Берәүҙекенә лә оҡшамаған, донъяға ҡараштары тик үҙҙәренсә булған, замандан алдараҡ та атлаған, насар ҡылыҡтарҙан азат булған, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн йән атып йәшәгән һәм эшләгән Ейәнсура районының аҫыл ир-уҙамандары: алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, педагог-новатор, фәйләсуф яҙарман Наил ЮЛДАШБАЕВ менән үҙе режиссер ҙа, үҙе актер ҙа булараҡ "Бер актер театры" оҫталығына эйә Радмир ДӘҮЛӘТБӘКОВ яуаптары:
Радмир: Беҙ һәр ваҡыт кемдәндер нимәлер көтәбеҙ. Дәүләт нимәлер эшләр тип көтөү ҙә дөрөҫ түгел. Туған тел мәсьәләһе буйынса башҡорт йәмәғәтселеге ойошорға, ҡарарҙар ҡабул итеп, уларҙы тормошҡа ашыра башларға бурыслылыр. Был йәһәттән ойошоу күҙәтелә, тик һиҙелерлек саралар тойолмай. Шул арала бер нисә быуын туған телен белмәй быуын нығыта. Ул быуын вәкилдәре үҙҙәре атай, әсәй булғас, туған телдәрен үҙ балаларына нисек өйрәтер икән? Бер ваҡыт беҙ ун егет тупланып, шундайыраҡ ҡарарҙар ҙа ҡабул иткәйнек. Әйтәйек, уныбыҙҙың береһендә һарыҡтар бар икән, ҡалғандар унан ғына алырға тейештәр. Башҡа тауарҙар, проблемалар буйынса ла шундай уҡ принцип. Әгәр ҙә минең балымды туғыҙ кеше һатып алһа, мин финанс йәһәтенән күтәрелеп ҡалам. Тағы ла уныбыҙ ҙа үҙебеҙҙең туғандарҙы әйҙәһә, бер-береңде күтәреү пирамидаһы барлыҡҡа килә. Бына мин тыуған ауылымда ер алып, фермерлыҡ эшен башлағайным, шунда уҡ ҡырын ҡараусылар барлыҡҡа килде. Был йәһәттән Гөлсирә апай үҙенең уңышһыҙ эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе тураһында һөйләгәне бар, яҙып та сыҡты. Минеңсә, беҙгә был йәһәттән ҡырҡа үҙгәрергә кәрәк. Әгәр ҙә ауылдарҙа йәшәүселәр бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы мөхиткә ойошһа, бер лөғәттә аралашһа, тел мәсьәләһен дә ыңғай юҫыҡҡа бороу ҡыйын булмаҫ ине. Балаларҙың теле үҙебеҙсә асылһын өсөн уларҙың ата-әсәләренең бер-береһен ихтирам иткән, туған тел проблемаһы менән янып йәшәгән мөхите кәрәктер. Ә бит балалар өлкәндәргә ҡарап үҫә.
Наил: Туған телебеҙ өсөн борсолоп йәшәүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Һәр районда кәмендә ун кеше ошо мәсьәлә менән көнө-төнө янып йәшәй, көрәшә, ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡара. Халыҡҡа телдең функцияһы, шәхес тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Кемдәрҙер беҙгә килеп, ошо телдә һөйләшһендәр, тип өйрәтмәгән бит туған телебеҙҙе. Телебеҙ тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән. Тел кешелә аңды, аҡылды, фекерләүҙе формалаштыра. Литвала биш-алты йыл элек телде һаҡлау буйынса митингылар күп булды. Унда урыҫ мәктәптәрен яба башлағайнылар, халыҡ күтәрелде. Митингыларҙы федераль каналдарҙан күрһәттеләр. Шул ваҡытта психолингвистар сығыш яһаны. Уларҙың фекеренсә, әгәр ҙә бала үҙ телендә уҡымай икән, уның фекерләүе барлыҡҡа килмәй. Шул саҡ был мәсьәләне бар халыҡ аңлар тип ҡыуанғайным, береһе лә быға иғтибар итмәне. Урыҫ балалары үҙ телендә уҡымаһа, фекерләүҙәре формалашмаһа, башҡа милләт балалары ла шундай уҡ хәлдә бит. Рәсәйҙә бөгөн йөҙҙән ашыу милләт үҙ телендә уҡымай, бының балаларҙың психикаһында нисек сағылыш тапҡанын ниңә ғалимдар өйрәнмәй икән? Тикшермәйҙәрме, әллә тикшереп тә әйтмәйҙәрме? Үҙ ваҡытында психолог Леонид Выготскийҙың "Телмәр һәм фекерләү" тигән ҙур хеҙмәте булды. Донъя кимәлендә беҙҙең илдең психологы итеп уны ғына беләләр. Ул һәр милләттең менталитеты тураһында ғилми эштәр зарурлығы хаҡында белдергәйне. Шуны әйтте лә, 38 йәшендә генә вафат булды. Әллә ауырып үлдеме, әллә ошо фекере булышлыҡ иттеме? Шунан алып был теманы күтәргән кеше юҡ.
Туған телдең кеше психикаһына тәьҫире хаҡында сит ил ғалимдарының хеҙмәттәре барҙыр инде ул. Литвалағы хәлдәрҙән һуң психолингвистика өлкәһендә хеҙмәттәр яҙыусылар шундуҡ барлыҡҡа килде. 90 процент милләт беҙҙә үҙ телендә уҡымай. Башҡорттар, татарҙар, удмурттар, якуттар араһында ла ундайҙар бар. Халыҡтың күпселек өлөшөнә туған телдә уҡыу бөтөнләй кәрәкмәй. Улар минең балам үҫер ҙә, берәр һөнәр алыр ҙа, магазин асыр ҙа, байманлыҡта йәшәр тип уй йөрөтә. Башҡорт балаларының урыҫ класында уҡыуына ҡарайым да, күпме буласаҡ шәхестәребеҙҙең юҡҡа сығыуын күҙаллайым. Урыҫ мөхите "комбайны" беҙҙе ашай. Беҙҙә 1974 йылда асылған 2-се мәктәптә гел урыҫса уҡыттылар. Унда башҡорт класы бөтөнләй булманы, әммә, асылда, башҡорт балалары белем алды. Ул иң яҡшы мәктәп һаналды, әммә башҡорт милләтенән булған бер ғалим да, яҙыусы ла юҡ. Ә беҙҙең райондан сыҡҡан ғалимдар, яҙыусылар Үтәғолда, Иҙәштә, Байышта, Ибрайҙа, Муйнаҡта, Үргендә, Мәзиттә, Абзанда башҡорт мәктәбен тамамлаусылар. Ә Иҫәнғолдоң иң маҡталған мәктәбенән берәү ҙә юҡ. Ижади шәхестәре генә түгел, унан етәкселәр ҙә сыҡмаған. Унан инженер-техник хеҙмәткәрҙәр йәғни урта кимәлдәге белгестәр сыға. Әсә теле - ул тәбиғи тел, ижади фекерләү - ул тәбиғи фекерләү. Һәр бала ижадсы булып тыуа, әгәр ҙә туған телен белмәһә, был тәбиғәт ҡануны емерелә, юҡҡа сыға. Әсә телендә һөйләшкән кешенең фекерләүе һығылмалы була.
Федераль кимәлдә, Мәскәүҙән тороп туған телдәрҙе уҡытыуҙы сикләргә була, әммә ғаилә менән бер кем дә идара итә алмай. Уның үҙ ҡанундары, үҙ конституцияһы, үҙ туған теле, йолаһы. Ғаилә ҙур потенциалға эйә. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?
Наил: Мин үҙ ғаиләмә шундай шарт ҡуйҙым: "Өйөбөҙ - башҡорт утрауы, унда тик башҡортса һөйләшәһегеҙ, ә тышта үҙегеҙ ҡарағыҙ..." Ҡыҙым медицина университетын тамамланы, хәҙер ҙур ғына компанияла эшләй, ҡайһы ваҡыт Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ебәреүемде һорай. Ул башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрен ҡымыҙ һымаҡ эсә. Улым радиоэлектроника өлкәһендә хеҙмәт итә. Аспирантура тамамланы, башҡорт телендә иркен аралаша. Әйткәндәй, улым 2007 йылда Башҡорт дәүләт университетының радиофизика һәм электроника бүлегенә ике имтихан биреп инде: береһе - физика, икенсеһе - башҡорт теле. Ул саҡта бындай мөмкинлек бар ине. Былар барыһы ла үҙ ғаиләмдә ҡуйған шарт ярҙамында килеп сыҡты. Ғаилә - туған телде һаҡлаусы бер институт ул.
Радмир: Мин үҙемдең балалар театрына йөрөүселәргә: "Әгәр ҙә һеҙ туған телегеҙҙе белһәгеҙ, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, үзбәк телдәре кеүек бик күп телдәрҙе аңлаясаҡһығыҙ", - тип йыш ғына әйтәм. Беҙ күп осраҡта балаларҙың туған телен белмәүен "Ул аңлай ул" тигән һылтау менән ҡапларға тырышабыҙ. Йәнәһе, аңлауы ҙур мәртәбә. Аңлауын аңлай ҙа, ҡасан һөйләшер һуң?
Мин йыш ҡына Урта Азия, Кавказ халыҡтарының урыҫ телендәге акценттарына иғтибар итәм. Хатта шул акценттарына ҡарап ҡына ла уларҙың ниндәй милләттән булыуҙарын билдәләп була. Ҡыҙыҡ, башҡорттоң урыҫса һөйләшеүендәге акценты нисегерәк яңғырай икән? Ни өсөн тигәндә, бында психологик мәл бар. Беҙ үҫкән саҡта хатта шул акцентыбыҙҙан ҡурҡып, оялып, урыҫса һөйләшмәй, юғалып ҡала торғайныҡ. Әгәр ҙә акцентыбыҙ булһа, үҙебеҙҙең башҡорт икәнлегебеҙҙе һөйләшеүебеҙҙән ук танытыр инек, тимәксемен.
"Киске Өфө" гәзитендә сыҡҡан мәҡәләнән өҙөк.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл