+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль , 13:28

АТАЙЫМДЫҢ ҺУҢҒЫ ҺАБАҒЫ

-

Туған телебеҙҙең торошо, киләсәге хаҡындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан замандаштарға эйәреп, мин дә бер нисә күҙәтеүемде, баштан үткәндәремде яҙырға булдым.

Ауыл ерендә тыуып үҫтем. Мәктәптә 9-сы класты тамамлағансы бар предметтарҙы ла тиерлек туған телемдә, үҙем көн-һайын күреп-белеп йөрөгән уҡытыусылар уҡытты. Ниндәй телдә һөйләшергә, һайларға тигән һорау тормай ҙа ине. Ағай-ҡустыларым менән атай-әсәйҙе тап атай, әсәй тиеп атауыбыҙ менән генә ауылдаштарҙан бер аҙ айырылдыҡ, сөнки күпселек балалар ҡәҙерлеләрен әней-әтей тиеп йөрөттө. Өйҙә ошо хаҡта һорау биргәс, атайым: "Минең тыуған Йылайыр районында атай, әсәй тип өндәшәләр, шуға минең балаларым да шулай тип әйтеүен теләйем",- тине.
Артабан урта белем алған В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ лицей-интернатында ла милли мөхиткә барып эләктем, төрлө райондарҙан йыйылған балалар рәхәтләнеп башҡортса аралаша инек.
Һынауҙар БДУ-ға уҡырға ингәс башланды. Дөрөҫөрәге, ингәндә үк. Ул ваҡытта имтихан тапшырып инә инек бит. Журналистика бүлегенә һынауҙың береһе урыҫ теленән булып, шул имтиханды бик күп абитуриенттар, башлыса башҡорт ауылдарынан, мәктәптәренән килеүселәрҙең бирә алмауы әсендерҙе. Мәктәп йылдарынан төрлө гәзит-журналдарға яҙышҡан, аңлы рәүештә ошо һөнәрҙе һайлап килгән йәш хәбәрселәр ине бит улар! Хыялдары менән хушлашып, Салауат Юлаев һәйкәле янында кәйефһеҙ генә йөрөгән шул егет-ҡыҙҙар һаман күҙ алдымда...
Беҙ, башҡорт телен ярайһы белгән, урыҫса имтиханды ла уңышлы үткән бер нисә абитуриент (40-ҡа яҡын кешенән торған төркөмөбөҙҙә 7-8 кеше инек) студент тормошона инеп киттек. Тәүге йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы тәфсирләп яҙып тормайым. Сөнки башҡортса уйлап, фекерләп, яҙған-һөйләшкән кешегә ошо белгәндәрҙе тиҙ арала үҙ башыңда ғына тәржемә итеп, аҡ ҡағыҙға йә ҙур аудитория алдында урыҫ телендә еткереүе еңел түгел икәнен ошондай эш менән шөғөлләнгәндәр генә аңлай. Тап шул ваҡытта урыҫ телен дә туған телем кеүек белергә тейешмен тип сәмләнеп, өйрәнеп, әле һаман урыҫ журналистикаһында эшләүемә нигеҙ шунда һалынды, буғай. Әммә үҙ телемә ҡарата һөйөүем дә, ихтирамым да һис кәмемәне. Уныһы үҙемдең балаларым тыуғас тағы һайлау алдына ҡуйҙы.
Өлкән ҡыҙым Гүзәлиәгә мәктәп һайлағанда, йәшәгән еребеҙгә яҡын булыр, тип математиканы көслө уҡытҡан лицейҙа туҡталдыҡ. Хәл ителеп бөткән мәсьәләгә яңы сиселеште ҡыҙым үҙе индерҙе. Балалар баҡсаһынан башҡорт гимназияһына экскурсияға барып ҡайтҡас, "Мин шунда ғына уҡырға барам", тине лә ҡуйҙы. Минең ҡарарыма ҡаршы сыҡһа ла эй ҡыуандым шул ваҡытта! Әлбиттә, кәңәштәре менән башыбыҙҙы бутарға маташыусылар булды. "Башҡорт мәктәбендә белемде түбән кимәлдә бирәләр", "Уны тамамлағас, юғары уҡыу йортона инеүе ауыр буласаҡ" һәм башҡалар. Яуабым бер булды: "Туған телен белгән кеше бер нисек тә кәм була алмай, башҡорт телен күберәк уҡығандан ғына башҡа предметтарҙан артта ҡалып булмай".
Хәҙер инде яуабым тағы ла төплөрәк. Ҡыҙым гимназияны алтын миҙалға тамамланы, бер репетиторға йөрөмәйенсә, Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырҙы, техник йүнәлештә юғары белем алды. Минең өсөн иң мөһиме - балам менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә алам. Һәм ул һылыуын да башҡорт гимназияһына биреүемде һораны. Шулай итеп, икенсе балам да башҡорт гимназияһында уҡып йөрөй. Яңыраҡ ҡылын тартып, "Әллә башҡа мәктәпкә күсерәйемме?" тигәнгә, "Юҡ, миңә бында бик оҡшай!" тине. Апаһы менән сағыштырғанда туған телдә аҙыраҡ аралаша, гаджеттар заманаһы балаһы бит. Ләкин минең үҙ телемдә сутырлауымды, өләсәһенең һөйләшен аңлай, йылдан-йыл үҙе ҡыҙығып, өйҙә башҡортса һөйләшеү сәғәттәре үткәрергә теләк белдереп ала. Был йәһәттән ҡыҙыма әсәй дәрестәре күп кәрәк әле. Тырышырбыҙ, сөнки... атайымдың һуңғы дәресе, бер ваҡиға шаҡ ҡатырҙы.
Атайым Йылайыр районында тыуып үҫһә лә, ғүмеренең күпселек өлөшөн Федоровка районында йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙҙең район күп милләтле, төп аралашыу урыҫ телендә алып барыла. Йәшләй бында эш йүнәлтмәһе буйынса килеп төпләнгән атайым, әлбиттә, урыҫ телен бик яҡшы белде. Һөнәре буйынса район, совхоз кәңәшмәләрендә йыш сығыш яһай ине. Күп уҡыны. Һәм бына ғүмеренең һуңғы көндәрендә район дауаханаһына эләгеп, реанимациянан һуң өйрәнгән урыҫ телен онотоп, саф башҡортса, "йылайырса" ғына аралашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бары бер тәүлек йәшәне шунан һуң, мин уны Мәләүез дауаханаһына күсергәндә һөйләшә алмай ине инде. Шунда тиҙ ярҙам каретаһында барғанда медсестраның һорауы аптыратты: "Атайығыҙҙы ҡасан күсерҙегеҙ беҙҙең районға? Яңыраҡтыр, бөтөнләй урыҫса белмәй ҙә, аңламай ҙа", - тине.
Албырғап ҡалдым. Тел мәсьәләһе үҙәктә түгел ине ул мәлдә, ныҡлы иғтибар итмәнем. Ҡәҙерлебеҙҙе ерләп, бер аҙ тынысланғас, атайҙы алып киткән аяуһыҙ төндә эргәһендә булған ҡустым да шул уҡ күҙәтеүе менән бүлеште. "Атай башҡортса ғына, беҙҙең яҡтыҡынан айырылған башҡорт телендә һөйләште", - тине. Эйе, Федоровка менән Йылайыр башҡорттарының һөйләше айырыла.
Хәҙер шуларҙы уйлайым да, әлдә генә ҡустым эргәһендә булған, әлдә генә туған телебеҙҙе белеп үҫкәнбеҙ, яҡыныбыҙҙың һуңғы һүҙҙәрен аңламай, үкенестә ҡалыр инек бит, тип, тетрәнеп китәм. Тимәк, әсәй һөтө менән, донъяны танып белә башлау менән ингән тел бер ҡайҙа ла булмай, юғалмай, онотолмай. Атайымдың һуңғы һабағы булды был. Шуға балаларымдың туған телдәрендә аралашыуына тағы ла иғтибарлыраҡмын. Мәңгелеккә юлланғанда васыятымды аңларлыҡ балаларым булһын эргәмдә...

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: