+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 18:54

НИ ӨСӨН “АТАЙ ҮЛҺӘ, БАЛА – ЯРТЫ ЕТЕМ, ӘСӘЙ ҮЛҺӘ – ҮКҺЕҘ ЕТЕМ”?

Ғәҙәттә, балалы ҡатын алған ир кеше йәмғиәттә ғәжәпләнеү тыуҙырмай. Сит баланы тәрбиәләйме-юҡмы, уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә – был да кешеләрҙе әллә ниҡыҙыҡһындырмай шикелле. Ә бына үгәй әсә хаҡында һүҙ сыҡһа - күптәрҙең күҙ алдына әкиәттәрҙәге яуыз ҡатын образы килеп баҫа.

НИ ӨСӨН “АТАЙ ҮЛҺӘ, БАЛА – ЯРТЫ ЕТЕМ, ӘСӘЙ ҮЛҺӘ – ҮКҺЕҘ ЕТЕМ”?
НИ ӨСӨН “АТАЙ ҮЛҺӘ, БАЛА – ЯРТЫ ЕТЕМ, ӘСӘЙ ҮЛҺӘ – ҮКҺЕҘ ЕТЕМ”?
Белеүебеҙсә, бөтә донъя халыҡтарында ла тиерлек үгәй әсәнең мәкерлелеген бәйән иткән әкиәттәр бар. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәтендә лә ярайһы уҡ киң яҡтыртыла был тема.
 
Әйтәйек, “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”не, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетел гән дәр”ендәге Бибеш, Йәнеш, Гөлйемеште кемдәр генә белмәй! Әкиәттәрҙә йыш осраған тағы бер сюжет бар: үгәй әсәнең әмере буйынса атай кешенең үҙ ҡыҙын, атҡа ултыртып алып китеп, ҡарурманда аҙаштырып ҡалдырыуы. Психологтар күҙлегенән ҡарағанда, был атай кешенең үҙ балаһын яҡлай алмауын аңлата. Күрәһең, халҡыбыҙҙа “Атай үлһә, бала – ярты етем, әсәй үлһә – үкһеҙ етем” тигән әйтем ерле юҡтан килеп сыҡмағандыр.
Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ! Ғаиләгеҙҙәге йылылыҡ башҡаларҙы ла йылытыуға етһен.
Автор:
Читайте нас: