+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 20:07

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ БӨТӘ ҺӘМ БӨТӨН ҺҮҘҘӘРЕНЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ

-

Журналист, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты булараҡ, был хаҡта күптән яҙырға ҡәһәтләнгәйнем. Хәҙер бит берәүҙең башына берәй үҙенсә уй килһә, һармаҡһып, елдә еленләгән фекерен илгә таратырға ашыға, башҡалары быны әллә ни аңғармай ҡабул итә. Башҡа төрки телдәре араһында башҡорт теле - киң мәғәнәле, үҙенсәлекле, һығылмалы тел. Ул хозурлығы, моңлолоғо, өндәренең әйтелеше, һөйләштәренең күплеге, һүҙҙәренең мәғәнәһе, ҡулланылышы менән ҡәрҙәш телдәрҙән айырылып тора. Йөҙәр йыл буйы халҡыбыҙ телендә, билдәле яҙыусылар әҫәрҙәрендә ҡулланған бәғзе һүҙҙәр ҙә үҙенсәлекле, айырмалы.
Ғәжәп инде, гәзиттәр, матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡапыл ғына кемдеңдер тәҡдиме менән БӨТӘ урынына БӨТӨН тип яҙыуға күсте.
Мәшһүр, арҙаҡлы телсе ғалимдар “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә аңлатыуынса, БӨТӘ (весь, вся) һүҙе БАР БУЛҒАН, БАРЛЫҠ, ҺӘММӘ мәғәнәһен аңлата. Бөтә көскә. Бөтә донъя. Бөтә халыҡ. Бөтә тирә-яҡ...
Телебеҙҙә, һөйләшебеҙҙә бөтә, бөтәһе һүҙҙәрен киң ҡулланабыҙ. Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Бөтә донъя ап-аҡ. Бөтәһе лә ҡулдан килә. Бөтә ер, бөтә күк әйләнә. Бөтә нимә бында ғәзиз миңә, үҙемдеке бында бөтәһе лә. Ҡайһы бер һүҙҙәр йөрәккә утлы уҡ булып ҡаҙала, бөтә булмышыңды ҡоршап, ҡаҙап ҡуя. Тирә-яҡтағы бөтә нәмә күсә, бөтә нәмә хәрәкәтләнә. Бөтәһе лә алға табан ашыға. Был хәлде бөтәһе лә белә. Тәртипле, тәрбиәле кеше бөтә ерҙә лә әҙәпле булырға тейеш. Бөтәһе лә һәйбәт, Аллага шөкөр. Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында… Шағирҙар ижадына күҙ һалайыҡ:

Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар...
Рәми Ғарипов

Бөтәһе лә һуңлап килде миңә:
Яҙмыш йөрөнө гелән шаяртып...
Назар Нәжми

БӨТӨҮ һүҙе иһә бер-нисә мәғәнәлә ҡулланыла. 1. Ахырға етеү, тамам булыу. Ғинуар айы бөттө. Эш бөттө. Уҡыу бөттө... 2. Кәмеү, юҡ булыу. Аҡса бөтөү... 3. Йыуылыу, юйылыу. Бысрағы бөттө. Май табы бөттө... 4. Тыныу, баҫылыу, туҡтау. Ғауға бөттө. Һуғыш бөттө... 5. Тар-мар булыу, юҡ булыу. Үлеү, һәләк булыу... 6. Яраҡһыҙ хәлгә ҡалыу, эшлектән сығыу. Йөрөп, аяҡтарыбыҙ бөттө... 7. Телгә бөткән кеше... 8. Аптырап бөтөү. Ябығып бөтөү. Һарғайып бөтөү...

БӨТӘ һүҙе менән тамырҙаш, мәғәнәләш һүҙҙәр ҙә бар. БӨТӘҺЕ. 1. Бар булғаны, барлығы, һәммәһе тигәнде белдерә. Бөтәһе һигеҙ хеҙмәткәр. 2. Бөтә кеше, бөтә нәмә... Бөтәһе лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе (Һ.Дәүләтшина).

БӨТӘЙЕҮ. Күңел бөтәйеү. БӨТӘҮЛӘЙ. Бөтәү көйө...

Хәҙер килеп, БӨТӘ урынына БӨТӨН һүҙен урынлы-урынһыҙ ҡуллана башланылар. БӨТӨН (целый, нетронутый, непочатый, единый, цельный) һүҙенең мәғәнәһе башҡаса. 1. Күләме, дәүмәле кәмемәгән, теүәл. Бөтөн алма. Бөтөн икмәк... 2. Туҙмаған, төҙөк. Өҫ-баш бөтөн. Кәртә-ҡура бөтөн... 3. Етеш, кәмселеге юҡ. Тормошобоҙ бөтөн... 4. Теүәл, кәсергә бүленмәгән. Бөтөн һан. Ике бөтөн ундан биш...

БӨТӨН менән бәйле БӨТӨНЛӨК (целость, целостность), БӨТӨНЛӘЙ (целиком), БӨТӨНЛӘНЕҮ һүҙҙәре бар.

Башҡорт телендә бөтә кеше (все люди), бөтә ауыл (вся деревня), бөтә халыҡ (весь народ), бөтә донъя (весь мир) һүҙбәйләнештәрен бөтөн кеше, бөтөн ауыл, бөтөн халыҡ, бөтөн донъя тип әйтеүгә, яҙыуға күсеү мәғәнәһеҙлек. Әйтәйек, бөтә кеше тигәнде бөтөн (целый) кеше, тиеү – абсурд, йәғни аҡылға һыймаҫлыҡ, мәғәнәһеҙлек.

Сәлимйән Бәҙретдинов

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall333845860_4733%2Fa4db31b4e366530495

 

Автор:
Читайте нас: