-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь , 00:02

ЯРАТЫЛМАЙ ЙӘШӘҮ МӘҢГЕ КҮҢЕЛ ӨШӨҮ

-

ЯРАТЫЛМАЙ ЙӘШӘҮ МӘҢГЕ КҮҢЕЛ ӨШӨҮ
ЯРАТЫЛМАЙ ЙӘШӘҮ МӘҢГЕ КҮҢЕЛ ӨШӨҮ

- Әсәй, һин мине яратаһыңмы?
- Әлбиттә, яратам.
- Ә ниңә шулай тип миңә әйтмәйһең?
- Һүҙ менән ишеттереүҙәме ни эш?
- Эйе, һин һәр ваҡыт шулай тип әйтеп тор...
- Ҡыҙым менән ошондай һөйләшеү булды яңыраҡ, - тине бер ханым. - Инде ҙурайып бөткәс, университеттың III курсында уҡый бит инде, ҡосағыма һыйынып, иркәләнеп, яраттырып сығып китте. Үҫкәс тә, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, һөйөүгә мохтаждыр тип уйламай инем...

Был һөйләшеү миңә унан бер нисә көн алда ғына булған ваҡиғаны хәтерләтте. Бер көндө редакцияға элекке йәш хәбәрселәребеҙҙең береһе килеп инде. Мәктәптә уҡыған йылдарынан һуңғы тормошо хаҡында һөйләне. Ҡырҡты үткән ҡатын үҙ ғүмерендә әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ татып өлгөргән. Үҙе бер китаплыҡ яҙмыш. Һуңынан, аптыратып, былай тине:
- Ә, беләһегеҙме, ни өсөн минең тормошом шулай килеп сыҡты? - Яуабымды ла көтмәй, артабан дауам итте. - Сөнки мине атайым менән әсәйем яратманы...
Аптыраулы ҡарашым уны ғәжәпләндермәне.
- Мине генә түгел, бөтәбеҙҙе лә. Өсөбөҙҙөң дә тормошо килеп сыҡманы. Атайым менән әсәйемде иң беренсе сиратта матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Мин улар теләгән һөнәрҙе һайланым. Шунан атайым янына килдем дә ҡурҡа-ҡурҡа һүҙ башланым: "Хәҙер үҙем теләгән һөнәрҙе үҙләштерергә рөхсәт итегеҙ инде, бик тә бейеүсе булғым килә", - тинем. Утын түмәрҙәре янында торған атайым бер киҫәүҙе ҡулына тотто ла бар көсөнә ергә һуҡты: "Ботоңдо һуғып һындырам!" Яуабы шул булды. Аяғыма саҡ теймәй ҡалған киҫәү шул көндө минең киләсәгемде селпәрәмә килтерҙе. Бейеүсе булмаһам да, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй торған һөнәргә уҡып сыҡтым барыбер. Тик тормошомдан уңманым. Ике тапҡыр кейәүгә сыҡтым. Йәшәп булманы. Сит илгә киттем. Унда бәхетемде таптым. Әммә үтә ҡыҫҡа булды ул бәхет тигәндәре. Яратҡан кешем менән биш йыл ғына йәшәп ҡалдым, көтмәгәндә яҡты донъянан китеп барҙы.
Эй ҡыйын... Сит илдә бер үҙем. Яңы йылда ултырам диңгеҙ буйында. Һағындырған. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлап сыҡтым. Атайым менән әсәйемә лә шылтыраттым. Төнгө өсөнсө яртылар тирәһе ине. Оҙаҡ алманылар, йоҡларға ятҡан булғандар, күрәһең. Ниһайәт, атайымдың тауышы ишетелде. Байрам менән ҡотланым да: "Атай, бер нәмә һораһам, үтәйһеңме?" - тинем. Аҡса һорай тип ҡурҡтымы икән, өндәшмәй торҙо. Һорауымды ҡабатлағас, ризалашты. "Ҡыҙым, мин һине яратам, тип әйт әле, атай!" - тинем. Үҙемдең күҙемдән йәштәр субырлап аға. Атайым мин әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. "Ә хәҙер әсәйемде саҡыр әле, зинһар", - тинем. Ул да йоҡлағандыр, ахыры. Бер аҙҙан тауышы ишетелде. Уны ла байрам менән ҡотланым да: "Әсәй, һинән бер нәмә һораһам, үтәйһеңме?" - тинем. Ул да аптырап китте. Шунан: "Әйт һуң..." - тине. "Ҡыҙым, мин һине яратам, тип әйт әле, әсәй!" - тинем. Тағы берәй нимә һорап ҡуймаһын, тигән һымаҡ ул да тиҙ генә ҡабатлай һалды. Аҙаҡтан үкереп илауым! Диңгеҙ генә белде хәлемде...
...Яратыуға кеше һәр ваҡыт мохтаж. Әсә һөйөүеме ул, мөхәббәт хисеме - әҙәм балаһы үҙенең яратылыуын белеп йәшәргә тейеш. Психологтар әйтеүенсә, әсә кешегә балаһын көнөнә һигеҙ тапҡыр ҡосағына алып һөйөргә кәрәк икән. Яратылмай үҫкән бала ҡаты бәғерле була, тиҙәр, улар башҡаларға ла наҙ бүлә алмай. Яратыуҙан бала боҙолмай. Һөйөлөп үҫкәндәр бүтәндәргә лә мөхәббәтле, һөйкөмлө була. Ҡаты күңелле ата-әсәнән хатта енәйәтселәр ҙә үҫеүе ихтимал, сөнки күптәре оло тормошта бала саҡта алмаған наҙҙың үсен ҡайтара.
Ата-әсә фатихаһы - ул тормоштағы бәхет нигеҙе, уңыш асҡысы. Балалар бәхетле булһын өсөн изге теләктәреңде ҡабатлап ҡына торорға кәрәк. Бәләкәстәрҙең үҙҙәренә лә дөрөҫ теләк теләргә өйрәтеү мөһим.
...Журналист һөнәре миңә күп күренекле шәхестәр менән танышыу, һөйләшеү бәхете бүләк итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы күңелеңдә ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдыра, фәһем бирә. Данлыҡлы артистарыбыҙҙың береһенең һөйләгәне һаман да хәтеремдә: "Мин бәләкәй саҡта атайым менән әсәйем айырылышҡан. Әсәйем яңынан тормошҡа сыҡты. Икенсе ергә күсеп китте. Мин өләсәйем тәрбиәһендә ҡалдым. Хисле бала булғанмындыр инде, күрәһең. Гел тау башында ултырырға ярата торғайным. Таң һарыһынан менәм дә тирә-яҡҡа һоҡланам һәм киләсәктә артист булырға хыялланам..."
"...Таңда фәрештәләр ергә төшә. Шул ваҡытта теләгән теләктәр ҡабул була, сөнки фәрештәләрҙең "Амин!" тигән сағына тура килә", - ти торғайны элек өлкәндәр. Кискә ҡарағанда иртә хәйерлерәк, тип әйтеүҙәре лә юҡҡа түгел. Оло эште лә кис башламайҙар, оҙон юлға ла таңдан сығалар.
Теләкте лә эстән генә уйламай, ә ҡысҡырып әйтергә кәрәк. Юҡҡа ғынамы ни иң башта телгә алған егерме йәшлек ҡыҙ әсәһенән үҙен яратыуы хаҡында ҡысҡырып әйтеүен һорай. Һүҙ матдиләшә. Күренекле яҙыусы Пауло Коэльо әйтеүенсә, һүҙ Йыһанға аша һәм бөтөн көстәр, ошо фекерҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итә башлай.
Шуға бер ваҡытта ла яман һүҙҙе ҡысҡырып әйтергә ярамай. Яңыраҡ ишеткән бер ғибрәтле хәл быға тағы ла инанырға мәжбүр итте.
...Тәүге балаһы тыуғас, сабыйының шул тиклем ҡулсыр, тиктормаҫ булыуынан арыған йәш әсә: "Эй, тик ултыра торған ғына бала булһын ине ул", - тип әйтеп ысҡындыра. Йә, Хоҙай! Алланың "Амин!" тигән сағына тура килә бит был һүҙҙәр. Икенсе сабыйы... ғәрип булып тыуа. Коляскала ултырып ҡына торған бала тәрбиәләргә тура килә ата-әсәгә. Инде ул сабыйҙың үлгәненә лә байтаҡ йыл үтте. Ошо хаҡта үҙенең ауыҙынан ишетеп тетрәндем. Хоҙайҙан "һорап" алған балаһы ғүмерлек ғазапҡа әйләнгән бит, тәүбә!
Яҡындарыбыҙға ла, балаларыбыҙға ла, туғандарыбыҙға ла яҡшы һүҙҙе йәлләмәйек. Йәш саҡта яҙыусы һәм уҡытыусыбыҙ Роберт Байымов ағайҙың "Бикле хазина" тигән хикәйәһен уҡып, бик тетрәнгәйнем. Ғүмер буйы бергә йәшәп тә бер йылы һүҙ әйтмәгән әбейен ерләп ҡайтҡас, үҙенең асышынан аҡылдан яҙыр сиккә еткән ҡарт хәлендә ҡалмаһаҡ ине. Олоғайып бөткән балаларыбыҙҙы ла йоҡлағанда ғына түгел, ә ҡосағыбыҙға алып, тупылдатып һөйөүҙән бер кем дә тыймай ҙа баһа беҙҙе. Ундай яратыуҙың гонаһы юҡ бит.
Әле телгә алып киткән миҫалдарҙың барыһы ла ысын тормоштағы кешеләр. Билдәле шәхестәр булғанға күрә уларҙың исемен атауҙы урынлы тип тапманым. Үҙем менән булған бер ваҡиғаны ла өҫтәп киткем килә. Бер ваҡыт күренекле генә ханым мине осратыу менән тәнҡит һүҙҙәрен яуҙыра башланы: "Кеше шундай шиғыр яҙамы ни?" "Ниндәй шиғыр?" - тим. "Яратылмай йәшәү" тигән ҡот осҡос шиғыр яҙғанһың бит. Нисә көн йоҡлай алмай йөрөйөм, уйланам да уйланам, йөрәкте айҡаның бит", - ти был. Шулай тигәс кенә еңел һулап ҡуйҙым. Уның һүҙҙәре тәнҡит түгел, ә минең өсөн маҡтау ине. Яҙмамды ла ошо шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.

Яратылмай йәшәү - туңып ҡалған бөрө,
Емештәрҙән мәхрүм бер ағас.
Күкрәк тулы моңдо йөрәгеңдә бикләү,
Һайрай алмаҫ өнһөҙ һандуғас.

Яратылмай йәшәү - яумай үткән ямғыр,
Йотом һыуға сарсап көн итеү.
Һөйөлмәйсә йәшәү - бәхетһеҙҙәр икәү,
Бер-береңдең йәнен кәмһетеү.

Яратылмай йәшәү - мәңге күңел өшөү,
Ысыҡ тамсы эҙләү буранда.
Йылы ышыҡ юллап, һулышыңдан сәсәп,
Өйһөҙ ғүмер итеү урамда.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас: