-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 22:54

Ауылыма ҡайтырға ҡурҡам...

Зәлифә менән бер класта уҡыныҡ. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге һөнәри училищела белем алдыҡ та, кейәүгә сығып, үҙебеҙҙең ауылда төпләндек.

Ауылыма ҡайтырға ҡурҡам...
Ауылыма ҡайтырға ҡурҡам...

Ниңәлер, Зәлифәнең бәләкәйҙән бәхете булманы. Ата-әсәһе гел эсте, балаларын яҡшылап ҡарамай ине. Ире лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай булып сыҡты. Класташым бер нисә тапҡыр ауырға ҡалды, әммә сабыйҙары үле тыуып торҙо...

Ә беҙ ирем менән баштан уҡ яҡшы йәшәнек. Ул йүнсел, барыһын таба, дүрт балабыҙ хәстәрлектә үҫеп, бер-бер артлы үҙаллы тормошҡа баҫа торҙо, бәләкәйе лә хәҙер ауыл мәктәбен тамамлап килә.

Әммә ике йыл элек ирем аварияла ҡазаланып ҡуйҙы. Операция үткәргәс, яйлап хәрәкәтләнә, ләкин элекке кеүек донъя көтә алмай. Миңә, муллыҡта йәшәп өйрәнгән ҡатынға, был хәл бик ауыр йоғонто яһаны.

Тап шул осорҙа класташым Зәлифә, айыҡмай эскән иренән биҙеп, ҡырға эшкә сығып китте. Бер-ике айҙан ҡайтып төштө. Матурланған, күҙҙәренә нур ҡунған. Аҡсалы. “Шул-шул ерҙә тауыҡ йолҡоу эшендә йөрөйөм, – ти. – Беҙгә, ауыл ҡатындары өсөн, еп-еңел. Өйрәнелгән эш. Ай ярым өсөн бына ҡайһылай түләнеләр!”.

Минең күҙем ҡыҙҙы. Беренсе тапҡыр класташыма көнләшеп ҡараным. Ә ул, иремдең хәлен белгәс, мине үҙе менән барырға ҡоторта башланы. “Итәгеңә йәбешерлек балаң юҡ, ҙурайып бөттөләр. Ирең үҙ-үҙен ҡарарлыҡ. Әйҙә, минең менән. Эш белгән кешеләр күп кәрәк унда”, – ти.

Ысынлап та, ниңә ауылда ятам әле? Иргә сыҡҡаны бирле бер ҡайҙа йөрөгәнем юҡ. Барып ҡайтһам инде... Был теләгемде иремә еткерҙем. Ул аптырап, шаңҡып ҡалды. “Элекке кеүек үк булмаһа ла, кәсебебеҙ яйлап бара бит. Аҡса етерлек. Бына ныҡлап һауығып алһам, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Саҡ ҡына түҙәйек”, – тип ҡырға китеү теләгемә ҡаршы килде. Ә мине, гүйә, ен ҡотортҡандай, иремдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайынса, әрләшеп, туҙынып, Зәлифәгә эйәреп сығып киттем.

Ә унда эш... ҡот осҡос икән. Баш күтәрерлек түгел. Йүгерәһең дә йүгерәһең, кис вагондағы ҡаҡ урындығыңа арманһыҙ булып ҡайтып йығылаһың. Таңға – йәнә фермаға. Етәксе итеп ҡуйылған һөмһөҙ ирҙәр өҙлөкһөҙ һүгенә, артыңдан ҡыуып йөрөп тигәндәй эшләтә. Миңә, наҙланып ҡына, ирҙең ышығында ғына йәшәп өйрәнгән ҡатынға, стресс булды. Ҡайтам, тиһәм, ай ярым тулмайынса ебәрмәйҙәр. Шулай ҡаҡҡыланып, һуҡҡыланып тигәндәй тейешле ваҡытты еткерҙем.

Аҡсаны, баҡтиһәң, эшеңдең һөҙөмтәһенә ҡарап түләйҙәр икән. Миңә, норманы үтәмәгән, артта һөйрәлеп йөрөгән өсөн, Зәлифә теге саҡ әйткән сумманан ике тапҡырға кәмерәк тотторҙолар.

Ә класташым бында минән бөтөнләй ситләште, башҡалар менән шау-гөр килеп йөрөй, алдынғылар рәтендә. Минең яҡҡа хатта мыҫҡыллы ҡарап үтеүсән. Ә эш тамамланып ҡайтыр көндә ауылдан күршем шылтыратып, шаҡ ҡатмалы хәбәр еткерҙе. Баҡтиһәң, Зәлифә минең хаҡта ғәйбәт таратҡан икән. Ауылдағы ҡатындарға шылтыратып, “Мөнирә бында килгәс үк ирҙәр менән йөрөй башланы. Холоҡһоҙ бисә булған икән. Йөрөмтәл икәнен белһәм, алып килмәҫ инем...” – тип алдап һөйләгән. Был хәбәр иремә лә барып еткән...

Шулай ҡот осҡос хәлдә ҡалдым. Иремдең, ауылдаштарымдың күҙенә нисек күренәйем хәҙер? Ҡурҡам, оялам... Аптырап, әлегә ҡалалағы ҡыҙымда туҡтаным. Нисек ҡайтайым, иремә нисек кенә аңлатайым? Ышанырмы ул миңә?

Районда йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән - https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-08/auylyma-aytyr-a-ur-am-4530984

 

Автор:
Читайте нас