+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 16:21

БАЛАЛАРҘЫ ОШАҠЛАШЫРҒА ӨЙРӘТЕҮ ЯҠШЫМЫ?

Был ҡатмарлы тормошта әҙәм балаһы йыш ҡына берәй сетерекле һорау алдына килеп баҫа. Бәғзе мәл, ниндәйҙер күренештең яҡшымы, әллә, киреһенсә, насармы икәнен белеп тә булмаҫҡа мөмкин. Ә шулай ҙа…

БАЛАЛАРҘЫ ОШАҠЛАШЫРҒА ӨЙРӘТЕҮ ЯҠШЫМЫ?
БАЛАЛАРҘЫ ОШАҠЛАШЫРҒА ӨЙРӘТЕҮ ЯҠШЫМЫ?

Совхоз үҙәгенең ун йыллыҡ мәктәбенә яҡын тирәләге дүрт ауылдан уҡырға йөрөй торғайныҡ. Бишенсе синыфтан алып. Ҡышын дөйөм ятаҡта йәшәнек. Сираттағы каникулдар килеп етеп, ауылдарыбыҙға таралышыр алдынан, берәй класты "дежур" итеп тәғәйенләп, мәктәп администрацияһы уға бурыс ҡуя. Ял көндәрендә үҙ ауылында йәшәгән башҡа синыф балаларын "контролдә" тоторға тейеш булған был дежурныйҙарға ҡуйылған талап ярайһы ғына юғары: һәр тәртип боҙоу осрағы "ҡәләмгә алынырға" тейешле. Каникулдар тамамланып, балалар ҡабаттан уҡыуға йыйылғас, тәүге көн мотлаҡ үткәрелгән "линейкала" дежур кластар бөтә мәктәп алдында үҙҙәренең ауылындағы хәлдәр хаҡында "отчет" бирә… Тәү ҡарауҙа был - мәктәп балаларына ҡарата ифрат уңай бер тәрбиәүи ысул һымаҡ, шулай бит? Әлеге "дежур" булып туғыҙынсы-унынсы синыф уҡыусылары торған булһа, уларҙан, ғәҙәттә, "ауылыбыҙҙа каникул ваҡытында бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу булманы" тигән доклад ишетәһең. Әммә… хәйләнең ни икәнен белмәгән бер ҡатлы, эскерһеҙ (сабыйҙар тип әйтәйек) бишенсе, алтынсы класс балаларының докладын ишетеү, бәғзе ваҡыт, ғәйәт уңайһыҙ була торғайны. Уҡытыусы ағай һәм апайҙарҙың һәр һүҙен күңел биреп үтәүсе был балалар үҙ ауылында ни күргәнен һис йәшермәй һөйләп бирә…
Ҡышҡы каникулдан килгәс, бишенсе синыфта уҡыған күрше ауыл ҡыҙының бер килке ауылдашын уҡытыусыларға "һатҡаны" хәтеремдә. Бөтә мәктәп алдында (хатта исемдәрен дә атап) бер нисә өлкән синыф апайҙарының яңы йылды "ололарса" ҡаршы алыуы хаҡында ла әйтеп һалды был ҡыҙый. Мин дә әле ул саҡта бәләкәй инем, әммә уның һүҙҙәрен ишеткәс, "тәндәрем сымырҙап" киткәнен иҫләйем. Был дежур ҡыҙ өсөн уңайһыҙланып, уны ныҡ ҡына йәлләп торҙом. Минән арттараҡ торған туғыҙынсы синфтағы бер ағай ишетелер-ишетелмәҫ итеп: "Ныу был ҡыҙыҡай хәҙер ауылдаштарынан "кәрәген" ала инде", - тип әйткәс, линейкаға теҙелгән балаларҙың ҡайһы берәүҙәре пырхылдап көлөп тә ебәрҙе. Әммә был ағайҙың шаяртып ҡына әйткән һүҙҙәренән мин тағы ла нығыраҡ борсолдом. "Докладсы" ҡыҙға "ғәйепләнеүселәрҙең" аҙаҡ ниндәйерәк формала ризаһыҙлыҡ белдерәсәген күҙалланым…
Тағы бер миҫал. Шул уҡ мәктәптә уҡытыусыларҙың береһе балаларҙы "мөйөшкә" баҫтырып ҡуйырға ярата торғайны. Ҡыҙҙарға ундай ҡурҡыныс янамай, улар тәртипле, ә бына малай халҡы шытып сығып ҡына бара бит, ауыҙыңа… май булғыры! Бер көн, был ағайҙың кәйефе артыҡ боҙоҡ булдымы, дәрес аҙағына ҡарай кластағы барса малайҙар тиерлек стенаға ҡарап, баҫып тора инек (дүрт мөйөш барыбыҙға ла етмәне). Синыфта иң тәртипле балаларҙың береһе тип һаналыуыма ҡарамаҫтан, минең өсөн дә ташлама булманы. Парталаш малайға бышылдап һүҙ ҡушҡаным өсөнмө, миңә лә түңәрәк мейес артынан урын табылды. Уҡытыусының язаһынан бер Әхсән генә (исеме үҙгәртелде) "имен" ҡалды. Был хәлдең иң ҡыҙығы алда ине әле. Ағайыбыҙ шул "өлгөлө" малайҙың ҡулына үҙенең указкаһын тоттороп, беҙҙе "һаҡлап" йөрөргә ҡушты. "Берәү урынанан ҡуҙғалһа, мин ингәс, әйтерһең", - тине лә, үҙе тышҡа сығып китте. Уҡытыусы һынлы уҡытыусы "власть" биргәс, теге малай, ысынлап та, иркенләп китмәһенме! Берәйебеҙ артыбыҙға боролоп ҡарағанды күреп ҡала ла, шунда уҡ килеп, арҡаға указка менән төртөп ала. Икенсебеҙҙең башына эләгә әлеге ағас таяҡ… Тик, дәрестәр тамамланып, өйҙәргә таралышыр алдынан, уҡытыусы күрмәгәндә, әлеге Әхсәнде малайҙар эткесләп-төрткөсләп тигәндәй, илатып та ҡуйҙылар. "Кемдең кем икәнлеген белергә теләһәң, уның ҡулына власть бир", тигән әйтемде ишеткәнем бар. Әммә уны бала кеше өсөн ҡулланыу урынлы булмаҫ тип уйлайым. Бында төп "бола башлығы" - балаларҙың бер-береһенең "баштарын төкөштөрөүсе" әлеге уҡытыусы ағай тип һанайым. Дәрестән һуң Әхсәндең башҡа балаларға үпкәләп илағаны һаман күҙ алдымда тора. Ошо көнгәсә уны йәлләп иҫкә алам.
Берәй нәмә хаҡында һөйләгәндә, "честное пионерское слово" тип әйтеү ғәҙәте булған осор ҙа ололарҙың хәтерендәлер. Булған хәл тураһында "уәллаһи" тип ант иткән мосолман кешеһенә ышаныу тейешле булған кеүек, әлеге пионер һүҙен дә "изге" итеп һанарға өйрәттеләр шул беҙҙе. Балалар өсөн ҡуйылған кинофильмдарҙа ла ошо һүҙбәйләнеште йыш ҡына ҡулланғылайҙар ине. Бәләкәйҙәр үҙҙәре уйлап сығармаған, ә ололарҙан сыҡҡан һүҙ бит инде ул. Ҙур кешеләр тарафынан һалынған шундай нәмәләр сабыйҙың аңына һис шикһеҙ "һеңеп тә ҡуя". Тәрбиә эшендә уҡытыусы ағай һәм апайҙарҙың роле ғәйәт ҙур тиеүем, уларҙың әйткән һәр һүҙен бала кеше "хаҡ" тип ҡабул итә. Бик тә яҡшы һүҙ был "честное…", әммә һәр осраҡта ла микән?
Ошо турала уйлана башлаһам, нишләптер, гел генә герой-пионер Павлик Морозов иҫемә төшә. Мәктәп йылдары беҙгә уны үрнәк итеп ҡуялар ине. "Продотрядтарҙан игенен йәшергән үҙенең "кулак" олатаһын - "халыҡ дошманын" фаш итеп, шул арҡала батырҙарса һәләк булған герой-пионер Павлик Морозов һымаҡ тоғро булырға беҙҙе өйрәттеләр. Бөтә Союз пионер ойошмаһы уның исемен йөрөттө. Хәҙер йыш ҡына ошо хаҡта ла фекерләп алам. Ошаҡ өсөн үлтерелгән шул малайҙы йәлләйем. Балалары астан үлмәһен өсөн бойҙай йәшереп ҡуйған ата-олаталары ла, әлбиттә, язаһыҙ ҡалмай: властар тарафынан ҡулға алынып, атыуға хөкөм ителә. Тик унан бер кемгә лә еңелерәк түгел шул: нәтижәлә - бөтөнләйгә бер ғаилә һәләк була!.. Күрше-күршеһен, туған-туғанын ошаҡлау арҡала һәләк булған меңәрләгән ата-бабаларыбыҙ ҙа тап ана шул осорҙағы золом ҡорбандары бит инде. Бөгөнгөнән бөтөнләйгә башҡа булған, илдәге барса халыҡҡа үтә ҡаты талаптар ҡуйылған шундай сәйәсәт еле совет ҡоролошо дәүерен һәр саҡ оҙата килгән булһа кәрәк. Тик ул осорҙары уҡытыусылар тарафынан нәҡ ана шулай балаларҙы ла бер-береһенә ҡаршы көйләү алымын ҡулланыуҙың берәй ыңғай яғы булдымы икән, тип икеләнеүем. Бындай тәрбиәүи ысул һис кенә лә яҡшыға алып бармағандыр, минеңсә. Бәлки, ул саҡтағы педагогтарҙан да быны талап итмәгәндәрҙер. Тик әлеге ҡайһы берәүҙәр үҙешмәкәрлек менән булғандыр, моғайын. Үҙем уҡытыусы һөнәренән бөтөнләйгә алыҫ торған кешемен. Әммә бөгөнгө мәктәптәрҙәге тәрән, профессиональ белемле педагогтарбыҙ ундай иҫке алымдарҙы ҡулланмайҙыр, тигән инаныуҙамын.
Ә ошаҡсы малайҙарҙы бер ҡасан да, беребеҙ ҙә яратманыҡ. Ундайҙарҙы "ошаҡ тоҡсайы" тип үртәй торғайныҡ. Өйөбөҙҙә иң "баш тәрбиәсе" булған атайым да был мәсьәләгә үҙенсә ҡараны. Ғаиләлә беҙ дүрт малай үҫтек. Малай кешеләрҙе белеп тораһығыҙ бит инде, бәғзе ваҡыт уларҙың сәкәләшеп тә китеүе бар. Әммә, шул айҡанлы беребеҙ икенсебеҙ өҫтөнән атайыма ошаҡлашыуҙан ҡурҡа инек, сөнки ул быны бер ҡасан да хупламаны. Ошаҡ ишетеп ҡалһа, ике яҡҡа ла "тигеҙ эләгә" торғайны. Өрлөктә эленеп торған "аҡыл сыбығы" йыш ҡына беҙҙең бәхәсте ғәҙел хәл иткеләне. Кинәт кенә "таж баҡырып" илап алабыҙ, әммә бер нисә минуттан, бәхәс хаҡында бөтөнләйгә онотоп, "һин дә мин" уйнай ҙа башлайбыҙ… Шулай уҡ урамда башҡа малайҙар (хатта ҙурыраҡтар ҙа) ҡыйырһытҡан осраҡтарҙа ла атайыма ошаҡлашыуҙан тыйылдыҡ. Сөнки был юлы ла атайыбыҙҙан тик үҙебеҙгә генә "тамасағын" яҡшы белә инек. Уның беҙҙе яҡлашып, сит кеше балаһына ҡағылып йөрөү ғәҙәте булманы. Кемдә нисек, әммә беҙҙең ғаиләлә "әҙәм балалары менән бер ҡасан да ыҙғышып йөрөмәгеҙ" тигән принциптағы атайыбыҙҙың тәрбиәһе ана шундай формала ине (Ошо хаҡта гәзитебеҙҙә башҡаларҙың да фекере булыр әле, моғайын).
Ислам ҡанундарына ярашлы, кешеләрҙе (хатта сабый балаларҙы ла) алдау ярамай. Өс осраҡтан тыш. Һуғыш мәлендә дошманды алдау, бәхәстә булған кешеләрҙе яраштырыу маҡсаты менән алдаштырыу һәм ҡатыныңа (иреңә) комплимент өсөн бигүк дөрөҫлөккә тап килмәгән һүҙҙәр әйтеү Бәйғәмбәребеҙ тарафынан рөхсәт ителгән. Ә бына ошаҡлашыуҙы динебеҙ тыя. Аллаһ илсеһенең: "Ошаҡсы йәннәткә инмәҫ",- тигән мәғәнәле сахих хәҙисен (Әл Мөслим, Әл Бухари) белеү зыян итмәҫ. "Һүҙ ташыусы (ғәйбәтсе) һәм ошаҡсы - арағыҙҙа иң яманы" тигән риүәйәт тә бар. Берәй кешенең яңылышлығын күреп ҡалған хәлдә, был хаҡта башҡалар алдында уның "йөҙөн йыртмай" ғына, шәхсән үҙенә әйтеп, хатаһын төҙәтеп ебәреү кәрәк, ә ҡайсаҡ хатта бөтөнләйгә өндәшмәй ҡалыу ҙа хәйерле. Әгәр башҡаларға ғибрәт өсөн берәүҙең гонаһ эшен мотлаҡ бәйән итергә кәрәк булһа, ғәйепле кешенең исемен дә атамай һәм уның кем икәнлеген бүтәндәргә белдермәйенсә, "ҡайҙалыр берәү шул-шул эш менән булышҡан" тигәнерәк формала һөйләү яҡшыраҡ. (Был осраҡта һүҙ ниндәйҙер бер ауыр енәйәт эшен фашлау-фашламау хаҡында бармай, әлбиттә. Уныһы - айырым тема). Шул талаптарҙы аңлау һәм тормошта дөрөҫ ҡулланыу өсөн Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына фекер йөрөтөү һәләтлеге биргән. Бына шулай, ҡәҙерле милләттәштәр, бер-беребеҙгә тик яҡшы ғына мөғәмәләлә булырға тырышһаҡ, тормошобоҙ ҙа матурыраҡ булыр.
Һүҙ аҙағында. Иң башта иҫкә алған ауыл мәктәбендәге балаларҙың бер-береһен ошаҡлашыуының берәй файҙаһы булдымы-юҡмы, был хаҡта ниҙер әйтеү ауыр. Тик апайҙарын ошаҡлаған әлеге ҡыҙый үҫеп еткәс, ҡаты алкоголизм сиренә һабышҡаны, ә "ошаҡланған" ике апайҙың береһе - уңышлы эшҡыуар, икенсеһе өлгөлө хужабикә булып китеүе хаҡында хәбәрҙармын. Тормош тигән нәмә ғәйәт ҡатмарлы шул…

Мөхәммәт ВӘЛИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: