-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль , 13:36

"Кейәүгә 16 йәшемдә урлап бирҙеләр"

-

"Кейәүгә 16 йәшемдә урлап бирҙеләр"
"Кейәүгә 16 йәшемдә урлап бирҙеләр"

Хәҙер йәштәр ҙур сығымдар менән туй гөрләтә лә, холоҡтар килешмәне тип, айырылышырға ла күп һорамай. Мин үҙемдең йәшлегемде иҫкә төшөрәм дә хайран ҡалам.

Мине кейәүгә урлап алып ҡайттылар. Ғинуарҙа 16 тулғайны, февралдә башыма толоп ҡаплап, күрше ауыл егетенә ҡатынлыҡҡа алып ҡайтып, минән ун йәшкә өлкән бер буйҙаҡ егет ҡаршыһына килтереп ҡуйҙылар. Былай минең армияға оҙатып ҡалған егетем дә бар ине ул.

Буласаҡ ирем мине белмәй, минең дә уны беренсегә күреүем. Ул дуҫтары менән нимәгәлер бәхәсләшкән дә, тегеләр быны бөгөн үк өйләндерәбеҙ тигән. Кәләш итеп мин бисараны һайлағандар...

Шулай итеп төндә мине буласаҡ иремдең йортона алып кереп баҫтырҙылар ҙа: "Наил, бына һинең буласаҡ ҡатының, ҡаршы ал", - тип икебеҙҙе бер бүлмәлә ҡалдырҙылар.

Мин уның янына барырға ҡурҡам, ул минән оялып тик тора. Шулай бер-беребеҙгә яҡын килергә лә ҡыймайынса төн сыҡтыҡ. Әсәйем, бисараҡайым, төнө буйы керпек тә ҡаҡмайынса ҡышҡы һыуыҡта мине эҙләп йөрөгән...

"Урланған" тигән даным сыҡҡас, әлбиттә, өйгә ҡайтырға оялдым һәм яҙмышыма күнеп, күрше ауылда ҡалдым. Ул заманда айырылып ҡайтыу ҙур хурлыҡ һанала ине. Атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ҡыйманым.

Икенсе көнөнә бер бабайҙы саҡыртып, беҙгә никах уҡынылар һәм бер йыл ҡайны-ҡәйнә менән йәшәнек. Унан үҙебеҙ йорт алып башҡа сыҡтыҡ. 16 йәшемдә шундай тәүәккәл булғанмын бит! 17-лә ҡыҙ бала тапҡас, бәпәйемә алты ай тулғас, фермаға һыйыр һауырға сыҡтым. Ирем иһә көтөүсе ине.

Армиянан егетем ҡайтты ла мине айырылышырға өгөтләп осрашыуҙар эҙләй башланы. Мин быға ҡаршы булдым, сөнки ҡыҙымды етем иткем килмәне.

Икенсе ҡыҙыбыҙ тыуғас та, миңә: "Әйҙә бергә булайыҡ!" - тип бәйләнде әле. Ирем көнләшә башлағас, тормошом боҙолмаһын тип, ғаиләм менән ҡалаға күсеп киттек. Унда улыбыҙ тыуҙы.

Эйе, иремде яратып кейәүгә сыҡтым, тип әйтә алмайым, әммә ул тормошта һәйбәт кеше булды. Тора-бара бер-беребеҙгә эйәләштек, һөйөү хисе лә барлыҡҡа килде. Әлдә тормошомда ул осраған тип иҫкә алам үҙен.

Дөрөҫ, ап-аҡ күлдәктән кәләш булып, һый тулы табын түрендә ултырыу насип булманы, әммә көмөш туйыбыҙҙа беҙ аҡ күлдәктәр кейеп, балдаҡтар алмаштыҡ. Был бәхетле миҙгелде беҙгә балалар, ейәндәр бүләк итте. Былар ҙа күңелемдә йылы хәтирә булып һаҡлана.

Инде тормош юлдашымдың баҡыйлыҡҡа күскәненә лә 18 йыл уҙҙы. Уның менән уҙғарған һәр көнөмдө һағынып йәшәйем, урыны ожмах түрҙәрендә булһын!

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА әҙерләне.

https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2023-09-05/key-g-16-y-shemd-urlap-bir-el-r-3417133

 

Автор:
Читайте нас в