+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 11:44

Кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен бирмәгеҙ!

Әтейемдән алған тағы бер мөһим тормош һабағы.

Кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен бирмәгеҙ!
Кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен бирмәгеҙ!

Аҡса эшләргә лә әтейемдең әрһеҙлегенән өйрәндек. Мәктәптә барлыҡ уҡыусы балаларҙы йәлеп итеп, дарыу үләндәре йыйҙырыр ине. Тонна-тонна меңтамыр, мәтрүшкә, тубырсыҡ йыйып тапшыра торғайныҡ. Шул аҡсаға әтейем спорт кәрәк-яраҡтары һатып алды. Мәктәптә уҡыған һәр баланың ботинкалы шәхси саңғыһы бар ине, ә йыйылма команда тик пластик саңғыларҙа ярыштарға йөрөнө. Был хәл ябай ауыл мәктәбендә икәнен иҫкәртәм. Әтейемә шулай итеп эшләргә бер кем дә күрһәтмә бирмәгән бит. Ә бына эшләп алғанды үҙе өсөн тотонмаймы икән, тип тикшереп йөрөүселәр булды. Юҡ, балалар эшләп тапҡан аҡсаның бер тиненә лә теймәне ул. Спортсмендарын да, беҙҙе, балаларын да, шулай тәрбиәләне. “Кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен бирмәгеҙ”, - тигән әйтеме лә әле һаман иҫтә.

Бер ваҡыт ярыш саңғылары торған "аҫаба" бүлмәләге шкафта теге аҡсаларҙы күреп бик ныҡ аптыраным. Дөңкөһө өйөлөп ҡуйылған тик ҡыҙыл аҡсалар. Ун меңләп булғандыр ул. Ул саҡта "Урал" мотоциклы 1.5 мең һум тирәһе ине шай. Һәр хәлдә Жигули машинаһын да комиссионканан алырға еткәндер. Ул сағында ҡурҡышымдан тиҙ генә бүлмәнән сығып киттем, шул тиклем аҡса күргәнемде бер кемгә лә әйтмәнем. Ә үҙем ғаилә башлығы булғас шул хәл тураһында: “Ниңә улай аҡсалар асыҡ килеш ята ине, берәйһе алып ҡуйһа? Шул тиклем аҡсаң булып, ниңә иҫке мотороллерҙа йөрөнөң. Теге аҡсаларҙан әҙ генә алһаң да “Урал” мотоцикллы булыр инең?" - тип һораным. Әтейем: “Бөгөнгө көндә минең спортсылар араһында берәүһе лә бур түгел, сөнки уларҙың нәфселәрен тыйырға әлеге асыҡ ятҡан аҡсалар өйрәтте. Аҡсаларҙы осраҡлы рәүештә күрмәнегеҙ, мин бит барығыҙҙы ла махсус һынаным. Һин алмаған кеүек, башҡалар ҙа аҡсаға теймәне. Сөнки ниндәй аҡса икәнен беләләр ине. Әгәр ул аҡсаны мин алған булһам, һеҙ кем булып үҫер инегеҙ? Миңә мотоциклды үҙегеҙ алып бирҙегеҙ, бер-бер артлы машиналы булып тораһығыҙ. Һеҙҙең өсөн күңелем тыныс, хәләл аҡса эшләй беләһегеҙ” – тип яуап бирҙе.

Мин дә балаларыма: “Кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен бирмәгеҙ”, - тип өйрәттем. Күңелем тыныс.

Рөстәм Нурыев.

https://vk.com/rnuriev1?w=wall168174762_6161

Фотола 1959-1960 йылғы саңғысылар. Район кимәлендәге "Пионерия" кубогын яулап ҡайтҡайнылар. Беҙ улар менән ғорурланып, улар кеүек шәп йүгерергә тырыштыҡ. Беренсе рәттә уңда Закирйән абзыйым ултыра.

Автор:
Читайте нас: