+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 12:54

"Беҙ тип түҙеп йәшәнең, әсәй..."

-

Ғүмер буйы тешләнеп, кешегә һыр бирмәйем тип, эс-серҙәремде берәү менән дә уртаҡлашмай йәшәлде. Һөйләмәһәм дә, бәләкәй ерҙә хәлемде күреп-белеп, кемеһелер йәлләп, ҡайһы берҙәре үсәп торғандарҙыр тип уйлайым.

Тыуған ауылымда уҡытыусы булып эшләйем, хәҙер пенсияға сығырға ла күп ҡалманы инде. Ике йыл буйы дуҫлашып йөрөгән ауылдаш егеткә, киләсәккә матур пландар ҡороп, кейәүгә сыҡтым, балалар таптым. Үҙем пединститутта уҡыным, ирем водителдәр курсын бөткән. Бик ыңғай, матур башланды тормошобоҙ. Ике яҡтан да туғандар ярҙам итеп, өй күтәрешеп, икенсе йылына айырым йәшәргә күстек. Кредитҡа трактор алып ебәрҙек. Ир затына эш булмағас, шуның менән аҡса табырбыҙ, файҙаһын күрербеҙ тип уйланыҡ.

Ауыл кешеһе бындай транспорт ярҙамына йыл әйләнәһенә мохтаж, минең ир ҙә шуға тиҙ арала кәрәкле үҙ кешегә әүерелде. Тик тәүге йылдарҙа уҡ ул тракторҙы үҙ башыма бәлә итеп алдырғанымды аңланым: кешегә ярҙамға тип сығып киткән иремдең кис иҫереп ҡайтыуҙары йышайҙы, бер ниндәй һөйләшеү-ялбарыуға барманы. Хатта эш шуға барып етте: үҙебеҙгә утын-бесән килтергәндә лә эсергә таптырып алып, әҙерәк инәлтеп, шунан ғына эшкә тотона башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, иптәшемдең айыҡ сағы һирәгәйеп, ҡара көйөккә әүерелде. Бөтә эш минең елкәгә өйөлдө: бер-бер артлы тыуған ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙҙы тәрбиәләү, мал-тыуар, баҡсаны ҡарау... Өҫтәүенә ир көсө талап ителгәндәрен дә үҙемә хәл итергә, хәләл ефетемә инәлергә, "ярты" ҡуйып йыуырға тейешлек. Был мәшәҡәттәргә мәктәптән эйәреп ҡайтҡан яҙыу-һыҙыу эше лә өҫтәлә әле...

Тәгәрмәс эсендә өйөрөлгән тейен тураһындағы мәҡәлдәгесә, шулай әйләнде лә әйләнде бер төҫтән генә торған ғүмер йылдары. Бик ныҡ арыған, тормоштан күңелем ҡайтҡан, йәшерере юҡ, хатта биҙгән саҡтар йыш булды, был ваҡыттарҙа күҙемә ҡарап ҡына торған ике балам — ике шатлығым ысынбарлыҡҡа ҡайтарып, яңы көс менән тотоноп китергә ярҙам иткәндер, моғайын. Йәшерәк саҡта әсәйем менән атайым яңғыҙ ҡалдырманы (хәҙер икеһе лә был донъяла юҡ инде, үҙем дә бирешерлек түгелмен), ҡәйнәмә лә бер һүҙем юҡ, миңә терәк булырға, бар хәленсә улын эскелектән ҡурсаларға тырышты. Шулай йәшәп ярты ғүмер үтелгән.

Һуңғы йылдарҙа бер яҡшы яңылыҡ: ирем эсеүен ташланы, дөрөҫөрәге, эсә алмай. Бер ваҡыт, иҫен юғалтҡансы эсеп, ҡарҙа ятып ҡаты ауырығандан һуң араҡы бармай уға хәҙер. Эсмәүе, һис һүҙһеҙ, ҙур шатлыҡ, ҡыҫып торған тимер ҡоршауҙан арынған кеүек тойҙом үҙемде, балаларымдың дәртләнешеп киткәнен күреү иһә икеләтә шатлыҡ булды. Ә донъя мәшәҡәттәренә килгәндә, улар һаман минең өҫтә: утын-бесәнен хәстәрләйем, малды үҙем ҡарайым, сөнки иргә хәҙер ауыр күтәрергә ярамай. Иргә арҡаланып, иркәләнеп йәшәү эләкмәне миңә — йәнем шуға үртәлә.

Гел генә ҡаранан да тормай икән дә тормошом: Аллаға шөкөр, балалар ҙурайҙы, үҙ юлдарын тапты. Ҡурҡыуыма ҡаршы, икеһе лә эсеү-тартыуҙы өнәмәй, тәүфиҡлы, эшлекле, етди ҡарашлы булып буй еткерҙе, хәҙер үҙ йүндәрен үҙҙәре күрерлек. Өлкән улыма хатта Төркиәлә уҡыу бәхете эләкте. Ундағы йәшәйеш тормошҡа ҡарашын яҡшы яҡҡа үҙгәрткәндер тип уйлайым, хәҙер намаҙ уҡый, ғаиләһендә абруйлы ир һәм атай. Әлеге ваҡытта яландай өйҙә ирем менән икәүҙән-икәү тороп ҡалдыҡ. Ирле көйө яңғыҙ үткән ғүмерем тураһында уйлап моңайған саҡта яңыраҡ ире үлгән бер апайҙың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: "Эскесе генә булһа ла, ирең булһын ул, яңғыҙ йоҡларға ла ҡурҡыта", – тигәйне. Ысынлап та, ниндәй булһа ла, иптәш булырлыҡ, яман бәндәләрҙе өркөтөрлөк ир заты бит әле ул. Өҫтәүенә тыуған көнөмдә улымдың: "Беҙҙе тулы ғаиләлә үҫтергәнең, беҙ тип бөтәһенә лә түҙгәнең өсөн рәхмәт һиңә, әсәй", - тип әйтеүе лә үкенестәремде елгә осорғандай булды. Тимәк, ғүмерем ул хәтлем дә бушҡа уҙмаған. Ә шулай ҙа яңынан шул уҡ тормошто ҡабатлап үтергә хәлемдән килмәҫ ине моғайын...

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2021-05-04/be-tip-t-ep-y-sh-ne-s-y-2271185

 

Автор:
Читайте нас: