайынса яҙҙым, ҡабартманым. Нисек бар, шулай.

Махсус хәрби операция башланған осорҙа уға халыҡтың ҡарашы төрлөсә булды. Спектакль ошо йәһәттән дә тамашасыға күп һорауҙарға дөрөҫ яуап табырға ярҙам итер, тип уйлайым.

– “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” тигән очергығыҙ менән ҡыйыу башҡорт батыры Фәнис Хөсәйеновтың хәтерен мәңгелләштерҙегеҙ. Пьесаға уның образын индерҙегеҙме? Ғөмүмән, геройҙарҙың прототиптары бармы?

– Дүрт төп герой бар: "Ҡаһарман", “Хакер”, “Малыш”, “Историк”. Яҡшылап ҡараһаң, уларҙа ысын яугирҙәрҙе төҫмөрләргә мөмкин. "Ҡаһарман" тигәне Фәнискә оҡшаған, әммә тулыһынса уны һүрәтләргә тигән маҡсат ҡуйманым, йыйылма образ булыуы ла ихтимал. Бәхәскә урын ҡалмаһын өсөн пьесаны тарихи йә булмаһа биографик әҫәр итеп яҙманым.

Бөтә тарих комбат тирәләй бара. Яугирҙәрҙе ул “улым” тип кенә йөрөтә. Уларҙың яҙмыштары өсөн борсолоп, ошо тарихты һөйләй.

Әҫәрҙең сюжеты тетрәндергес хәл-ваҡиғаларға ҡоролған, урындағы халыҡ та күренеп ҡала, бандеровсыларҙың вәхшилеге сағыла.

– Пьесаның төп идеяһы ниндәй?

– Һуғыш кешене нисек үҙгәртә, унда ниндәй ҡиммәттәр өҫкә сыға – төп фекер бына ошо. Әйтәйек, "Малыш" тигән геройҙың ысын позывнойы "Хакер" ине. Ул егеттең балаларса саф ҡарашы өйгә ҡайтҡас та күҙ алдынан китмәй торҙо. Яуға әсәһенә әйтмәй киткән. Атайһыҙ үҫкәнгәлерме, миңә ныҡ ылыҡты. Шундай саф күңелле балаларҙың яуҙа йөрөүе, бер яҡтан, ғибрәт булһа, икенсе яҡтан, "Малыш"та мин яҡтылыҡтың, намыҫтың, сафлыҡтың сағылышын күрҙем. Сафлыҡ менән намыҫ беҙҙе яҡты киләсәккә алып сығыр, тип уйлайым. Спектакль барышында “Малыш” ысын яугиргә, ил намыҫын һаҡларҙай әзмәүергә әйләнә.

Геройҙар бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған: береһе – хулиган, икенсеһе балалыҡтан сығып етмәгән, өсөнсөһө тарих менән ҡыҙыҡһына, дүртенсеһе – бошмаҫ. Араларында ғаиләһендәге ыҙғыштан ҡасып, үҙен һынамаҡ булып, ысын күңелдән илде яратып килгәндәр ҙә бар. Артабан бөтәһенең дә уй-маҡсаты берегә – тыуған илгә булған һөйөү, киләсәк өсөн көрәш. Ошо көрштең юҡҡа түгел икәненә бөтәһе лә инанасаҡ. Был уйлап сығарылған фекер түгел, ә юлъяҙмаларыма ингән, үҙ күҙҙәрем менән күргәндәрҙән сығып тыуған фекер.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-02-19/mahsus-h-rbi-operatsiya-tura-ynda-nisek-bar-shulay-4128757

 

Автор:
Читайте нас: