Яҙыусылар исемлеге, телефон номерҙары яҙылған китаптағы телефондарҙан шылтыратам. Күп ваҡыт телефонды балалары йәки ейән-ейәнсәрҙәре ала. Башҡортса өндәшәм. Телефондан яуап биреүсе шунда уҡ кемде һорағанымды аңлап ала һәм өйҙәгеләргә ҡысҡырып өндәшә: "Это тебя к телефону, на твоем языке спрашивают". Ҡулдан телефон трубкаһы төшөп китә яҙа…
Ике йөҙҙән ашыу яҙыусы араһынан ғаилә теле башҡорт теле булғандарын һанаһам, ике ҡул бармағы ла тулмай. Уларҙы әйтешкә саҡырғы килә ине.
"Халҡым!" - тиеп оран һалаһың…
Шәжәрәңде ишәйтерлек,
Тарихыңа һоҡланырлыҡ,
Атың-затыңа тоғоро
Балалар үҫтерҙеңме?
"Телем!" - тиеп янып-көйәһең…
"Урал батыр"ҙы башҡортса
Уҡып хайрандар ҡалырлыҡ,
"Халҡым - сәсән" тип әйтерлек,
"Рәхмәт һиңә, туған телем,
Рәхмәт, атай-әсәйем,
Шундай ҡиммәттәрҙән мине
Айырмағаның өсөн", - тип,
Ҡыуанып күҙеңә бағырлыҡ
Балалар үҫтерҙеңме?
"Шәжәрәм", тип, һоҡланаһың…
"Мин - дауамың, зат сылбырын
Ысҡындырмай ялғаусыңмын,
Олатайҙар аманатын
Тап төшөрмәй һаҡлаусыңмын,
Был донъяға килеүҙәрең,
Халҡым, тиеп, телем, тиеп,
Яныуҙарың-көйөүҙәрең
Алдаҡ түгел, бушҡа түгел…
Минең дә хас һинекендәй,
Олатайҙар аманатын:
Илен, телен ҡурсаларҙай,
Үҫер әле балаларым,
Дауам итер шәжәрәбеҙ,
Тип әйтерлек
Балалар үҫтерҙеңме?
Кемдәрҙән кемдәр ҡала? Аҡыллы кеше - аҡыллы күренергә тырышҡан, трибуналарҙан оран һалған кеше түгел, ә үҙ аҡылын үҙе тотҡан кеше. Үҙ әҫәреңде уҡырлыҡ та ейән-ейәнсәрҙәрең ҡалмағас, кемгә кәрәк һинең әҫәрҙәрең? Үҙ өйөңдә: "На твоем языке" тип торған ейәнең үҫә икән, кем өсөн яҙаһың әҫәрҙәреңде?
Туған телеңде белеү, халҡыңа һөйөү, халҡың моңон үҙ итеү мәктәптә лә, урам мөхитендә лә, дәүләт хәстәрлеге аша ла түгел, фәҡәт ғаиләлә һалына. Ғаилә ҡанундарына бер кем дә ҡыҫыла алмай. Ғаилә ҡанундары атай-әсәйҙең аҡылына, зиһен тәрәнлегенә, аң кимәленә бәйле. Ә балалар, ейәндәр - халҡыбыҙҙың киләсәге - атай-әсәйҙең зиһен өлгөргәнлегенең көҙгөһө. Халыҡ бит ул ниндәйҙер абстракт төшөнсә түгел, ә әсәй итәгендә, атай етәгендә үҫкән һинең балаң.
Ҙурайғас, рус телен яҡшы белмәйәсәк, тип, күп ғаиләләр башҡортса ла, русса ла һөйләшә башлай. Тик тора-бара башҡорт теле үтә ябай, көнкүреш теленә генә әйләнә. Ә инде фәлсәфәүи йәки ҡатмарлы, юғары төшөнсәләр хаҡында һөйләшкәндә руссаға күсәләр. Бындай ғаиләләрҙе, башҡорт телен ихтирам итмәй, тип тә әйтеп булмай. Тик бындай ғаиләләрҙә башҡорт матбуғатын инҡар итеү, балаларға башҡортса китап уҡымау күҙәтелә. Ошонан башлана, башҡорт теле ҡатмарлы фекерҙәреңде, тойғо-кисерештәреңде еткереүгә эшкинмәй торған тел, тигән фекер. Икмәк-тоҙлоҡ башҡорт теленән моң һеңмәй, телгә һөйөү уянмай. Был ғаиләләрҙе, рухһыҙ, тип әйтеп булмай, әммә тел таҙалығы - иң мөһим шарт, балаларың менән башҡортса уйлау ҡеүәһен дә үҫтерергә кәрәк. Тик һуңламаҫҡа кәрәк.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.