+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 21:05

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр

-

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр. Тотош биләмәләре менән дәррәү күтәрелеп сыҡты ла ҡуйҙылар. Махсус хәрби операцияға гуманитар ылау әҙерләү, яугирҙарға мунса, мейес эшләү, өс бармаҡлы бирсәткәләр, йөн ойоҡтар бәйләү, ит быҡтырыу булһынмы, ҡаһарман яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүме, Байназар көн һайын патриотик, мәҙәни-спорт сараларынан гөрләп тора. Саналы ат ярышы ла, биатлон да, мәргән уҡсы ла, янғын һүндереүселәр семинары ла ҡалманы. Һәр береһе юғары кимәлдә ойошторола. Бөгөн килеп Өфөлә Байназар ауылы тарихы буйынса фәнни-ғәмәли семинар үтте. Сөнки Байназар Бөрйәндең иң ҙур ауылы ғына түгел, бай тарихлы ла. Уның эргә-тирәһендә легенда- риүәйәттәрҙә данланған урындар бихисап. Ә байназарҙарҙың нисек йәшәгәнен Бөрйәнгә барған һәр кем белә, юл эсендә ятҡан ҙур, матур ауыл төҙөк, күркәм йорттары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ҡарауҙан бында эшһөйәр, уңған, тырыш халыҡ йәшәүен аңларға мөмкин. Байназарҙарға "Айыҡ ауыл" конкурсында ла уңыштар юлдаш булһын! Бөрйән яҡташтар ойошмаһына афарин!

Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

https://vk.com/ramzia.karimova?w=wall12685243_19708


#айыҡауыл

"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр
"Айыҡ ауыл" конкурсына Байназар һымаҡ әҙерләнгән ауыл юҡтыр
Автор:
Читайте нас: