+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль , 10:56

ӨЛКӘН БАЛАЛАР

-

Яңы кеше донъяға килгәс, беҙ ҡыуанабыҙ, шатланабыҙ, нисек был бәләкәй генә йән эйәһенең көндән-көн үҙгәргәнен, үҫкәнен күҙәтеп кинәнәбеҙ. Бына ул йылмая башланы, бына уның тәүге аҙымдары, бына инде ул үҙенең холҡон да күрһәтә башланы… Шулай күпмелер ваҡыт дауам иткәндән һуң, бер көн килеп беҙ: «Ну, улым (ҡыҙым), һин инде хәҙер өлкән кеше, шулай булғас, үҙең беләһең инде ни эшләргә», - тип әйтеп һалабыҙ. Тап ана шул көндән күптәре, моғайын, ҡурҡыныс бер сир менән ауырый башлай: йәнәһе, бына инде ул өлкән кеше, үҫкән, үҫешеп еткән, артабан инде был өлкәлә бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Етмәһә, тап шул егерме йәштәр тирәһендә кешенең буйға үҫеүенең дә аҡрынайыуы һәм туҡтауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә.
Һәм бына ошо егерме йәшлек бала кимәлендә, үҫешеп еткәнлек манияһы менән, күп кешеләр ғүмерлеккә «ҡатып ҡала» ла. Эйе, ғүмер итеү дауамында ул ниндәйҙер яңы һөнәрҙәр үҙләштерәсәк, әлбиттә, әммә был уны тормош мәжбүр иткәнлектән генә, ә маҡсатлы рәүештә, аңлы ниәт менән түгел.
Мәҫәлән, ҡырҡ йәшлек иргә, һин тешеңде дөрөҫ итеп йыумайһың тиһәк, ул мыҫҡыллы йылмайып, барыбер үҙенсә теш йыуыуын дауам итеүе мөмкин: «мин нимә, ҡырҡ йыл йәшәйем, теш тә йыуа белмәй тип уйлайһыңмы әллә», йәнәһе. Ә бына ун биш йәшлек үҫмергә иһә был иҫкәртеү бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫир итә.
Һөҙөмтәлә, беҙ ҡай саҡ эргә-тирәбеҙҙә үҙҙәре инде утыҙ, ҡырҡ, илле, хатта алтмыш (!) йәшлек булған, ә үҙҙәре һаман да фекерҙәре, интеллекты, һүҙҙәре, үҙ-үҙҙәрен төрлө ситуацияларҙа нисек тотоуҙары менән егерме йәшлек баланан әллә ни алыҫ китә алмаған кешеләрҙе күрәбеҙ. Ә бит кеше бер туҡтауһыҙ үҫергә тейеш! Нисек өс йәшлек бала ике йәшлек баланан, ә дүрт йәшлек бала өс йәшлек баланан айырылып торған кеүек, егерме өс йәшлек егет тә егерме ике йәшлек егеттән айырылып торорға тейеш. Бер йыл күрешмәгән дуҫтар ҡабат осрашҡанда бер-береһендә ғәйәт ҙур үҙгәрештәр һиҙһендәр. Донъяла бит ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле нәмәләр шундай күп: компьютер менән ҡуллана белмәйһең икән – өйрән, йөҙә белмәйһең икән – бассейнға яҙыл, ябыҡлығыңдан көләләр икән – турник һәм гантелдәр менән дуҫлаш, һөйләшең насар икән – үҙ-үҙең өҫтөндә көн дә эшлә. Ғөмүмән, шундай матур бер һүҙбәйләнеш бар – камиллыҡҡа ынтылыу, шул һүҙбәйләнеште онотмағыҙ. Һинең атай-әсәйең дә, яҡын туғандарың да бер йыл элекке «һин» менән бөгөнгө «һин» араһында ҙур айырма барлығын күрһен. «Һинме ни был?!» - тип әйтеп ебәрһәләр, бигерәк тә һәйбәт! Ә үҙ-үҙеңде үҫтереүҙе ҡайһы өлкәлә һәм нисек дауам итергә икәнен һин үҙең дә яҡшы беләһең. Иң мөһиме, шуны иҫтә тот: төҙәтеп булмаҫлыҡ етешһеҙлектәр юҡ. Мин, әлбиттә, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалғандар тураһында әйтмәйем, әммә ундай осраҡта ла кеше нисектер үҫешә ала.

Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин
(«Ваҡыт!» гәзитенән)

Автор:
Читайте нас: