...Бала сағында әсәһенән дә арыу эләгә ҡыҙға. Әсәһе сыбыҡ мн бәләкәс кенә ике ҡыҙҙы ярған саҡта ирекһеҙҙән күҙҙән йәш аға. Беҙгә сыбыҡ уныса эләкмәне. Әсәй ҙә әхирәт кеүек булды. Әммә үҫмер саҡта унда ла, бында ла һыймай кеше тупһаһын күп тапаларға тура килде. Ҡайҙа барһаҡ та әрләнә инек. Һеңлем мн ҡосаҡлашып әҙ иламаныҡ. "Исмаһам берәүгә кәрәкбеҙме икән?"- тип илай торғайныҡ. Ирекһеҙҙән, бахыр атайымды әрләйбеҙ:"Нишләп кенә иртә китеп барҙың, бына бит беҙ йөрөйбөҙ унда-бында һуғылып ..."
Иң ауыр саҡтар шул булды. Әсәйҙе ныҡ һағына инек, әммә унда ла оҙаҡ булып булмай. Ни тиһәң дә, беҙ —үгәй. Шул тормоштоң әсе елдәре сыныҡтырғанмы, нығытҡанмы беҙҙе, кейәүгә сыҡҡас, тормошҡа сат йәбешелде. Алда яҙғаным булды бит инде, кейәүгә сыҡҡас, ҡайным шунда уҡ ҡабул итеп китмәне, тип... сыҙамай илаған саҡтар ҙа күп булды. Әммә ҡайтам тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы... Әллә ҡайтыр урын булманымы...
Бер ҡунаҡ бара ниндәйҙер, онотҡанмын, әллә минең тыуған көнөм инеме, әсәй тороп нимәлер һөйләне, ҡотланы. Шунан ҡайным ҡапыл:" Саҡ эшкә өйрәтеп алдыҡ бер нимә лә белмәгән ҡыҙыңды!"- тип әйтеп һалды.
Өҫтөмә ашлы һыу ҡойолған кеүек булдым. Бөтә ҡунаҡ минә тексәйгән. Башымдан йәшен тиҙлеге менән уйҙар үтә: һыйыр һауа беләм, икмәк бешерәм, тау-тау кер йыуам, өйҙө таҙа тоторға тырышам. Нимә белмәгәнмен икән... 20 йәшлек баланың белмәүе артыҡ ғәйеп тә түгелдер инде...
Ипләп кенә ҡалҡып әсәйемә ҡараным: ике күҙенән субырлап йәше ҡойолоп китте. Тәрән итеп көрһөндө лә: "Булғандыр, ҡоҙа, үпкәләргә хаҡың да барҙыр. Ҡыҙҙар үҫмер саҡта мин уларҙы эшкә өйрәтеп, һөйөп, наҙлап ултыра алманым, ә үҙ тормошомдо ҡорҙом, кейәүгә сыҡтым, ҡыҙҙарҙан ситтә булдым шул, улар үҙ көндәрен үҙҙәре күрҙе..."-тине лә, лып ултырҙы.
"Ғәфү ит, ғәфү ит, ҡоҙағый, шаярттым ғына,"- тип алып китте ҡайным. Әммә һүҙ ысҡынды бит инде... Ундай осраҡтар булғыланы. Һәм был унан бер миҫал ғына. Үпкәләмәне әсәйем бер ҡасан да. Ҡайнымды һәр ваҡыт ҙурлап, хөрмәтләп кенә торҙо. Әгәр әсәйем үпкәләһә миңә лә, кейәүенә лә ҡыйын булыр ине. Рәмис атаһын, мин әсәйемде яҡлап, икәүләп һүҙгә килешер инек, беҙҙең ара боҙолор ине. Ылайҙа ғына әсәйем аҡыл һаҡлап, сабыр булған.
Был спектакль тормоштан алынған. Төп темаһы: ҡайны -ҡәйнәләрҙең йәштәр араһына ҡыҫылып, бөтәһен дә улар өсөн хәл итергә тырышыуы. Улар вис белә, йәштәр бер нимә лә белмәй, тигән төшөнсә йәшәүе. Һәр кем өйрәнә. Абына, һөрөнә, хаталана, шул хаталар уны сыныҡтыра, артабан яңылышмай, төптән уйлап эш итергә өйрәтә.
Аллаһы бирһә, ғүмер һәм һаулыҡ булһын, киләсәктә бер көн йәшәмәйем балалар мн😁 Гел шулай әйтә киләм.
Бер тапҡыр Арсен һорай:"Ә беҙ атыу ҡайҙа йәшәйбеҙ?"- тей. Мин юрамал:"Белмәйем, 18 йәшегеҙ тулғас та айырым сығаһығыҙ,"- тип яуапланым. Арсен уйланып ултырҙы ла:"Ой, миңә еще ете йыл бар бында йәшәргә, апай ҡалайта инде икенсе йыл,"-тип ҡайғырып ултырған була😂
Һәр уңыш артында дөрөҫ ҡарар тора, һәр дөрөҫ ҡарар тәжрибә менән килә, ә тәжрибә– дөрөҫ ҡабул ителмәгән ҡарарҙарҙан туплана.
Зөлфирә Таһирова.