+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
14 Февраль , 12:06

ҠОМАРТҠЫ

БР Милли әҙәбиәт музейында һаҡланған ҡыҙыҡлы экспонат – Италияла эшләнелгән “Soberano” аккордеоны.

ҠОМАРТҠЫ
ҠОМАРТҠЫ

Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994), фронтовик-яҙыусы Яныбай Хамматовтыҡы. Йәш саҡтан ул гармунда уйнау теләге менән яна. Ошо теләген тормошҡа ашырыу ниәтенән һалдат Яныбай 1946 йылда һуғыштан “Soberano”ны һатып алып ҡайта. Ноталарҙы белмәүенә ҡарамҫтан, үҙе аккордтар һайлап өйрәнә, төрлө көйҙәрҙе уйнап күңелен баҫа. Музейға тапшырылған аккордеон Яныбай Хамматовтың төрлө яҡлы шәхес икәнен билдәләй. Башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлау, үҙе лә кинәнеп йырлау әҙиптең яратҡан шөғөлө була. Экспонатты музейға әҙиптең хәләл ефете Фидан Хамматова бүләк иткән.

Аккордеон РФ Музей фондының Дәүләт каталогына индерелгән.

Зөлфирә Ҡарағужина.

Автор:
Читайте нас: