+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 18:53

Аҫылмалы күпер...

Таулы яҡтарҙа сыҡҡан риүәйәт был.

Аҫылмалы күпер...
Аҫылмалы күпер...

Ике ауыл араһында ҙур тарлауыҡ булған. Уның бер аҙ тәпәшерәк урынында халыҡ таҡтанан аҫылмалы күпер яһап ҡуйған. Ике яғынан тотоноп йөрөргә оҙон тимер ҙә һуҙғандар.

Кешеләр был күперҙән йыш үткән. Хатта тимергә тотонмайынса ла, йүгерә-атлай сыҡҡандар. Балалар ҙа ҡурҡып тормаған.

Бер көндө күперҙең тотонғостары ҡайҙалыр юҡ булған. Һәм... берәү ҙә аҫылмалы күпергә аяҡ баҫырға баҙнат итмәгән. Тимер трос булғанда, кеше уға тотонмайынса ла йөрөгән. Сөнки уның барлығын белгән һәм кәрәккәндә тотона алған. Ә хәҙер – юҡ.

Беҙҙең ата-әсәләр менән дә шулай. Улар иҫән саҡта бәғзеләр хәлдәрен дә белмәй, һирәк ҡайта, ҡәҙер итмәй. Атай һәм әсәйҙе юғалтҡас ҡына уларһыҙ ни тиклем ҡыйын икәнен аңлайҙар...

Тормош күперҙәрен үткәндә таяныстарыбыҙ бар саҡта уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ.

Автор:
Читайте нас: