Ҡытайҙың Сычуань провинцияһының халыҡ суды үҙен Ван Хун тип танытҡан 22 йәшлек Лян Саньмэнъянды 11 айға иркенән мәхрүм иткән һәм 80 мең юань (1 миллион һумдан ашыу) штраф түләргә ҡушҡан. Ҡыҙ 2018 йылдан әүҙем рәүештә социаль селтәрҙәрҙә эшләй. Ул Сычуань провинцияһының таулы ерендәге бәләкәй ауылда тороуы, ата-әсәһе үлгәндән һуң бәләкәй туғандарын тәрбиәләүе тураһында һөйләй һәм һәр ваҡыт йыртыҡ, иҫке кейемдә камераға төшә. Онлайн трансляция барышында, йәнәһе, үҙе үҫтергән бәшмәктәрҙе һата, ә инде уны 3,8 миллион кеше ҡарай башлағас, төрлө ауыл хужалығы тауарҙарын "етештереп" һатырға тотона. Ҡырҙа күп эшләгән ҡыҙҙың ҡояшҡа янып, яраланып бөткән йөҙөн күреп тә, тырышлығына һоҡланып та кешеләр уның әйберҙәрен һатып ала, аҡса күсерә.
Әммә берҙән-бер көндө кемдәрҙер уның ҡалала йәшәүен, ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөүен, хатта ата-әсәһе лә тере икәнен фашлай һәм алдаҡта ғәйепләй. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге органдары тикшеренеү башлай һәм Ван Хундың, уның бер медиакомпанияла хеҙмәт иткән артистарҙан торған командаһының мутлыҡтарын асыҡлай. Баҡтиһәң, улар бөтә ил буйлап осһоҙға ғына ауыл хужалығы продукцияһын һатып алып, хаҡын бер нисә тапҡырға күтәреп, кире һатыу менән шөғөлләнгән һәм 30 млн юандән ашыу аҡса эшләгән. Бынан тыш, ҡыҙҙың ауыр тормош хәлендә ҡалыуына битараф булмағандарҙан да байтаҡ килем килгән...
Ә бит был ҡыҙ һүрәтләгән төпкөл ауыл тормошон, кешеләрен ысынбарлыҡта күрһәтеп тә булыр ине бит, тип уйлап ҡуйылды әле бына. Ниңә ҡояш менән бергә тороп, ҡояш батҡансы өйгә инмәй эшләп, мал-тыуар көткән, йәшелсә-емеш үҫтергән кемдер ошондай видео төшөрөп, үҙе тураһында һөйләп, үҙенең хеҙмәтен һәм үҙе етештергәнде рекламаламай? Уның видеолары, Ван Хундан айырмалы рәүештә, алдаҡ булып сыҡмаҫ ине бит...
Ысынында, беҙҙең йәмғиәттә лә Ван Хун ишеләр юҡ түгел: ауыл кешеһе хәләл көсөн түгеп тәрбиәләп үҫтергән малын, йәшелсә-емешен ҡайҙандыр килеп йыйып алып йөрөүселәргә бушлайға тиерлек тоттороп ебәрә лә баһа. Үҙ баҡсаларында үҫтергәнде килтереп һатһындар, тип, Өфө урамдарына ҡуйылған махсус һатыу итеү урындарында ла алыпһатарҙар кәсеп итә.
Эйе, алдаҡсылар, муттар, хәйләкәр шылғаяҡтар күбәйҙе. Башҡортостанда ғына алданған кешеләрҙән тәүлек һайын 6 миллионлап һум аҡса ана шундай муттар кеҫәһенә инеп ята, тигән статистика бар. Уйланығыҙ әле, йәмәғәт! Алданмағыҙ әле! Ә ауыл халҡына шуны әйтке килә: үҙегеҙ үҫтергәнде үҙегеҙ һатырға ла өйрәнегеҙ. Юҡһа, ҡала халҡы бик тә мохтаж бит һеҙҙең тәбиғи шарттарҙа үҫтергән картуф-йәшелсәләргә, хәләл мал итенә.
Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6636