-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 09:46

Балаларымдан оялам...

50 йәштән үткән ханымдың һөйләгәндәренән:

Балаларымдан оялам...
Балаларымдан оялам...

“Ирем менән йәшләй генә яратышып өйләнештек, тырышып донъя көттөк, ике балабыҙ башҡалар алдында кәм-хур булмаһын тип, көсөбөҙҙө йәлләмәй эшләнек. Иптәшем 50-гә лә етмәй, ҡапыл ғына үлеп китте. Улым өйләнде, ейәнсәрем тыуҙы. Тик йәшәүҙәренең рәте, килен менән татыулыҡтары булманы, айырылып, минең янға ҡайтты. Ныҡлап ҡына бер ҡайҙа ла эшкә урынлаша алмай, унда-бында ҡалымда йөрөп маташа, әммә күбеһенсә минең елкәлә ята. Ҡыҙым үҫмер сағынан елбәҙәгерәк булды, мәктәпте лә саҡ тамамланы. Түләүле уҡырға индереүем дә бер ниндәй файҙа килтермәне – беренсе курсты ла тамамламайынса, уҡыу йортон ташлап ҡуйҙы. Ниндәйҙер шикле компания менән бәйләнеп, бер егет менән дуҫлашты. Ҡыҙым ауырға ҡалғас, теге егеттән елдәр иҫте. Мәле еткәс, ҡыҙым һау-сәләмәт малай тапты. Әлбиттә, ейәнем булыуына шатланам, ҡыуанысым-йыуанысым булып үҫеп килә, тик балаларым өсөн кеше алдында оялам. Таныштарҙан берәйһе, “Балаларың ни хәлдә, нимә эшләй?” тип һораһа, нисек яуап бирергә белмәй баҙап ҡалам. Ә нимә тип әйтергә? Йүнләп эшләмәйҙәр, әлегә минең елкәлә яталар, улым ҡатынынан айырылды, ҡыҙым кейәүгә бармайынса бала тапты, тип әйтәйемме? Шул арҡала туғандар, яҡындар менән аралашыуҙан ҡаса башланым. Урамда берәй танышым осраһа ла, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙерәк китеү яйын күрәм. Балаларым өсөн оялам...”

Психолог Гәлиә Сәлихова был осраҡҡа бына ниндәй кәңәш бирҙе:

- Эйе, һәр ата-әсә балаһына бәхет кенә теләй. Үҫтереп, оло тормошҡа сығарғас, уның уңышлы булырына, матур, татыу ғаилә ҡороп йәшәүенә өмөт итә. Әммә ғүмер арбаһы гел тигеҙ юлдан тыныс ҡына тәгәрләмәй бит әле. Унда саҡыр-соҡоро ла осрап ҡуя, текә үрҙәргә лә менергә тура килә, упҡынға тәгәрәгән осраҡтар ҙа була. “Бер кемдең дә һарайы буш түгел”, тип әйтергә ярата бер туғаным. Был әйтем берәүҙең дә тормошо идеал рәүештә генә бармай, барыбыҙҙың да ниндәйҙер хаталары, юғалтыуҙары, ҡолау-абыныуҙары барлығына ишара. Әлеге ҡатын кешеләр алдында оят ти, ә бит ул оялған кешеләрҙең дә тормошонда проблемалар, ҡытыршылыҡтар етерлек. Йәғни һеҙҙе башҡалар алдында ҡыҙарырға мәжбүр иткән хәл-ваҡиғалар тик һеҙҙә генә булған, Ер йөҙөндәге берҙән-бер осраҡ түгел. Һәр кем яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы үтеүен аңлау мөһим.

Бала бәләкәй саҡта, үҙен тәртипһеҙ тотһа, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә (кешеләр менән һаулыҡ һорашмай, рәхмәт әйтә белмәй, йә үҙен дорфа тота, тупаҫ һөйләшә) – эйе, ысынлап та, бындай осраҡта ата-әсәгә балалары өсөн башҡалар алдында ҡыҙарырға тура килеүе лә ихтимал. Тәрбиә юҫығында нимәгә иғтибар биреп еткерелмәй – шул турала уйланырға ла ишара. Әммә инде ҙурайған, бәлиғ булған балалар тормош йомғағын үҙҙәре һүтә, илаһалар ҙа, ҡолаһалар ҙа, был – уларҙың тормошо. Яңылышлыҡтары, хаталары менән булһа ла һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе ҡора.

Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ был осраҡ буйынса нимә тип әйтер инегеҙ? Ниндәй кәңәш бирә алаһығыҙ? 

"Башҡортостан" гәзитенән - https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-11-16/balalarymdan-oyalam-4468865

 

Автор:
Читайте нас