Яңғыҙ ҡалыуымда ниндәйҙер кимәлдә әсәйем дә ғәйепле. Ул күптән мәрхүмә инде. Әлбиттә, аңлайым, үлгән кеше тураһында насар һөйләргә ярамай. Шулай ҙа ҡайһы берҙә, айырыуса ошондай ғаилә байрамдарында, парлыларға, балалыларға көнләшеп ҡарайым. Уларға күңелле, уларҙы ҡотлайҙар, ҡунаҡҡа йөрөшәләр.
Мин Өфө ҡалаһында ғаиләлә яңғыҙ ҡыҙ булып үҫтем. Бала сағым матур, етеш тормошта үтте. Мәктәптә ныҡ яҡшы уҡыным, фортепиано буйынса музыка мәктәбен тамамланым. Үҙем теләгән һөнәр буйынса юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Университеттан һуң фән юлынан китергә ҡарар иттем. Был теләгемде уҡытыусы булып эшләгән әсәйем дә, ҙур заводта инженер булған атайым да хупланы. Тик атайым минең диссертация яҡлауымды күреп өлгөрмәне, йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булды. Беҙ әсәйем менән икәү генә ҡалдыҡ.
Был ваҡытта мин үҙемдең ғилми етәксем менән етди мөнәсәбәттә инем. Атайыма был хаҡта әйтеп, хәлде аңлатып өлгөрмәнем. Уның вафатынан һуң әсәйемә әйтеүҙе лә кисектерҙем. Ғаиләбеҙ ауыр хәлдә ҡалған мәлдә әленән-әле килеп хәлебеҙҙе белгән, һәр яҡлап терәк булырға тырышҡан кешенең миңә булған мөнәсәбәтен, бәлки, әсәйем аңлағандыр ҙа, бәлки, уның ҡайғыһы ла булмағандыр.
Етәксем минән байтаҡҡа, 20 йәштән ашыуға оло, ҡатынынан айырылған кеше ине. Атайҙың вафатына бер йыл булып үткәс, уға кейәүгә сығырға йыйыныуымды әсәйемә әйттем. Ул быны аңламаны, бөтөнләй ҡабул итмәне. Бәлки, шундай ауыр саҡта мине янынан ебәрергә теләмәгәндер. Уның илап-һыҡтауҙары, үтенеү-ялбарыуҙары аша үтә алманым, кейәүгә сығыуҙан баш тарттым. Етәксем тағы бер йыл самаһы өмөтләнеп йөрөнө лә бер ҡатынға өйләнде. Мин диссертациямды уңышлы яҡлап, икенсе урынға эшкә күстем.
Шулай йыл артынан йылдар үтте. Әсәйем дә мәрхүмә булды. Хәҙер мин – 50-не уҙған ҡатынмын. Барыһы ла бар: иркен фатирым, эшем, тормошом етеш. Әммә... япа-яңғыҙмын. Исмаһам, кешенеке кеүек яҡын туғандарым да юҡ бит. Ярай, алда әйткәнемсә, бесәйем бар. Хәлдәремдә, шатлығымды ла, ҡайғымды ла уға һөйләйем.
Ни эшләп, берәй ир-егет менән танышмайһың, парлы булһаң, еңелерәк, тормош күңеллерәк булыр ине, тип әйтеүселәр ҙә бар. Аҡыллы, лайыҡлы, күркәм холоҡло, эшлекле ир-егеттәрҙең барыһының да ҡатыны, ғаиләһе бар шул. Ә инде кем етте шуның менән танышып, ваҡыт үткәреп йөрөгөм килмәй.
Бына шулай йәшәп ятам әле...”
Өфө ҡалаһынан Римма исемле ҡатындың һөйләгәндәренән яҙылды.