Яугир йәй башында әрме сафына алына һәм күп тә үтмәй Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, артабан Луганск өлкәһенә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. «Адик» бәләкәйҙән йыр-моңға маһир, ҡурай уйнарға, бейергә ярата, Баймаҡ ҡалаһындағы данлыҡлы «Саптар» бейеү ансамбленә йөрөй. Торғаны менән әртис егеттең ҡапыл махсус хәрби операцияға барырға теләк белдереүе ата-әсәһе, туғандары өсөн көтөлмәгән хәл була.
Яугирҙең әсәһе Рәүиә Рәфҡәт ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндә, улының һәр ваҡыт хәрби кеше булырға теләүен, бигерәк тә хәрби кейемде яраты-уын, тура сафтарҙа атлап йөрөүҙе оҡшатыуын белдек. Шулай уҡ мәктәптә һәм коллежда уҡыған сағында Еңеү көнөнә арналған парадтарҙа командир булараҡ йөрөй, хәрби-патриотик лагерҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Тимәк, «Адик» күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырып, үҙ илен һаҡларға, ата-бабаларының юлын лайыҡлы да-уам итеү бурысын теүәл үтәргә тигән яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Йәш яугирҙең был аҙымы күптәргә өлгө булырлыҡ.
Әйткәндәй, йәш яугирҙең бала сағы бәхетһеҙ осраҡтан башланған. 2007 йылда малайҙың ата-әсәһе фажиғәле һәләк була. Ул саҡта сабыйға ни бары йәш тә биш ай ғына тулып өлгөрә. Етем ҡалған сабыйҙың атаһы Рәүиә Рәфҡәт ҡыҙының бер туған ҡәйнеше була. Был хәл тураһында ишеткәс тә, ялда булыуына ҡарамаҫтан, Айрат Магнитогорскиға юллана. Ҡулына ҡустыһының улын тотоп ҡайтҡан ирен автовокзалда ҡаршы алған Рәүиә Рәфҡәт ҡыҙы ул саҡты бөгөнгөләй хәтерләй.
—Артур менән Руслан улдарыбыҙ менән мәж килеп йәшәп ятабыҙ, ирем Магнитогорск ҡалаһында смена буйынса эшләй, ул оҙаҡ йылдар милицияла хеҙмәт итте. Үҙем магазинда һатыусымын. Ҡәйнешем менән килендең ғүмере бер нисә минут эсендә ҡыйылыуын ишеткәс тә, хәлһеҙ ҡалдыҡ. Икеһенең дә икенсе никахтары ине, уртаҡ улдары ине. Бер һүҙһеҙ иремдең аҙымын хупланым, ғаиләбеҙгә тағы ла бер улыбыҙҙың артыуына һөйөндөк. Ағайҙары ҡустыларын шул тиклем яратып ҡабул итте, ҡулдарынан төшөрмәне тиһәк тә була. Шулай йылы ҡосаҡта, матур тәрбиә алып үҫте өсөнсө малайыбыҙ. Артабан өлкән улдарым Сибайға уҡырға китте, мәктәпте тамамлап, һөнәр алып үҙаллы тормош башланы. Ә беҙ кинйәкәүебеҙ менән донъя көттөк. Асыҡ, ихлас, аралашыусы малай булып үҫте. Торғаны менән әртис булһа ла ваҡыты менән хәрби кеше булырға теләүен белдереп килде. Урал аръяғы агросәнәгәт колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәренә уҡырға инде, уны ла тамамлап бөтмәй, әрме сафына алынды. Ялға ҡайтҡанында имтихандарын биреп, ҡулына дипломын алды. Ант ҡабул итеү алдынан миңә шылтыратып: «Әсәй, һин көймә, мин контранкт төҙөнөм. Был минең аңлы ҡабул иткән ҡарарым, электән хәрби булырға хыялландым. Һин минең менән ғорурланырға тейешһең, минең менән барыһы ла яҡшы буласаҡ, һүҙ бирәм!»—тине. Ни әйтергә лә белмәй, һүҙһеҙ ҡалдым. Аптыраным, нисек инде, улым, тип түгелеп илап та алдым. Атаһына шылтыраттым. Бер-ике сәғәт эсендә уйланыҡ та билет алып, хеҙмәт иткән часына барҙыҡ, ант биреү ваҡытына өлгөрөп ҡалдыҡ. Илап та, әйтеп тә ҡараным, әммә улым үҙ һүҙендә ныҡлы торҙо, ил һаҡларға юлланды. Бер яҡтан уйлап ҡараһам, уны ла аңлайым: илен яратҡан, Ватанын һөйгән илһөйәр булараҡ, илебеҙгә яу ҡупҡанда, бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған ниндәй ир-егет түҙеп ятһын, ысынлап та, һәр береһе илен һаҡларға күтәрелә. Әсәй булараҡ, ниндәй әсә үҙ балаһын ҡурсаламаһын, уның йәшләй генә яу яланында булыуын ҡабул итә алмайым. Биш намаҙымды уҡыған һайын ғәзиз улыма теләктәр теләп, доға ҡылам, уның хәбәрен көтөп, ҡулымдан телефонымды төшөрмәй йөрөтәм. Төндәр буйы уйланып та ятҡан ваҡыттар ҙа йыш була, шулай ҙа күңелдә борсолоу менән ғорурлыҡ хисе лә тынғылыҡ бирмәй. Улыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирә алыуыбыҙға ҡыуаным, үҙ юлын илебеҙҙе һаҡлауҙа күргән икән, тимәк, уның ҡарарын хөрмәт менән ҡабул итергә тейешбеҙ, тигән фекергә килдем,—ти яугир әсәһе.
Батыр улдар үҫтергән әсәләрҙең һәр береһе оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ, тап әсәләрҙең балаларына ҡарата изге доғаһы ҡабул ителә, тиҙәр. Рәүиә Юнысбаеваның да уҡыған доғалары, теләгән теләктәре «Адик» позывнойлы улына бары тик иҫәнлек һәм һаулыҡ бирһен, ауыр саҡта еңеллек өҫтәһен, рухи яҡтан терәк булһын. Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәребеҙ иҫән-һау яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын, донъялар имен булһын!
Кәримә Усманова.
"Атайсал" гәзитенән - https://ataisal.com/articles/zamandash/2025-11-18/b-l-k-y-n-h-rbi-bulyr-a-hyyallana-4471986