+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 08:42

ЯҠЫНДАРЫҢДЫҢ ТОРМОШОН ҮПКӘЛӘҮҘӘРЕҢ МЕНӘН АҒЫУЛАМА

Ғәҙәттә, берәй кеше тураһында "уны холҡо насар", тип һөйләйҙәр икән, иң тәүҙә уның башҡаларҙы һанға һуҡмауы, тиҙ үсегеп барыуы, барыһын да үҙенсә генә эшләтергә тырышыуын күҙ уңында тоталар. Үпкәләү, рәнйеп барыу кеүек тойғолар кисереп, үҙен-үҙе "ашап" йәшәүселәр тап шундай була ла инде. Үпкәләүҙең сәбәптәре нимәлә? Уның сәләмәтлек өсөн зыяны, был кире тойғоно кисереүҙән ҡотолоу юлдары бармы? Бөгөн ошо хаҡта психолог Гөлсинә ЙОСОПОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

ЯҠЫНДАРЫҢДЫҢ ТОРМОШОН ҮПКӘЛӘҮҘӘРЕҢ МЕНӘН АҒЫУЛАМА
ЯҠЫНДАРЫҢДЫҢ ТОРМОШОН ҮПКӘЛӘҮҘӘРЕҢ МЕНӘН АҒЫУЛАМА

Үпкәләү - гүзәл затҡа хас тойғо тиҙәр, шул дөрөҫмө? Үпкәләү кире тойғо икәнен аңлайбыҙ, шулай ҙа уға аныҡ ҡына аңлатма биреп буламы?

- Үпкәләү барыбыҙға ла хас. Ирҙәр ҙә үпкәләй. Әммә ир-егет тойғоларын тышҡа сығарып бармай, ҡатын-ҡыҙ иһә, киреһенсә, үҙендә тота алмай. Айырма шунда ғына. Ябай ғына итеп әйткәндә, үпкәләү - ул үҙеңә ҡарата ғәҙелһеҙлек тойоу. Мин генә хаҡ, мин генә дөрөҫтө һөйләйем, минеңсә генә булырға тейеш, тигән уйҙар ҙа үпкәләүгә килтерә.
Нисек кенә булмаһын, үпкәләү кешенең тормошон ныҡ ҡына ҡатмарлаштыра: туғандары, эргәһендәге башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәрен боҙа, яйлап үҙенең холҡо ла насарая, ул манипуляторға әйләнә, ошо рәүешле үҙенә кәрәкте алырға өйрәнә. Ошолай дауам итһә, барыһы ла үпкәсел кеше менән аралашыуҙан ҡаса башлаясаҡ. Гел үпкәләп йөрөүҙән үҙенең сәләмәтлеге лә ҡаҡшай. Башында гел генә ошо ситуацияны әйләндерә, асыулана, ҡабат-ҡабат стресс кисерә. Йәшәргә көс тапмай, үпкәләгән кешеһенә ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ ситуацияларҙы күҙ алдына килтерә, уға ла насар булһын, тип теләй, ошонан үҙенсә ғәҙеллек эҙләй. Үпкәсел кеше тормошҡа ҡыуана белмәй. Стресс, депрессия һөҙөмтәһендә психосоматик сирҙәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул ысын мәғәнәһендә, үҙен үҙе "ашап" бөтә.

Бындай кешеләр үҙҙәренең хәлен тойомлап, белгескә мөрәжәғәт итәме? Һеҙҙең тәжрибәлә кемдәргә үпкә тотоп йөрөүселәр йышыраҡ осрай?

- Миңә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Ниндәйҙер проблеманы хәл итергә теләп килеүселәр араһында үпкәләү кеүек тойғолар кисереп йәшәүселәр барлығы ла асыҡлана. Әйтәйек, атай-әсәйенә үпкәләүселәр күп. Бында шуны аңлау мөһим: атай-әсәй беҙҙе ошо яҡты донъяға тыуҙырған, йәшәү бүләк иткән. Тәрбиәләп үҫтергән, уҡытҡан, кеше иткән, оло тормош юлына сығырға ярҙам иткән. Быларҙы бирә алмағандары ла бар, әлбиттә. Әммә беҙ уларға яҡты донъяны бүләк иткән өсөн генә лә рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ә инде тәрбиәләгән, уҡытҡан икән, икеләтә, меңләтә рәхмәтле булыу мөһим.
Эйе, ҡасандыр йылы һүҙ әйтмәгәндер, башҡа туғандарыңа күберәк иғтибар бүлгәндер, бәлки, быларҙың барыһы ла һиңә шулай тойолған ғыналыр. Нисек кенә булмаһын, быларҙың барыһының да үҙенең сәбәбе бар. Мәҫәлән, атай менән әсәй үҙ ғаиләһендә йылылыҡ, мөхәббәт алып үҫмәгән икән, быны балаһына бирә лә алмай. Сөнки ул асыҡтан-асыҡ наҙ күрһәтеп, яратышып ултырыуҙы күрмәгән, был уның өсөн ят нәмә. Унар бала үҫкән ғаиләләрҙә һәр береһен сөсөлдәтеп ултыра ла алмағандарҙыр, эш баҫҡан, унан милләтебеҙҙең менталитеты ла үҙ ролен уйнай. Әсәйҙәр балаһын ныҡ иркәләтмәһә ни, беҙҙә, ана, өләсәйҙәр ниндәй шәп! Улар баланың күңелен үҫтереп, тәрбиәһен бирә алған элек. Улайға китһә, үҙегеҙҙең ҡаты ғына күренгән әсәйҙәрегеҙгә күҙ һалығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәренә ниндәй мөнәсәбәттә улар: башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп, бөтөн теләген үтәп, таҡмаҡлап бейетеп, тәмле ашатып өлтөрәп тора. Шуға күрә, бөгөндән башлап ошоно аңларға һәм ата-әсәгә ҡарата үпкәнән ҡотолорға кәрәк.

Атаһы менән әсәһенә үпкәләп йәшәгәндәрҙән тыш, балаларына үпкә тотоусылар ҙа күпме арабыҙҙа...

- Быға кемдер көлөп кенә ҡарар, бәлки. Ҡатын балаһын ауыр тапһа, һөҙөмтәлә һаулығы ҡаҡшаһа, йәки бала арҡаһында шәхси тормошон ҡора алмаһа, үҙен элеккесә ирекле итеп тоймай башлаһа, бала тапҡандан һуң йәшәүе ҡырҡа үҙгәрһә лә үҙе лә аңламаған үпкәләү барлыҡҡа килә. Бындай ҡатын балаһын әрләп-һуғып үҫтерә, арала ышаныслы мөнәсәбәт юғала. Бала ла әсәһенә ышанмай башлай. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләр тыуып тора. Аҙағыраҡ иһә ғәйеп тойғоһо кисереү, бала алдындағы ул ғәйепте нисек тә булһа юйырға тырышыуҙар, үҫеп бөткән булһа ла контролдә тотоу, үҙеңдән айырып ебәрмәү килеп сыға. Был әсәй балаһы үҙенең ғаиләһен ҡорғас та ҡыҫылып йонсой, үҙенә иғтибар талап итә. Яңынан-яңы талаптар, үҙенсә эшләтергә тырышыуҙар, үпкәләүҙәр - был түңәрәктән ҡотолоу юлын табыуы бик ауыр.
Бер нәмәне иҫтә тоторға кәрәк - бала менән сәләмәт мөнәсәбәттәр урынлаштырыу мөһим. Ул нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уға тиң итеп ҡарағыҙ. Бала беҙгә бүләк итеп ебәрелгән. Ул да кеше. Уның да фекере, теләктәре, ирке бар. Уның менән нисек теләйбеҙ - шулай итеү, иркен сикләү, баҫыу яҡшы нәмәгә килтермәй.

Үпкәләүҙең тағы ла ниндәй төрҙәре була?

- Ни тиклем сәйер яңғырамаһын, кешенең үҙенә лә үпкәһе була. Күп осраҡта улар үкенестәрҙән тора. Нисә йыл ҡәҙеремде белмәгән кеше менән йәшәгәнмен, оҡшамаған һөнәр үҙләштергәнмен, күңел тартмаған эштә эшләгәнмен, теге йәки был осраҡта дөрөҫ юлды һайламағанмын, үҙемде яңылыш тотҡанмын һ.б. Бына ни өсөн һәр ваҡыт күңел ятҡан шөғөл менән булырға, күңел ҡушҡанды эшләү мөһим. Йөрәк, күңел беҙҙе алдамай. Ҡыҙғанысҡа күрә, тик аҡыл менән үлсәп, ҡурҡып, билдәле сиктәр эсендә генә йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ғүмер ахырында үкенеп ултырабыҙ, башҡаларҙы әрләйбеҙ һәм ғәйепләйбеҙ. Әлбиттә, иң тәү сиратта үҙ-үҙебеҙҙән ризаһыҙлыҡ килеп тыуа ла инде. Күп проблемаларҙың башы - үҙебеҙҙе ҡабул итмәү, үҙебеҙҙән риза булмау, үҙебеҙгә үпкәләү. Үҙен ҡабул итмәгән кеше башҡаларҙы ла ҡабул итмәй һәм һәр ваҡыт йөй эҙләй, тормошонан ҡәнәғәтлек тапмай, ҡыуана белмәй.

Шулай итеп...
Шуны аңларға кәрәк: беҙ һәр ваҡытта ла башҡа кеше өсөн бар нәмәне хәл итә алмайбыҙ. Хәл итергә тейеш тә түгелбеҙ. Ирем йорт эштәрендә ярҙам итмәй тип, уға үпкәләнегеҙ икән, бының нигеҙендә һеҙҙең аҡланмаған өмөттәрегеҙ ята. Уның да үҙенең эштәре, хәстәрҙәре бар, ул да арығандыр. Әхирәтегеҙ ҙә һеҙҙең менән осраша алмауы бар, хәҙер инде үҙенең балалары булған балағыҙ ҙа ялын һеҙгә генә бағышлай алмай. Тормоштан алынған бындай ябай ғына миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә була. Бындай хәлдәр көн һайын булып тора һәм шуға ла үҙ-үҙебеҙҙе йәлләп, башҡаларға үпкәләп ултырыуға арнамайыҡ ғүмеребеҙҙе. Хатта иң яҡын кешегеҙ ҙә үҙенең тормошо менән үҙенсә йәшәргә хаҡлы - был аксиома. Ошоно аңлайыҡ та, уларҙы ла, үҙ-үҙебеҙҙе лә ихтирам итеп йәшәйек.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: