-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 09:33

ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ

Күренекле яҙыусы, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде! Ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ

Бер мәл себен менән бал ҡорто осрашҡан, ти.
- Һин ҡайҙа йәшәйһең? - тип һораған себен бал ҡортонан.
- Сәскәлектә, - тип яуап биргән бал ҡорто. - Ә һин?
- Ҡайҙа булһын, һаҙлыҡта инде, - тип яуаплаған себен.
Улар тағы бер аҙ һөйләшкәндән һуң, хушлашып, һәр ҡайһыһы үҙе йәшәгән төйәккә осҡан. Тик шуныһы: һөйләшкән саҡта себен үҙенең йәшәгән урынын һаҙлыҡ тип атаһа, ул, киреһенсә, сәскәлек менән ҡапланған болонға, ә бал ҡорто һаҙлыҡҡа йүнәлгән. Себен сәскәле болон уртаһында ат тояғы батҡан урында үҙенең бысраҡ донъяһын ҡорһа, бал ҡортоноң йәшәгән урыны - һаҙлыҡ уртаһындағы бәләкәй генә утрауҙағы өйкөм сәскәлек икән. Хикмәт шунда: бал ҡорто һаҙлыҡта - сәскәлекте, себен сәскәлектә һаҙлыҡты күргән... Ошо классик риүәйәттән сығып, менталитет хаҡында бик оҙон бәхәс ҡорорға мөмкин булыр ине. Менталитет, тигәндән, был төшөнсәне тик айырым милләттәрҙең холоҡ-фиғеленә, характер үҙенсәлегенә генә ҡайтарып ҡалдырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Ғалимдар, мәҫәлән, көнсығыш менән көнбайыш, көньяҡ менән төньяҡ, Азия менән Европа, Рәсәй менән Америка менталитетын өйрәнә. Беҙ тағы ла үҙебеҙҙең милләттең милли һыҙаттары хаҡында әңгәмә ҡорорға йөрьәт иттек. Әңгәмәлә яҙыусылар Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ һәм философия фәндәре кандидаты Зәкирйән ӘМИНЕВ ҡатнаша.

Башҡорт милләтен генетик башланғысынан алып өйрәнгән Рыбаков, Вәлиев, Никитина, Юлдашбаев, Юнысова, Рәхмәтуллина кеүек фән белгестәренең яҙмаларында уның менталитетын ҡылыҡһырлаған ун пункт бар. Бына улар: ирек һөйөү, дөрөҫлөктө асыҡларға теләү тойғоһо, фәлсәфәүи аң, ҡунаҡсыллыҡ, ҡыйыулыҡ, моңһоҙлоҡ, ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, ғорурлыҡ. Һеҙ ошолар менән килешәһегеҙме?

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Был сифаттар тик башҡорт халҡына ғына хас, тип иҫәпләү бигүк дөрөҫ булмаҫ ине. Ни өсөн тигәндә, Ер йөҙөндә халыҡтар бихисап һәм уларҙың барыһы ла тиерлек юғарыла һанап үтелгән сифаттарҙың ҡайһыһыналыр ниндәйҙер кимәлдә эйә. Беҙ "кешелек" тип аталған бер үк йәшәү мөхитендә булғас, дөйөм кешелеккә хас сифаттарға ла эйәбеҙ. Менталитет - ул тарихи төшөнсә, шуға күрә ҡайһы бер сифаттарыбыҙҙың асылын, сәбәбен хәҙерге көн проблемаларынан сығып эҙләү, аңларға һәм аңлатырға тырышыу ҙур хата булыр ине. Был - бер, икенсенән, ҡайһы бер сифаттар башҡалар күҙлегенән бөтөнләй икенселәй булып күренеүе лә бар бит әле. Әйтәйек, сабыр кеше уның тарихын белмәгән башҡаларға моңһоҙ ҙа, тыйнаҡ та булып күренеүе бар.
Зәкирйән Әминев: Килешәм, менталитет тарихтан айырылғыһыҙ. Мәҫәлән, милләтебеҙҙең ирек һөйөүсән булыуын тарих биттәрендә утлы эҙ ҡалдырған һәм меңәрләгән батырҙарыбыҙҙың йәнен ҡыйған ихтилалдарҙан ғына ла белеп була. Тимәк, теге йәки был милләттең менталитетын белеү өсөн уның тарихын белеү фарыз. Дөрөҫлөктө асыҡларға теләү тойғоһо мәсьәләһенә туҡталғанда, мин милләттәштәремдә был тойғоноң яҡшы уҡ үҫешкәнлеге менән ризалашам. Әммә, шул уҡ ваҡытта, күп осраҡтарҙа шул дөрөҫлөктө асыҡлауҙы аҙағынаса алып барып еткерә белмәүҙәре күңелде ҡыра. Оҙаҡ йылдар закон һағы хеҙмәткәре булғас, миңә дөрөҫлөктө эҙләп йөрөүселәр менән йыш осрашырға тура килде. Беҙҙекеләр ҡапыл ярһый башлай ҙа, эште эҙмә-эҙлекле дауам итә белмәй, ялҡа, йөҙ төрлө фекергә эйәрә һәм, барына риза булып, "әй, ярай" тип ҡул һелтәй. Ә инде осона сыҡҡандар һирәк, бик һирәк.
Гөлсирә Ғиззәтуллина: Ошо тәңгәлдә баштан уҡ халыҡ тигән төшөнсәнең мәғәнәһен асыҡлап китәйек. Халыҡ, тигәндә дөйөм кешелек массаһы күҙ алдына килә, уның иһә кеме юҡ. Ә башҡорт - беҙҙең милләт. Милләтебеҙҙең маҡтар һәм маҡтаныр яҡшы яҡтарын беҙ былай ҙа беләбеҙ, ә хаталарға илтер етешһеҙлектәрен, ғәҙәттә, асыҡларға яратмайбыҙ. Был үҙенә күрә шул уҡ менталитет күрһәткесе. Тағы ла бер проблемаларға алып килә торған яғыбыҙ - ҡорбанлыҡ тойғоһо. Һин ҡорбан булып көн итеүеңде хөкүмәттән дә, етәкселәрҙән дә, ирең йә ҡатыныңдан да, эшеңдән дә, хатта һарайҙағы һыйыр менән тауығыңдан да күрәһең. Улар һине төрлө яҡлап сараһыҙландырған, бәйләгән. Һин бөтөн нәмә өсөн көс тә түгәһең кеүек, икенсе яҡтан, бер нәмә өсөн дә яуаплы түгелһең. Бары үҙеңде был йәшәйештең ҡорбаны тип кенә уйлап тик йөрөйһөң. Һәм был психология яйлап кешенән ҡол яһай. Өнһөҙ-тынһыҙ, ризаһыҙ, әммә тауышһыҙ ҡол. Үкенескә ҡаршы, бөгөн күптәребеҙ ошондай көрсөктә һымаҡ.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Ҡорбанлыҡ - тотош элекке Советтар Союзы халыҡтарына хас сифат. Ниндәйҙер аңлашылмаған абстракт киләсәк өсөн үҙеңде ҡорбан итергә әҙер тороу. Шул уҡ ваҡытта илебеҙ шул ҡорбанлыҡ иҫәбенә йәшәй ҙә. Урынлы һорау тыуа: Октябрь инҡилабына тиклем динле, Хоҙайлы булған кешеләр нисек итеп ике-өс йыл эсендә "ата большевик" булып китеп, күҙ алдарында яҡты киләсәкте һынландырып, ғүмерҙәрен бирә алды икән? Атҡа атланып, үлемдең күҙенә тура ҡарап, быуаттар һуҙымында яуға барған атай-олатайҙарыбыҙҙың да, күкрәге менән дошман дзотын ҡапларға ташланған Шакирйән, Миңлеғәле атлы башҡорт батырҙарының да, фанилыҡ менән баҡыйлыҡ һыҙығын үткәндә күҙ алдарында шулай уҡ абстракт яҡты киләсәк торҙомо икән? Юҡ, әлбиттә. Бындай осраҡта кеше Аллаһы Тәғәлә менән осраша, уның менән һаулыҡ һораша. Үҙе өсөн йәнен аямаған аҫыл заттарыбыҙ, батырҙарыбыҙ күп булған өсөн дә Ул бөгөн беҙҙе яҡлай һәм һаҡлай.

Үҙебеҙгә лайыҡлы йәшәргә ҡамасаулаған сифаттарыбыҙ хаҡында ла һүҙ алып бармай әмәлебеҙ юҡ. Сөнки үҙ-үҙебеҙҙән бер ҡайҙа ла китә алмайбыҙ. Әммә беҙгә лә башҡалар кеүек лайыҡлы тормош ҡорорға, балалар үҫтерергә кәрәк. Ошо күҙлектән ҡарағанда, холоҡтарҙағы баҙнатһыҙлыҡ, артыҡ тыйнаҡлыҡ аяҡ салалыр, бәлки, беҙгә, нисек уйлайһығыҙ? Моңһоҙлоҡ хаҡында нимә әйтерһегеҙ?

Гөлсирә Ғиззәтуллина: Беҙҙең быуынға, ғөмүмән, алданғанлыҡ тойғоһо хас. Ниндәйҙер системалы идеологияларға таянып, ышанып йәшәнек тә, улар ҡапыл юҡҡа сыҡты һәм беҙ алданғандар хәлендә ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ. Бына мин ауылға ҡайтып, пекарня астым. Үҙемсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм һәм ауылда күпмелер булһа ла эш урыны булдырам, тигән ниәт менән был эшкә тотондом. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, икмәк бешереү цехының нигеҙенән башлап һуңғы нөктәһенә ҡәҙәр бөтәһен дә үҙ ҡулыбыҙ менән эшләргә тура килде. Сөнки ауылда беҙгә ялланып эшләргә теләгән кеше юҡ. Әле икмәк бешереүсенең алтынсыһын алмаштырҙыҡ: йә эсәләр, йә юғалалар, йә намыҫлы була белмәйҙәр. Өй-өй булып эшһеҙ яталар, балаларына кейем-һалымлыҡ та аҡса таба алмайҙар, әммә көс һалып хеҙмәт итеү уйҙарында ла юҡ. Әйтеүе лә оят, хәҙер миңә башҡорт ауылында икмәк бешереү өсөн үзбәкте ялларға һәм уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртыуға чеченға мөрәжәғәт итергә тура киләсәкме? Үҙ елкәмдә татығандарҙан һуң мин инде әллә күпме баҫыуҙарҙың ташландыҡ хәлдә ятҡанына, күл-һыуҙарҙың ситтәр ҡулына күсеүенә аптырамайым.
Зәкирйән Әминев: Мәжит Ғафуриҙың башҡорт йәшәйеше хаҡындағы фекерҙәре араһында бик ҡыҙыҡлы ғына юлдар бар. Ул моңһоҙлоҡ башҡорттоң тик тышҡы күренеше генә, ти. Сөнки уның тәбиғәте шулай яй, тандыр. Ә үҙе экстремаль ситуацияларҙа берәүҙе лә алдына сығармай, ти. Был беҙҙең милләттең яугир халыҡ булыуын аңлата. Беҙҙе бит нисә йылдар, башҡорт күсмә халыҡ, ул дәүләт төҙөп йәшәмәгән, ерегеп донъя көтөүгә ҡулайлашмаған, тип уҡыттылар. Ә ысынында беҙҙең дәүләт булған. Дәүләт структуранан һәм ҡатламға бүленгән халыҡтан тора. Элитала батша, йәғни хандар, бейҙәр, унан яугир ҡатламы, ары руханиҙар һәм ябай халыҡ килә. Үҫәргәндәр - башҡорттоң бәшәнәк өлөшө, бөрйәндәр - яугир өлөшө һ.б. Бей тигән атама үҙе үк ғәскәр башлығын аңлатҡан. Йәғни, башҡорт яугир ҡанлы милләт булып, үҙен бик иркен тотҡан. Яу сабыу уның асылылыр ҙа әле, бәлки...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Яңыраҡ Үҙәк телевидение аша Андрей Малахов алып барған "Пусть говорят" ток-шоуында Владикавказдан Сакинат тигән ҡыҙҙы күрһәттеләр. Ҡыҙҙың тыумыштан ике ҡулы юҡ һәм ул әҙәм балаһы ике ҡулы менән башҡарған барлыҡ ғәмәлдәрҙе аяҡтары ярҙамында эшләй. Хатта үҙенән ун йәшкә кесе һәм барлыҡ ағзалары ла теүәл, иҫән-һау булған ире Әмирхандың сәстәрен дә аяҡтары менән һыйпай. Шуныһы хәтерҙә ҡалды: Әмирхан да, ҡыҙҙың үҙе лә уның ҡулдары булмауы арҡаһында бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәй. Шулай булғас, Хоҙай Сакинатты ҡулһыҙ итеп яралтыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны ғәрип кеше тип әйтә алмайбыҙ. Хоҙай был осраҡта ҡыҙҙың ҡул менән башҡара торған барлыҡ ғәмәлдәрен уның аяҡтарына йөкмәткән генә. Бынан сығып, минең әйтергә теләгән фекерем шул: әгәр ҙә теге йәки бер кеше йәки халыҡ тәбиғәттән ниндәйҙер сифаттарға эйә булып тыуа икән, был уның етешһеҙлеге түгел, ә тәбиғи асылы. Шуға күрә, теге йәки был халыҡтың милли сифатын, икенсе һүҙ менән әйткәндә, менталитетын уның кире сифаты тип атарға хаҡыбыҙ юҡтыр.

Совет осороноң "тигеҙләү" сәйәсәте лә беҙҙең аңға бай кешене күрә алмау хисен алып инде. Ауылдарҙа үҙ эшен асырға теләгән кешеләрҙе байырға тырышыу тип күреп, уларға ярҙам итергә ынтылып тороусыларҙың булмауы ошо сәйәсәттең һөҙөмтәһе тип әйтә алабыҙмы?

Гөлсирә Ғиззәтуллина: Әйтә алабыҙ. Бөгөн ауылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән булған, фермерлыҡты, ер эшкәртеүҙе һәм башҡа шөғөлдәрҙе алып барған кешеләрҙең һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Улар тик үҙҙәренең егәрлелеге, тырышлығы, рух ныҡлығы менән генә йәшәп килә. Ауылда уларҙы "бай" тип яратмайҙар. Ә ул "байҙың" төнгө икелә ятып, иртәнге алтыла торғанын, тәүлек әйләнәһенә ҡулынан эш төшмәүен, яҡшы эшсе табыуҙан башлап, ҡағыҙ-документ мәшәҡәттәренә тиклем әллә күпме нервы һәм ваҡыт сарыф иткәне менән ҡыҙыҡһынған әҙәм юҡ. Ниндәйҙер сит милләт вәкиленә барып ялланһа яллана ауыл халҡы, ә урындағы "байға" бил бөкмәй, йәнәһе.
Зәкирйән Әминев: Бик күптән, студент ваҡытымда атайым менән һөйләшеүҙе хәтерләйем. Ул саҡта йыл да ауылға ҡайтып, бесән эшләшә торғайным. Шулай бер саҡ бесәндә йөрөгән биш туған ҡыуышта һөйләшеп ятабыҙ. Һүҙҙән һүҙ сығып, атайымдың эш хаҡы тураһында: "Әллә, эшләһәң дә бер үк, эшләмәгәндәргә лә шул уҡ түләнә", - тип аптырап әйткәнен иҫләйем. Беҙ, йәштәр, быны үҙебеҙсә анализлайбыҙ, эшләгән кеше менән эшләмәгәндең бер тигеҙ булыуына риза түгелбеҙ. Бындай тигеҙләү халыҡты боҙа, уны ялҡауландыра. Халыҡ хатта эшләргә түгел, уйларға ла йыбана башлай. Бына, мәҫәлән, сәсеүгә төшөргә икәнде уларға райком әйтә, райком көтә Өфөнән, Өфө - Мәскәүҙән. Ә бит шунда йәшәгән крәҫтиән үҙ еренең һулышын да, ҡасан сәсергә-урырға икәнлекте лә белә. Юҡ инде, улар өсөн барыһын да "башҡалар" хәл итә. Ирекле фекер йөрөтөү тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Мин шунда уҡ "Бындай хөкүмәт күпкә бара алмай, бөтәсәк был", тигән һығымта яһағайным. Дөрөҫ булып сыҡты ла. Колхоз-совхоздар бөткәйне, берәү ҙә үҙаллы ура-сәсә, мал үрсетә, аҙыҡ-түлек етештерә белмәй булып сыҡты. Һәр ваҡыт кемдеңдер килеп фарман биререн, хәл итерен, эшләтерен көтөп яталар. Некрасовтың әҫәрендәге "Вот барин приедет - рассудит" тигән кеүек инде был. Хәҙер яйлап булһа ла үҙ-үҙен эше, хеҙмәте менән күтәрә торған быуын аяҡҡа баҫып килә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: "Милләт тик азат булғанда ғына характерға эйә була ала", тигән Сталь. Мәрхүм Буранбай Исҡужиндың да "Азатлыҡты быуһаң, холоҡ үҙгәрә, быуат буйы ҡыҫһаң, халыҡ үҙгәрә..." тигән бик хәтәр шиғыр юлдары бар. Беҙ социализмдың кешеләрҙе, тотош халыҡтарҙы ялҡаулыҡҡа, башҡаларға һалынырға өйрәткән, үҙаллылығын юҡҡа сығарған сәйәсәт һөҙөмтәһен тағы ла байтаҡ ваҡыт татырбыҙ әле. Әлеге ваҡытта шуныһы һөйөнөслө: ауылдарҙа, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре элеккесә ҡушҡандарын, килеп әйткәндәрен көтөп ултырмайынса, үҙ яҙмышын үҙ ҡулына ала, үҙ эшен аса башланы.

"Ҡунаҡсыл" тигән даныбыҙ ҙа бар. Әммә хәҙерге заманда был сифатыбыҙҙың ыңғай һөҙөмтәләренән бигерәк киреләрен күберәк татыйбыҙ буғай. Һеҙ башҡасараҡ фекерҙәме? Таш менән атҡанға аш менән яуап биреү ялҡытманымы икән?

Гөлсирә Ғиззәтуллина: Әлбиттә, был беҙҙең иң күркәм ғәҙәттәребеҙҙең береһе. Сит илдәрҙә йәшәгәндә мин йыш ҡына дуҫтарҙың, туғандарҙың ошо сифаттарын һағындым. Тик уның да йыш ҡына үҙебеҙгә үк зыян яһап ҡуйыу осраҡтары ла етерлек. Бәләкәй генә миҫал: ейәнем Американан килгән ҡунаҡ малайын хөрмәтләп, балыҡҡа алып киткән. Ул балыҡтың күп булыуын, ҡунаҡтың мул уңыш менән ҡайтыуын шул ҡәҙәр теләгән, хатта ҡунағын асыҡтырып, хәлдән тайҙырғансы йөрөткән. Ә уныһы, был яҡта халыҡ асығыуын белдермәй икән тип уйлап, түҙеп йөрөгән. Был иһә ҡунаҡсыллыҡта сама белмәүҙең бер күренеше, минеңсә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Ҡунаҡсыллыҡта сама булһа, иҫәп барлыҡҡа килә. Ә изгелек иҫәпкә ҡоролмай. Беҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы "Мин кемделер һыйлаһам, ҡунаҡ итһәм, ул да мине шулай итеп һыйлаясаҡ, был кеше миңә мотлаҡ кәрәк буласаҡ", тигән иҫәпкә ҡоролмай. Ҡунаҡсыллығыбыҙ, сама белмәүебеҙ ихласлыҡтан килә. Ғөмүмән, беҙҙең күп кенә ыңғай һәм кире сифаттарыбыҙҙың төбөндә шул ихласлыҡ ята. Мәсьәлә шунда ғына: яуызлыҡҡа ҡаршы ихлас ҡаршы тороуобоҙ - дыуамаллыҡ, изгелеккә яуап булған ихласлығыбыҙ бер ҡатлылыҡ булып күренә.

Яман-яҡшы төшөнсәһенән сығып фекер йөрөтөү ҙә беҙҙең халыҡҡа хас...

Гөлсирә Ғиззәтуллина: Мин сит илдәрҙә булдым, Африкала, Голландияла студент булараҡ йәштәр менән тығыҙ аралаштым. Шунда мин башҡорт милләтенең дөйөм халыҡ араһында ярайһы уҡ үҙәк урындарҙың береһен биләүен аңланым. Донъяны яман-яҡшы тип кенә бүлеү дөрөҫ түгел. Донъяның, йәшәйештең, кеше-ләрҙең һәм уларҙың күңеленең сатҡылары бик күп төрлө. Минән Европала: "Ни өсөн һеҙ шундай байһығыҙ һәм бәхетһеҙһегеҙ?"- тип һоранылар. Улар күҙлегенән дөйөм Рәсәй үтә лә аяныслы кеүек. Һәм мин шул бәхетһеҙлекте ана шул эшкәртелмәй, ташландыҡ булып ятып ҡалған ерҙәрҙә күрҙем.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Мин үҙебеҙгә ҡәрҙәш милләт йәшәгән бер дәүләттә (билдәле сәбәптәр буйынса ул илде атамайым) уларҙың саҡырыуы буйынса ҡунаҡта булдым. Аэропортта мине гид ҡаршы алды. Ике аҙна буйына янымдан китмәне, һәр бер теләгем генә түгел, хатта яһаған ым-ишарам да уның тарафынан йөҙ процентҡа үтәлде. Ҡайтыр көндө аэропортҡа оҙатырға килде ул мине. Бына бер саҡ самолетҡа ултыртыу башланыр мәл килеп етте. Шул саҡ радио аша рейстың Өфөгә осоу ваҡыты ике сәғәткә кисектерелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Гидым сәғәтенә ҡарап-ҡарап торҙо ла, билетта күрһәтелгән осоу ваҡыты килеп еткәс, минең менән хушлашып та тормайынса, аэропорттан сыҡты ла китте. Мин ул саҡта уны аңлай алманым. Хәҙер генә аңлайым: уға мине оҙатып йөрөгән өсөн килгән ваҡытымдан алып Өфөгә осоп китер ваҡытҡа тиклем генә түләгәндәр. Ҡыҫҡаһы, был илдә, был дәүләттә ҡунаҡсыллыҡ тулыһынса иҫәпкә ҡорола. Мин, башҡорт кешеһе булараҡ, ҡунаҡсыллыҡтың бындай формаһын бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Ике аҙна буйы был илгә һоҡланып йөрөгәндәге фекерҙәрем шундуҡ үҙгәрҙе. Әгәр ҙә беҙ ҙә улар һымаҡ ҡунаҡсыллыҡты, шул уҡ ваҡытта изгелекте, иҫәпкә ҡора башлаһаҡ, беҙҙе башҡа милләттәрҙән айырып торған сифаттарыбыҙ, шул иҫәптән үҙебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡбыҙ. Әйҙә, донъяны элеккесә аҡҡа-ҡараға бүлеп йәшәйек, уның ҡарауы, башҡорт булып ҡаласаҡбыҙ. Маҡсат ысулды аҡлаясаҡ.

Хужа булыу төшөнсәһен, йәғни аҫабалыҡ тойғоһон нисек һаҡлап ҡалырға йәки тәрбиәләргә бөгөн?

Зәкирйән Әминев: Мунса күтәргән саҡта үҙебеҙҙең егеттәрҙе ялланым. Тәүге көн үк бер ярты һорап эстеләр ҙә, юҡҡа сыҡтылар. Миңә әлеге үзбәктәрҙе тәҡдим иттеләр. Башта шикләндем, беренсенән, ят халыҡ, икенсенән, ағас эшен белә микән улар? Килделәр былар, эш башланылар, артыҡ һөйләшмәйҙәр, "перекур" тип туҡтамайҙар, сәй тәҡдим итһәм дә әүрәмәйҙәр хатта. Бер-нисә көндә дәррәү тотоноп, эште ослап та ҡуйҙылар. Шул ваҡыт мин: "Дә-ә-ә, беҙҙә балаларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләү тигән төшөнсә юғалып бара бит", - тип уйлап әсендем. Үҙ ерендә хеҙмәт итеп өйрәнгән кешенең уға хужалыҡ тойғоһо ла була. Ни өсөн бөгөн беҙ ер-һыуҙарыбыҙҙың таралып ятыуына битарафбыҙ, сөнки беҙҙә хужалыҡ тойғоһо түгел, ә Рәсәйлек тойғоһо. Әллә ҡайҙағы утрауҙы йәки тауҙы "беҙҙеке", йәғни Рәсәйҙеке тип ғорурланабыҙ, ә Торатауҙы һаҡлай алмайбыҙ. Хатта әлеге ваҡытта "Урал" тигән төшөнсә лә онотолоп бара бит.
Йәштәрҙә хужалыҡ тойғоһо юҡ, сөнки улар был ер өсөн, уны яулау һәм һаҡлау өсөн көс түкмәгән. Һуғышта ҡан ҡойған фронтовиктар быуыны китеп бөтөп бара, улар менән бергә ошо аҫабалыҡ тойғоһо ла китә, күрәһең. Хәтеремдә, фронтовиктар ҡатнашҡан йыйылыштарҙа улар ярып әйтә лә, нимәгәлер хужа булыуын белгертеп ҡуя ине. Аҫабалыҡ тойғоһон ҡайтарыу өсөн беҙҙә лә балаларҙы хеҙмәткә өйрәтергә, хатта мәжбүр итеп бил бөгөп өйрәтергә кәрәк. Беҙҙең быуында балалар 12-14 йәштән үҙаллы булыуға ынтыла ине. Әле йәштәрҙе ҡартайғансы бәпләп тоталар ҙа, уларҙың ялҡаулығына, бешмәгәнлегенә аптырайҙар...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Күбебеҙ 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев яуында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышҡан батша генералы Иван Михельсондың эстон милләтенән булыуын, крепостной ғаиләлә тыуып үҫеүен белмәйҙер ҙә. Ул крепостнойлыҡтың, хоҡуҡһыҙлыҡтың ни икәнен үҙ елкәһендә татып үҫкәнгә күрә, ата-әсәһенә азатлыҡ һатып алып биреү теләге менән янып, үҙ иленән Петербургҡа ҡаса. Рус батшалығы армияһында хеҙмәтен ябай һалдаттан башлап генералға тиклем үрләй. 1774 йылда Ҡыйғы ауылы янындағы яуҙа Салауат Юлаев менән йөҙгә-йөҙ осраша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн генерал Михельсон дворян дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, тыуған яғы, ул ваҡыттағы Эстляндияла уға бер нисә йән крәҫтиән менән ер биләмәһе бирелә. Михельсон үҙенең биләмәһенә атаһы менән әсәһен дә йәшәргә ала. Ҡарт менән ҡарсыҡ көндөҙ шатланышып улдарының биләмәһендә йөрөй ҙә, төнгөлөккә үҙҙәре өйрәнгән землянкаларына барып йоҡлай икән. Быға шаһит булған генерал Михельсон үҙенең ынтылышының, яуҙарҙа үткәргән ғүмеренең мәғәнәһеҙлеген аңлай. Бында бер үк ваҡытта менталитет хаҡында ла һүҙ алып барырға була. Һәр кешенең, милләттең менталитетын уның йәшәү шарттары билдәләй. Йәғни кеше йәки милләт ниндәйҙер бер сифаттарға эйә булһын өсөн ваҡыт талап ителә.
Беҙгә лә заманға яраҡлашыр өсөн ваҡыт талап ителә. Бының өсөн бер нисә быуын үтергә тейеш. Беҙ әлеге ваҡытта нисә быуатлыҡ динде инҡар иткән, аҡыллы-белемле кешеләрҙе ҡырған режимдың һөҙөмтәһен татыйбыҙ ғына. Мандып йәшәп китә алмауыбыҙ ҙа шунан килә. Ҡорбанлыҡ тойғоһо ла шунан. Тик артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәйек әле. Иғтибар итегеҙ, яңыса йәшәргә теләгән ул быуын бар бит ул, тик әлегә улар йәшерәк. Бөгөнгө йәштәрҙең диндә булғандары ярайһы уҡ, улар аҡыллы, эшлекле, йәштәр үҙ милләте кешеһе менән ғаилә ҡора. Балаларыбыҙ ҙа, ана, ниндәй аңға эйә. Ошо быуын ныҡлап аяҡҡа баҫһа, минеңсә, күп нәмә яйға һалынасаҡ.

Йыш ҡына, башҡорт бер-береһенә тартылмай, тигәнде ишетергә тура килә. Был дөрөҫмө?

Гөлсирә Ғиззәтуллина: Мин ауылға барып эш башлағас, ундағы халыҡтың бер-береһе менән дуҫ булмағанына аптыраным башта. Һәр береһе кемделер һөйләп, тикшереп, соҡсоноп бер була ине. "Былар нисек итеп бер ауылда көн күрә икән?" тип әйтеп-әйтеп ала инем. Бер көн мине берәүҙең туйына саҡырҙылар. Ҡараһам, туйҙа бер-береһен яратмағандарҙың барыһы ла ултыра. Шундай матур ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, ҡиммәтле бүләктәр бирештеләр. Ошонан сығып, йәшәй-йәшәй шуны аңланым. Бында халыҡтың барыһы ла бер-береһенә туған һәм зат, һәм улар нисек кенә һүҙ менән игәшһәләр ҙә, кәрәгендә ярҙамға ла, байрамға ла килә. "Ағай-эне талаша, атҡа менһә яраша" тиҙәр бит әле, хас шуның кеүек.
Зәкирйән Әминев: Бая әйтеп үткәйнем бит әле, башҡорт яу мәлендә уяулана, ҡырҡыу хәл итә белә, ойоша, тип. Бында бит "яу" тигәнем мотлаҡ һуғыш ҡына түгел. Ул шул уҡ бергәләшеп башҡара торған туй, байрам, өмә кеүек саралар.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: Беҙҙекеләр бер-береһен тартмай, тигән фекер дошман һүҙе ул. Быға ышанмағыҙ. Беҙ - туғанлыҡ менән көслө милләт. Мин бик күп милләт вәкилдәренең ғаиләләрендә булғаным, улар менән яҡындан аралашып йөрөгән кеше булараҡ әйтәм быны. Туғанлыҡты беҙҙән дә нығыраҡ ҡыуған халыҡты осратҡаным юҡ әле. Күптәрҙә хатта бер туғандар аралашмаған осраҡта беҙҙә "туған ҡыуалатыу" йолаһы һаҡланып ҡалған. Бер генә түгел, ике, өс, дүрт, биш, алты туғандар әле булһын, ҡатнашып-аралашып йәшәй. Гөлсирә апайҙың, Закирйән ағайҙың фекере менән тулыһынса килешәм: тыныс тормошта беҙ, нисектер, айырымланған һымаҡ тойолһаҡ та, кәрәк саҡта бер йоҙроҡҡа туплана ла алабыҙ. Бындай сифатыбыҙ менталитетыбыҙ кимәлендә нығынған.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Мырҙакәрим Нурбәков көнсығыш менән көнбайыш менталитетын шулай айыра: "Көнсығыш - яңы фекер, көнбайыш цитаталар менән йәшәй..." Азия халыҡтарына ҡыҙыу темперамент, ярһыулыҡ хас булһа, Европа халыҡтарында һалҡын аҡыл өҫтөнлөк итә. Ә беҙ иһә, ошо ике ҡитға киҫешкән урында йәшәйбеҙ. Тимәк, был сифаттарҙың барыһы ла беҙҙә бар һәм улар беҙгә бөгөнгө һынауҙарҙы ла еңел генә үтеп сығырға ярҙам итәсәк. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

2015 й.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2776

ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
ҺӘР КЕМДЕҢ ҮҘ СӘСКӘЛЕГЕ йәки МЕНТАЛИТЕТ ХАҠЫНДА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
Автор:
Читайте нас: