Ә мин ҡалдым. Унан һуң да бер нисә ҡыҙ менән осрашҡылап ҡараным әле. Әммә улар былай ғына, киләсәкте бергә бәйләрлек түгел инеләр. Ул арала йәштәштәремдең өйләнәһе өйләнеп, ситкә китәһе – китеп, урынлашып бөттө. Ауылда минең ишеләр генә ҡалды. Бер ҡалһаң, шулай ҡалаһың икән ул. 35-40-та ла әллә ни һуң кеүек түгел әле, әммә йәш барған һайын ғаилә ҡороу ҡатмарлана. Ә хәҙер мин бөтөнләй өмөтләнмәйем. Тиңдәштәремдең балалары үҫеп етеп, ейәндәр алып ҡайта башланы.Районда яңғыҙ ҡатындар ҙа бар ул. Әммә бер ҙә кейәүгә сыҡмай ҡалғаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күбеһе айырылып ҡайтҡан. Таныштарым араһында ла бар ундайҙар. Тәҡдим яһап ҡарағаным да булды, бала менән алырға ла ҡаршы түгел инем. Ләкин улар ҡабаттан ғаилә ҡороп, ир менән йәшәргә үҙҙәре теләмәй бит! Сөнки айырылып ҡайтҡас, тыныс ҡына йәшәүҙең тәмен татып өлгөргән улар. “Миңә былай ҙа ҡыйын түгел. Бала менән үҙемде генә нисек тә булһа ашатам!"– тиҙәр.
Йәй көнө классташтар менән осрашыу ойошторғайныҡ. Арабыҙҙа ике ҡыҙыбыҙ, минең кеүек, бер ҙә генә лә ғаилә ҡороп ҡарамаған икән. Был йәштә йәшерен-батырын түгел бит инде, асыҡтан-асыҡ һөйләшәбеҙ. Улар уҡырға киткән ерҙән ҡалала төпләнеп ҡалған. Береһе әле булһа тулай тораҡта йәшәй, икенсеһе фатир алған. Әммә хәҙер улар ауылға ҡайта торған кеше түгел бит инде.
Сөнки эшкә бәйлеләр. Күпме ҡалала йәшәп, ҡайҙан инде кире ауылға ҡайтһындар? Стаж юғалмаһын өсөн эш кәрәк, ә ауылда ул юҡ. Бәлки бер 10-15 йыл элек тәҡдим яһаған булһам, нимәгәлер өмөтләнергә булыр ине. Ул мәлдә, һис булмаһа, бала алып ҡайтырлыҡ булғандар. Ә 50-лә кейәүгә сығыуҙың ниндәй мәғәнәһе бар? Яңғыҙылыҡҡа өйрәнгән кешеләр беҙ. Был хәлде бер нисек тә үҙгәртә алмаған бисаралар...
З.Ғ.