-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь , 10:29

Ғибрәтле яҙмыштар: ҮГӘЙ ҠУЛЫНА ҠАЛЫРҒА ЯҘМАҺЫН

Әсәйебеҙ эштә имгәнде лә оҙаҡ йылдар урын өҫтөндә ятырға мәжбүр булды. Бер хәрәкәтһеҙ ята торғас, ҡоро һөйәккә ҡалды, тәне тишелә башланы. Апайым менән миңә иғтибар бөтөнләй бөттө.

Ғибрәтле яҙмыштар: ҮГӘЙ ҠУЛЫНА ҠАЛЫРҒА ЯҘМАҺЫН
Ғибрәтле яҙмыштар: ҮГӘЙ ҠУЛЫНА ҠАЛЫРҒА ЯҘМАҺЫН

Әсәй ауырыу сәбәпле беҙҙе һөйә алмаһа, атай, тап-таҙа ир, ни өсөндөр беҙҙе лә, әсәйҙе лә күрмәмешкә һалышты. Бер өйҙә йәшәһәк тә, беҙҙең менән бергә ултырып ашаманы, берәй тәм-том йә уйынсыҡ алып ҡайтҡанын да иҫләмәйем.

Әсәйҙе инәйебеҙ ҡарашты. Атай көндәр буйы өйҙә күренмәй, өҫтәүенә кистәрен дә сығып юғала торған ине. Шулай бер мәл уйындан ҡайтып инһәм, атай инәйгә ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер аңлата. Айырым ишетелгән һүҙҙәренән шуны аңланым: атайҙы әсәйҙең түшәктә ятыуы тамам туйҙырған икән! "Һарыҡ бәрәне түгел бит ул һиңә, ауырый тип салып ҡуйып булмай", - тип инәйемдең әрнеп ҡысҡырғанын ишетеп, тиҙерәк сығып киттем.

Был һөйләшеү өй эсендә барғанлыҡтан, бисара әсәйем дә был һүҙҙәрҙе ишетеп ятҡандыр тип уйлайым. Атайҙы күрә алмаҫ хәлгә еттем. Ул ҡапҡа асып ҡайтып инһә, бөтә кәйеф ҡырыла. ул китһә, минән дә бәхетле кеше юҡ. Уның ғына иҫе китмәне, ахыры. Әсәй янына килеп йөрөгән инәй менән бәхәсләшеүҙән туҡтаманы.

Оҙаҡламай атайҙың ауылдағы бер апай менән йөрөүе тураһында һүҙҙәр ишетелә башланы. Улар бығаса ла гел осрашҡандар икән, ә инде халыҡ араһында имеш-мимеш таралғас, ояттарын бөтөнләй юғалттылар – асыҡтан-асыҡ осраша башланылар. Ул ҡатын өйөбөҙгә килеп, һыйырҙар һауып, йорт йыйыштырып йөрөй башлағас, минең сабыр ҡанаттарым һынды. Әсәй иҫән була тороп, оятһыҙланып өйөбөҙтүренә үтеп инә барған был ҡатынды бер нисек тә туҡтата алмауымды белеүҙән дә ауыры юҡ ине.

Бер аҙҙан әсәй үлде. Шуны ғына көткән кеүек, апай беҙҙә тороп ҡалды. Юҡ, йүнле тормош күрһәтмәне ул беҙгә. Атайға беҙҙе гел яманлап, араларҙы боҙоп бөтөрҙө. Иртән уның аҡырған тауышына уянып китә инек. Ашарға өҫтәл янына килеп ултырһаҡ, "әрәмтамаҡтар" тип әрләй-әрләй тәрилкәләргә ризыҡты эткә ташлаған кеүек кенә атып бәрер ине.

Йорттағы бөтә эште беҙ – балалар эшләнек. Ә ул апай матур итеп кейенеп, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа ғына йөрөнө. Хатта кеше араһында булһа ла беҙҙе яратмауын йәшермәне, асыҡтан-асыҡ ҡәһәрен яуҙырҙы. Буштан-бушҡа туҡмап ыҙалатты.

Мин армияла саҡта апайым кейәүгә сыҡты. Ләкин тиҙҙән иренән айырылып, кире тыуған йортҡа ҡайтҡан. Уның өҫтәмә йөк менән ҡайтҡанын һиҙеп (апайымдың дүрт айлыҡ ауыры булған), үгәй әсәй атайымды ҡотортоп, апайымды бик ҡаты туҡматҡан. Унан имгәнеп бөткән килеш уны төндә бер ҡарсыҡ янына ауырын төшөрөргә илтеп атҡандар. Теге иманһыҙ ҡарсыҡ орсоҡ менән апайымды ғазаплап бөтөргән. Өс көн үткәс кенә ярым үле апайымды инәйем табып алған. Ләкин инде ул терелә алмаған. Шулай итеп, ҡанһыҙ үгәй әсәй арҡаһында берҙән-бер туғанымды юғалттым.

Мин армия хеҙмәтенән өйгә ҡайтманым. Ул ваҡиғаларға күп йылдар үтһә лә, атай менән үгәй әсәйҙең вафатына ҡарамаҫтан, ауылға ҡайтырға йөрәгем етмәй. Өйҙә ҡатыным менән асыуланышып, ул китәм тип әйберҙәрен йыя башлау менән, ошо ваҡиғаны һөйләйем, балаларыбыҙҙы етем итмәйек тип ялбарам. Теләһә ниндәй ғәйепте үҙ өҫтөмә алырға ризамын, ғаиләм генә тарҡалмаһын да, улдарым ғына үгәйҙәр ҡулына ҡалмаһын! Һәр балаға үҙ ата-әсәһе менән йәшәргә яҙһын.

Р. САБИРОВ.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-211025107_591057

Антон Колоколов картинаһы.

Автор:
Читайте нас: