Бабай уға бер ҡулъяулыҡ тултырып үлән орлоғо биргән.
- Яҙ етеү менән ошоно баҡсаңа тултырып сәс. Икенсе йылға көҙөн орлоғон йыйып алып килерһең, - тигән.
Ике йыл үткәс, ҡатын бабайҙы осратҡан:
- Нишләп мин биргән үләндең орлоғон алып килмәйһең? - тип һораған бабай.
- Мин үләнде шул тиклем ҡәҙерләп үҫтерҙем. Һыу ҡойҙом. Ә был бит дегәнәк булған. Икенсе яҙын бөтә баҡсамды баҫып алды. Бынан йолҡһам, икенсе урындан сыға. Баш күтәрмәй йәй буйы үлән йолҡтом. Ул ғына түгел әле. Орлоҡтар елгә осоп, күршеләрҙең дә баҡсаһын баҫты. Улар алдында шул тиклем оят, -тигән ҡатын.
Бабай бик оҙаҡ ҡатынға ҡарап торған да:
- Һеҙ минән ярҙам һорап килгәйнегеҙ. Мин һеҙгә ярҙам иттем тимәк. Ғәйбәт ошо дегәнәк орлоғо һымаҡ тиҙ тарала. Кеше күңелен бысрата, ялғанға ышанырға мәжбүр итә. Баҡсағыҙҙы бик оҙаҡ таҙартырға тура киләсәк. Бер ваҡыт осона сығырһығыҙ. Ә бына кеше күңеленә һалынған бысраҡты таҙартыу ай-һаааай ауыр булыр. Сүп таҙалаған ваҡытта, моғайын, ғәйбәт һөйләргә ваҡытығыҙ ҙа булмағандыр, - тип яуаплаған.
Ҡатын аптырауға ҡалған. Бабайға шелтәле ҡараш ташлаған да, артабан сүп йолҡорға баҡсаһына йүгергән. Шул ваҡыттан ғәйбәт һөйләүен дә ташлаған, кеше һүҙен тыңлау ғәҙәте лә үткән...
Был яҙмаға репост эшләһәгеҙ, үҙҙәрен таныусылар күберәк булыр, һүҙ йөрөтөүселәр әҙерәк кәмер, бәлки.