-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь , 18:08

Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки намыҫһыҙлыҡ хаҡы

Көн салт аяҙ, зәңгәр күктә бер болот әҫәре лә юҡ, ара-тирә талғын ғына йылы ел иҫеп ҡуя. Көн матур булған­ғалыр, күрәһең, ҡала баҙарында айырыуса йәнлелек. Халыҡ, умарта күсе кеүек, мыжғып тора.

Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки намыҫһыҙлыҡ хаҡы
Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки намыҫһыҙлыҡ хаҡы
Бөгөн йәкшәмбе. Сауҙа өҫтәлдәре артында ла кеше күп, һатыусылар ғаиләһенән артҡанды һатыуға сығарған. Өҫтәлдәр ауыл хужалығы продукцияһынан һығылып тора, һөтө, ҡаймағы, эремсеге – йәнең нимә теләй, бөтәһе лә бар. Бер ситтә баҡсасылар сауҙа итә, еләк-емеш ағастарын, сәскә, йәшелсә үҫентеләрен килтергәндәр. Умартасылар йүкә, сәскә балын маҡтай-маҡтай тәҡдим итә. Алыпһатарҙар кему­ҙар­ҙан эргәләренән үткән һәр кешене помидор-ҡыяр, көньяҡ емештәрен алырға өндәй. Сауҙа рәттәре буйлап йөрөй торғас, баҙар­ҙың ҡош ите һатылған урынына барып сыҡҡанмын. Бында ла сауҙа гөрләй, өҫтәлдәр ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк түшкәләре менән тулған. Шул ваҡыт хәтеремә ҡылт итеп бынан байтаҡ йылдар элек булған ваҡиға килеп төштө.

Беҙҙең йорттоң ҡаршыһында ғына Сәйҙә исемле апай йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер беҙҙең арала юҡ инде. Ире Минғәли ағай һәм балалары Нурислам ағай менән Рәүзилә апай­ҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә байтаҡ ғүмер үтте.

Сәйҙә апайҙың ярты ғүмере баҙар юлында үтте тиһәм, бер ҙә генә хата булмаҫ. Сөнки мин белә-белгәндән ул йәйен-ҡышын, көҙөн-яҙын баҙарҙан ҡайтманы. Нимә менән генә һатыу итмәне, еләк-емеш, һөт-ҡаймаҡ, ит, туҙ һағыҙы – барыһын да килтерә торғайны. Әммә холҡоноң насар булыуы күптәрҙең йәнен әрнетте. Ләкин үҙенә ҡаршы һүҙ әйтергә бер кем дә баҙнат итмәне. Бик хәйләкәр, ике йөҙлө, яһилдарҙан-яһил ҡатын булды. Минғәли ағай ҙа уға ауыҙ асып һүҙ әйтә алманы, башын баҫып, һүҙһеҙ генә буйһона торғайны. Ул ни ҡуша, шуны күндәм генә үтәй.

Шулай бер көндө Сәйҙә апайҙың бәпкә баҫып сығарырға тип алып ҡалған ҡаҙы ни сәбәптәндер үлеп ҡуя. Быға апайҙың бер ҙә иҫе китмәй, үлгән ҡаҙҙы йолҡоп-таҙартып, баҙарға сығарып һата. Һатып алған кеше ҡоштоң ятып үлгәнен ҡайҙан белһен инде. Бешереп ашағас ҡына эштең нимәлә икәнен һиҙеп ҡала һәм үҙен алдаған кешене осратыр­ға тип баҙарға бара. Сәйҙә апайҙың сауҙаһы ҡыҙған мәлгә тура килә, алданған ҡатын уны бөтә халыҡ алдында ныҡ итеп әрләй. Тегеһе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, иҫе лә китмәй, һатыуын дауам итә. Уның бындай мутлашыу осраҡтары күп була, кешеләрҙе төп башына ултырта ғына. Туҙ һағыҙы тип гудрон һата, һары май урынына маргаринды иретеп тәҡдим итә. Һанай китһәң, бындай баш-баштаҡлыҡтарының осо-ҡырыйына сы­ғырлыҡ түгел, Хоҙай үҙе генә беләлер.

Шуныһы үкенесле, ҡатындың ошо насар ғәҙәте балалары Нурислам менән Рәүзиләгә лә күсә. Улар ҙа әсәһенән күреп, алдашырға, урлашырға маһир булып үҫә. Ҡыш булһа, эңер төшөү менән колхоз гаражын йылытыр­ға тип әҙерләп ҡуйылған таш күмерҙе урлап алып ҡайталар, күршеләренең әйберҙәренә лә “айыу майы һөртөргә” әүәҫләнәләр. Һатыныуҙан башы сыҡмаған Сәйҙә апай бер ҡасан да аҡсаға ҡытлыҡ кисермәне, мул тотондо. Улы Нурисламға береһендә лә булмаған мотоцикл һатып алып бирҙе. Хәтерегеҙҙәлер, ул заманда был төр транспорт дефицит һаналды, уны һатып алырға һәр кемдең дә хәленән килмәне. Мотоциклды күреп, күптәр ҡыҙыҡты, көнләште.

Йәй айының эҫе бер көнөндә Нурислам менән Рәүзилә мотоцикл менән еләккә барыр­ға тәҡдим иттеләр. Мин уны-быны уйлап тормай, шатланып ризалаштым. Бигерәк тә әсәйем, ҡыҙым ҙур үҫкән, башлан­ғыс класта ғына уҡыһа ла, үҙ аллы еләккә барырлыҡ булған, тип ҡыуанды.

Өсөбөҙ бер мотоциклға ултырып, еләккә киттек. Урманға килеп етеү менән унан төштөк тә еләк йыя башланыҡ. Емеш шул тиклем күп, күҙҙе ҡыҙҙырып, ерҙә тәгәрәшеп яталар. Иренмәй йый ҙа йый. Ике сәғәткә яҡын йөрөгәнбеҙҙер, күрәһең. Көн эҫе, баш осонда ҡояш ҡыҙҙыра. Серәкәйҙәр ҙә тынғы бирмәй, елеккә үтерлек итеп тешләйҙәр. Эйелеп йөрөй торғас, бил дә ҡалманы, икенсенән, еләк йыйыу ялҡытты ла. Арып-талып, тирләп-бешеп йөрөгәнебеҙҙә беҙҙән алыҫ түгел ағаслыҡта мотоцикл торғанын шәйләнек. Эргәһендә еләк менән тулған ҡаплаулы ике биҙрә лә ултыра. Хужалары буш силәктәрен тултырырға киткәндәрҙер, күрәһең, тип уйлап ҡуйҙым. Нурислам менән Рәүзилә тирә-яғына алан-йолан ҡараны ла, теге биҙрәләрҙәге еләктәрҙе үҙҙәренең һауыттарына ауҙара башланылар. Мин аптырауымдан юғалып ҡалдым, сөнки беҙҙе әсәй бәләкәй­ҙән, кешенең энәһенә лә теймәгеҙ, тип өйрәтте. Һәм әле лә аҙым һайын беҙгә ошо хаҡта тылҡып тора. Тегеләр биҙрәләрен тултырғас, ҡулымдағы биҙрәне тартып тигәндәй алып, еләк бушата башланылар. Миңә кәрәкмәй, тип күпме генә әйтһәм дә, тыңламанылар. Минән күп­кә өлкәндәр, ба­ла-сағаны тыңлап тороп булмаҫ инде, тинеләр. Тиҙ генә йыйынып ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ, артыбыҙҙан эҙәрлекләп килһәләр тип, поезд юлы аҫтындағы торба эсенә инеп йәшендек. Һуңынан ғына мото­цикл­ға ултырып, ҡурҡа-ҡурҡа ауылға ыңғайланыҡ. Өйгә инеү менән әсәйемә был хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Әсәйем ҡаты асыу­ланды һәм бынан һуң улар менән еләккә ебәрмәне. Ошо ваҡиға минең өсөн ғүмерлеккә етерлек онотолмаҫлыҡ һабаҡ булып ҡалды.

Сәйҙә апай менән Минғәли ағай һарай һымаҡ ҙур йорт һалып сыҡты, бик етеш йәшәнеләр. Ләкин көтмәгәндә хужабикә төҙәлмәҫлек сиргә дусар булды. Тамағына аш үтмәне, йотҡанын кире сығарып торҙо. Һуңғы тапҡыр уны өйҙәренә йомош менән ингәндә күрҙем. Ауыр хәлдә түшәктә ята ине, ә эргәһендәге өҫтәлдә ниндәй генә ризыҡ юҡ. Араһында хатта ул заманда өҫтәлдәрҙә һирәк ҡунаҡлаған ҡаҡланған колбаса ла. Сәйҙә апай миңә нәҙек итеп ҡырҡылған ике колбаса киҫәге һуҙҙы, ләкин алырға ҡулым үрелмәне...

Был ваҡиғаларҙан һуң күп йылдар үтте, ләкин ошо ғаиләнең яҙмышы ғүмерлеккә уйылып иҫтә ҡалған. Сәйҙә апайҙың балаларының яҙмышы ла бик үкенесле һәм ғибрәтле булып сыҡты. Нурислам ағай Себер тарафтарында эшләп йөрөгәнендә бик йәшләй ултырған урынында танауынан ҡан китеп үлеп ҡуйҙы, ә Рәүзилә апай аҙғынлыҡҡа бирелде. Ары һуғылып, бире һуғылып йөрөй торғас, бер әрмән егетенә эйәреп сығып китте һәм башҡаса тыуған ауылына әйләнеп ҡайтманы. Күпмелер ваҡыттан һуң, уны әрмәндәр аҙғынлығы өсөн баҙға төшөрөп туҡмап үлтергән икән, тигән хәбәр таралды. Яңғыҙы ғына ҡалған Минғәли ағай күпмелер ваҡыт үҙе генә йәшәне, әммә бер-бер артлы өйҙәренә ишек ҡаҡҡан ҡайғылар уны аяҡтан йыҡты. Күп тә үтмәне, вафат булды.

Сәйҙә апай үлгәндән һуң уның йәшереп йыйған аҡсаһын ҡаҡланған ҡаҙ эсенән – уйламаған ерҙән табып алалар. Ҡаҙҙы элмәктән ысҡындырған саҡта, аҡса төргәк-төргәк булып ҡойолоп төшә.

Был хәлдәрҙе ғибрәт итеп миҫалға килтер­ҙем. Сөнки арабыҙҙа кеше алдап, урлашып, башҡаларҙың көсөн үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып йәшәгән әҙәмдәр әле лә осрай. Кеше ҡарғышы һәм рәнйеше бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй. Намыҫ менән йәшәргә кәрәк, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Ҡылған ҡылыҡтар өсөн бер көн килеп яуап тоторға кәрәк булыр, иң үкенеслеһе – ата-әсәләренең ҡыланышы өсөн балаларының да яуап биреүе.
Әнисә ФӘРРӘХОВА. Учалы районы.
(Исемдәр үҙгәртелде).
Автор:
Читайте нас: