-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 10:47

#һорауяуап

Мәрйәм апай, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Интернет селтәрҙәрендә, хатта башҡорт матбуғаты чаттарында ла донъялағы бөтә әшәкелектәрҙе йыйып яҙалар ул?

#һорауяуап
#һорауяуап

ЯУАП: 

Урал-батыр васыятында:
#Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ, - ти.
Нимә ул "күл һыуы"?
Ул - үлемдең өсөнсө төрө.
1. Тәбиғи үлем.
2. Яуызлыҡтан килгән үлем. Һуғыш, башҡа фажиғә.
3. Күл һыуҙары килтергән үлем. Ул - кешене, халыҡты күңел төшөнкөлөгөнә төшөрөүсе кире күренештәр, рух һындырыу, эскелек, наркомания, даими насар мәғлүмәттәр һ. б.
Насар мәғлүмәттәр - ана шул өсөнсө төр үлемгә юл ярыусылар. Ундай мәғлүмәттәрҙе уҡымағыҙ, иғтибар итмәгеҙ, бирешмәгеҙ, рухығыҙҙы һындырмағыҙ, туғандарым! Урал батыр һынлы ғәйрәт үҙе күл һыуҙарын эсеп харап була. Шуға ошо васыятын әйтә.

Мәрйәм Бураҡаева - https://vk.com/wall229454822_14144

Фото: https://vk.com/wall-175284210_117341

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас